Каллиопа | |
грек. Καλλιόπη | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Атаһы | Зевс |
Әсәһе | Мнемосина[d] |
Бер туғандары | Клио, Мельпомена[d], Урания[d], Эвтерпа[d], Терпсихора[d], Эрато[d], Полигимния[d] һәм Талия[d] |
Хәләл ефете | Эагр[d] һәм Ахелой[d] |
Внебрачный партнёр | Аполлон[d], Магнет (сын Аргуса)[d], Арес[d], Стримон[d], Зевс һәм Ахелой[d] |
Балалары | Орфей[d], Лин[d], Гименей[d], Рес[d], Эдон[d], корибанты[d], Ялем[d][1] һәм Aelinus[d] |
Эшмәкәрлек төрө | Эпос һәм Красноречие[d] |
Алла ... ҡарай | боронғо грек дине[d] |
Производная работа | Calliope[d] |
Каллиопа Викимилектә |
Каллио́па (бор. грек Καλλιόπη «һүҙгә маһир, телгә оҫта») боронғо грек мифологияһы — эпик шиғриәт[2], фән һәм философия музаһы. Диодор этимологияһы буйынса, исемен матур һүҙҙе (καλή һәм εὐέπεια) тантаналы иғлан итеүҙән алған[3].
Зевс һәм Мнемосинаның өлкән ҡыҙы. Аполлон (йәки Эагрҙан тыуған Орфей һәм Линаның әсәһе[4]). Тағы бер фараз буйынса, Рестың әсәһе[5]. Икенсе версия буйынса, Аполлондан Гомерҙы тапҡан[6]. Ҡайһы берҙә корибанттар әсәһе тип атала.
Гесиодҡа ярашлы, музалар араһында ныҡ айырыла, батшалар артынан эйәрә[7]. Уны Алҡман[8], Стесихор[9] телгә алалар. Каллиопаға Вергилий[10] мөрәжәғәт итә. Баҡыр Дионисий элегияларында шиғриәтте «Каллиопа тауышы» тип атаған[11].
ИҒәҙәттә балауыҙ табличка һәм яҙыу таяҡсығы, стилус, менән һүрәтләгән. Эпизефир Локриһында хөрмәт ителгән[12].
1852 йылда асылған астероид Каллиопа исеме менән (22) Каллиопа аталған. Музаның исеме менән каллиопа музыка ҡоралы аталған.
Каллиопа Викимилектә |