Калипсо | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Calypso Salisb. (1807) | ||||||||||||||||
Виды | ||||||||||||||||
|
Кали́псо (лат. Calypso) — әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
1 төрө — һуғанбашлы калипсо билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Күләгәле мүкле ылыҫлы урмандарҙа үҫә. Белорет («Төньяҡ Ҡыраҡа» ҡурсаулығы), Бөрйән (Башҡорт ҡурсаулығы), Ҡариҙел (Байҡы йылғаһы тамағы һәм Яңы Йәнсәйет ауылының тирә-яғы) һәм Нуриман (Өфө яйлаһы) райондарында осрай. Декоратив үҫемлек.
Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, аҫҡы өлөшөндә һуғанбаш рәүешле йыуанайған, өҫкөһөндә 2—3 ярылы еңсә менән (редукцияланған япраҡтарҙың ҡалдыҡтары), бейеклеге 8—20 см. Япрағы ҡарағусҡыл йәшел төҫтә, яңғыҙар, киң йомортҡа формаһында, оҙон һаплы, ҡышлаусы, тамыр янында урынлашҡан. Сәскәһе хуш еҫле, яңғыҙар, эре, эйелгән; япраҡ эргәлегенең япраҡсалары ҡарағусҡыл ал төҫтә, тигеҙ тиерлек, тар ланцет формаһында, нур рәүешле таралған, оҙонлоғо 1,2—1,5 см. Ирене ситек формаһында, ҡыҙғылт‑көрән һыҙаттары һәм төрткөләре булған аҡһыл йәки һарғылт төҫтә, оҙонлоғо яҡынса 2 см. Һеркәлеге һалынҡы, поллинийҙары — 2. Июль‑августа сәскә ата. Емеше — ҡоро ҡумта, июнь‑июлдә өлгөрә.
Составында алкалоидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Һирәк осрай торған үҫемлек, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы һирәк осрай торған төр | |
Төр тураһында мәғлүмәт Калипсо луковичная ИПЭЭ РАН сайтында |