Калимантан, Борнео | |
---|---|
индон. Kalimantan, малайск. Borneo | |
Характеристики | |
Майҙаны | 743 330 км² |
Иң бейек нөктәһе | Кинабалу тауы, 4095 м |
Халҡы | 19 800 000 чел. (2010) |
Урынлашыуы | |
1° с. ш. 114° в. д.HGЯO | |
Архипелаг | Малай архипелагыМалай архипелагы |
Калимантан Викимилектә |
Калиманта́н (индон. Kalimantan), ул уҡ Борне́о (мал. Borneo)[1] — донъяла ҙурлығы буйынса өсөнсө урында торған утрау; өс дәүләт: Индонезия, Малайзия һәм Бруней араһында бүленгән берҙән-бер диңгеҙ утрауы. Майҙаны — 743 330 км². Утрау көньяҡ-көнсығыш Азияның Малай архипелагы уртаһында урынлашҡан.
Ул европалылар өсөн 1521 йылда Магеллан экспедицияһы тарафынан асыла.
Утрау төрлө исем аҫтында билдәле. Халыҡ-ара кимәлдә ул «Борнео» булараҡ танылыу яулаған. Ф. Магелландың экспедицияһы Бруней солтанлығы эргәһендә якорь ташлай һәм утрау «солтанат» исеме менән атала башлай. Экспедиция уны утрау буйынса Борнео[2] формаһында тарата.
Индонезия аборигендары утрауҙы «Калимантан» тип атай. Был һүҙҙең килеп сығышының бер нисә версияһы бар. Уларҙың береһе буйынса, ул «эҫе һауа утрауы» (утрауҙа һауа эҫе һәм дымлы булғанлыҡтан) [3] тигән мәғәнәне аңлатҡан санскрит һүҙе "Kalamanthana"нан алынған. Иң киң таралған версия буйынса, «Калимантан» атамаһы урындағы клемантан ҡәбиләһе исеме менән бәйле. Тәржемәнең башҡа варианттары ла бар: «манго ере» һәм «алмас йылғаһы»[4][5].
Калимантан төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе, төньяҡ-көнсығыштан Сулу диңгеҙе, көнсығыштан Сулавеси диңгеҙе һәм Макасар боғаҙы, көньяҡтан Ява диңгеҙе һәм Каримата боғаҙы менән уратып алынған. Көнбайышында Малакка ярымутрауы һәм Суматра утрауы, көньяғында — Ява, көнсығышында Сулавеси утрауы урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта Филиппинға ҡараған утрауҙар китә.
743 330 км² майҙаны менән ул донъяла — өсөнсө урында, Азияның иң ҙур утрауы һанала. Уның иң бейек нөктәһе — Сабах Малай штатындағы Кинабалу тауы (4 095 м). Утрауҙың ошо уҡ өлөшөндә ғәмәлдәге Бомбалай янартауы бар.
Иң ҙур йылғаһы — Көнбайыш Калимантандағы Капуас (1143 км) йылғаһы. Башҡа ҙур йылғалар: Көнбайыш Калимантанда — Махакам (980 км), Көньяҡ Калимантанда — Барито (880 км), Калимантандың төньяҡ-көнбайышындағы Саравак штатындағы Раджанг (562,5 км).
Утрауҙа экваториаль климат өҫтөнлөк итә. Уртаса йыллыҡ температура 26° С тирәһе. Яуым-төшөм күләме йылына 2000-3000 мм тәшкил итә, тауҙарҙа 5000 мм һәм унан да күберәк[5].
Утрауҙың яҡынса 78 проценты (582 593 км²) Индонезияға тура килә, аҙырағы — Малайзияға һәм төньяҡтағы ҙур булмаған бер киҫәге — Брунейға.
Калимантанда тауҙар бик күп. Башлыса улар сағыштырмаса түбән (1000—2000 м), әммә төньяҡ-көнсығышта күпкә бейегерәк.
Калимантанда 19,8 миллион кеше иҫәпләнә (2010 йылға), халҡының тығыҙлығы — квадрат километрға 26 кеше. Халыҡтың күпселеге яр буйындағы ҡалаларҙа йәшәй һәм шәхси хужалыҡ алып бара. Утрауҙың эске райондарында ҙур булмаған ҡалалар һәм ауылдар йылға буйҙарында ултыра. Бынан меңәр йылдар элек ата-олаталары йәшәгәнсә, хәҙер ҙә йөҙөп йөрөүсе өйҙәрҙә йәшәйҙәр, уларға ташҡын хәүефе юҡ.
Калимантан халҡы төрлө телдә һөйләшеүсе 300-ҙән артыҡ этник төркөмгә ҡарай. Тәүге кешеләр бында 40 мең йыл самаһы элек килеп төпләнә. Улар папуастарға оҡшаш австралиялы-меланезий үҙенсәлектәренә эйә кешеләр була. Әле лә көнсығыш һәм таулы райондарҙа шундай һыҙаттарға эйә халыҡ йәшәй. Уларҙың һаны 300 мең кеше. Халыҡтың күпселеген дөйөм һаны 3,7 миллион кеше булған даякамиҙар тәшкил итә.
Дин буйынса халыҡтың 51 проценты — анимистар, йәғни боронғоларҙың рухына, боттарға һ. б. ышанған урындағы ғөрөф-ғәҙәтте тотоусылар. Икенсе урында Ислам тора (24 процент), өсөнсө урында — христиан дине (19 процент).
Калимантанға иң боронғо кешеләр Африканан 40 мең самаһы йыл элек күсеп килгән, ә 13 мең йыл элек Малакка ярымутрауына таралған[6]. Уларҙың ата-олаталары — әлегәсә Малайзияла йәшәүсе негритолар.
8 мең йыл эдек негритолар төньяҡҡа, Көнсығыш Азияға һәм Тайванға күсеп ултыра. Материкта ресурстар күп булғанлыҡтан, тәбиғи һайлауҙы ҙур буйлылар һәм көслөләр генә үткән, ә утрауҙа аҙ ризыҡ менән бәләкәй буйлылар йәшәй алған.
Калимантан телдәре — утрауҙа таралған австронезий телдәренең 11 тармағы берләшмәһе.
Утрауҙа бай нефть ятҡылыҡтары бар, улар Брунея иҡтисадының нигеҙен һәм Индонезия иҡтисадының төп статьяларын тәшкил итә. Бынан тыш, утаруҙа алмас табыла. Утрау дымлы экваториаль һыҙатта урынлашҡан һәм джунглиҙар менән ҡапланған. Әммә утын әҙерләү ағас запасын ҡырҡа кәметә. Джунглиҙар шулай уҡ ҡоро осорҙарҙа урман янғындарынан зыян күрә. Бигерәк тә көслө янғындар 1997—1998 йылдарҙа күҙәтелә һәм ул экологик һәләкәткә килтереүе мөмкин була[7].
Каян-Ментаранг Милли паркы. Уның майҙаны — 13,6 мең км². Унда хайуандарҙың һирәк осраған төрҙәре, шул иҫәптән малай гомрайы — мөгөҙморон ҡошоноң иң ҙуры, приматтарҙың уникль төрҙәре — носач (?) менән күкһел лагур (дымчатый лагур?) йәшәй. Шулай уҡ леопард, малай кеҫәрткеһе, мәрмәр бесәй һ.б. хайуандар бар.
2002 йылда утрау эргәһендә Рәсәйҙең «Һуңғы герой»[8] реалити-шоуының икенсе миҙгеле төшөрөлә.
Калимантан Викимилектә |