Камчадалдар | |
Туған тел | урыҫ теле |
---|---|
Халыҡ һаны | 1927 кеше |
![]() |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 1927
| |
Тел | |
Раса тибы |
Смешанный (вероятно туранский) |
Халыҡ | |
Килеп сығышы |
Камчадалдар — урыҫтарҙың этнографик төркөмө, Камчатка крайы, Магадан өлкәһе, Чукотканың хәҙерге территорияһында борондан йәшәгән халыҡ, аҙ һанлы урыҫ күскенселәренең төп төньяҡ этностары вәкилдәре менән этник бәйләнештәре һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. XVIII быуатта камчадалдар термины менән ительмендарҙы билдәләгәндәр[2].
Урыҫ камчадалдарының сығышына һәм мәҙәниәтенә ительмендар ҙур йоғонто яһаған, шулай уҡ коряктар һәм чувансылар. Камчадалдарҙың теле — урыҫ[3]. Сәйәхәтсе С. П. Крашенинников хеҙмәттәрендә локаль һәм диалект төркөмдәре атамалары бирелә: кшаагжи, кыхчерен, улар Жупанова һәм Немтик йылғалары араһында йәшәгән; чупагжу йәки бурин — Үрге Камчатка зинданы (Верхнекамчатск) һәм Жупанова йылғаһы араһында; лингурин — Немтик һәм Белоголовый йылғалары араһында һәм кулес — Белоголовый йылғаһынан төньяҡҡа табан[4]
Даими рәүештә йәшәгән урыҫ халҡы 1730-сы йылдарға барлыҡҡа килә һәм, үҙенең аҙ һанлығы арҡаһында, күпселектә край аборигендары менән ҡушылған, ә камчадалдар составына ингән ительмендарҙың өлөшө урыҫ телен һәм мәҙәниәтен ҡабул итә. XХ быуат башына Камчаткала яҡынса 3600 урыҫ-ительмен кешеһе йәшәй, улар мәҙәниәт, көнкүреш һәм урыҫ теле уртаҡлығы менән бер этнографик төркөмдө тәшкил итә[5].
Рәсәй территорияһында 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса 229 камчадал йәшәй һәм улар айырым халыҡ итеп билдәләнгән[6].
(дөйөм халыҡ иҫәбе буйынса камчадалдарҙың өлөшө 5 % -тан арттҡан муниципаль берәмектәре күрһәтелгән)[7]:
(дөйөм халыҡ иҫәбе буйынса камчадалдарҙың өлөшө 5 %-тан арттҡан муниципаль берәмектәре күрһәтелгән):
Муниципаль район, ҡала округы | Рәсәй Федерацияһы субъекттары | камчадалдар % |
Мильков районы | Камчатка | 8,8 |
Камчадалдар тип үҙҙәрен Магадан өлкәһендәге Охот диңгеҙе буйҙарында борондан йәшәгән кешеләр ҙә таный, улар Ола, Гижига, Ямск, Тауйск, Армань һәм башҡа ҡасабаларҙа йәшәйҙәр.
![]() |
Портал «География» |
---|---|
![]() |
Портал «История России» |
![]() |
Камчадалы Викимилектә |
![]() |
Проект «Сибирь» |