Калифорния ҡултығы | |
---|---|
исп. Golfo de California | |
Координаты: пропущена долгота | |
Юғарылағы акватория | Тымыҡ океан |
Ил | |
Майҙаны | 177 000 км² |
Күләме | 145 000 км³ |
Яр һыҙығы оҙонлоғо | 4000 км |
Иң ҙур тәрәнлек | 3400 м |
Уртаса тәрәнлек | 818 м |
Калифорния ҡултығы Викимилектә |
Калифорния ҡултығы (исп. Golfo de California), шулай уҡ Кортес диңгеҙе; исп. Mar de Cortés) — Калифорния ярымутрауын мексика континенталь яр буйынан айырыусы Тымыҡ океан ҡултығы.
Ҡултыҡ һыуҙары Мексиканың Түбәнге Калифорния, Көньяҡ Түбәнге Калифорния, Сонора һәм Синалоа штаттарының яр буйҙарын йыуа. Калифорния ҡултығына ҡойоусы иң ҙур йылға — Колорадо.
Майҙаны — 177 000 км², күләме — 145 000 км³. Максималь тәрәнлеге — 3400 м, уртаса тәрәнлеге — 818 м.
Калифорния ҡултығында ике ҙур утрау Анхель-де-ла-Гуарда һәм Тибурон, шулай уҡ бер нисә ваҡ утрауҙар, шул иҫәптән Исла-Эспириту-Санто һәм Исла-Партида утрауҙары бар.