Караганов Сергей Александрович | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 12 сентябрь 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Атаһы | Караганов, Александр Васильевич[d] |
Һөнәр төрө | геосәйәсәтсе, сәйәсмән, политолог, иҡтисадсы, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | геосәйәсәт[d][1] |
Эш урыны |
Юғары иҡтисад мәктәбе Юғары иҡтисад мәктәбе[2] |
Уҡыу йорто |
Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Принадлежит к | Институт Европы РАН[d][3] |
Строка принадлежности | Institute of Europe, Russian Academy of Sciences[3] |
Ҡатнашыусы | Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2004[d][3] һәм Один на один[d] |
Ойошма ағзаһы | Совет при Президенте Российской Федерации по развитию гражданского общества и правам человека[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | karaganov.ru |
![]() |
![]() | |
Запись голоса С.А. Караганова | |
26 мая 2014 | |
Помощь по воспроизведению |
Караганов Сергей Александрович (12 сентябрь 1952 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй политологы һәм иҡтисадсыһы. Тарих фәндәре докторы. Юғары иҡтисад мәктәбе Милли тикшеренеү университетының донъя иҡтисады һәм сәйәсәте факультетының элекке деканы.
Атаһы — Караганов Александр Васильевич (1915—2007), СССР Кинематографистар союзы секретары (1965—1986)[4][5]. Әсәһе — Караганова Софья Григорьевна (1918—2013), шағир Евгений Долматовскийҙың беренсе ҡатыны[6].
1974 йылда Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетын «сәйәси иҡтисад» һөнәре буйынса тамамлай.
1979 йылда тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Транснациональные корпорации и внешняя политика США» темаһына диссертация яҡлай (07.00.05 һөнәре — тышҡы сәйәсәт һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр тарихы)[7].
1989 йылда тарих фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Роль и место Западной Европы в стратегии США в отношении СССР (1945—1988)» темаһына диссертация яҡлай[8].
1974 йылдан 1977 йылға тиклем БМО ҡарамағында СССР миссияһында стажировка үтә. 1978 йылдан алып 1988 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһының АҠШ һәм Канада институтында кесе ғилми хеҙмәткәр, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында, бүлек мөдире була.
1978—1989 йылдарҙа ғилми журналист булараҡ афған һуғышын өйрәнә. Афғанстан Демократик Республикаһына совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентын (40-сы армия) һәм СССР Дәүләт именлеге комитетының подразделениеларын индереү буйынса өс фәнни эштең авторы булып тора.
1988 йылдан алып СССР Фәндәр академияһының Европа Институтында эшләй, 1989 йылдан — директор урынбаҫары.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары — СССР/Рәсәйҙең тышҡы һәм хәрби сәйәсәте, Көнбайыш менән Рәсәй араһындағы үҙ-ара сәйәси, иҡтисади өлкәләрҙә һәм хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәшлеге. Донъя сәйәсәте. Халыҡ-ара интеграция. Глобалләшеү. АҠШ һәм Бөйөк Британия.
Уҡытыу — тикшеренеү институттарында һәм төрлө Рәсәй һәм сит ил университеттарында лекциялар уҡыу. 1991 йылда яҙғы семестр ваҡытында — Гронинген университетында Б.А.Роллинг исемендәге почетлы кафедра. 2002 йылдан — Дәүләт университеты — Юғары иҡтисад мәктәбенең (ГУ-ВШЭ) донъя сәйәсәте кафедраһы мөдире. 2006 йылдан — Дәүләт университеты — Юғары иҡтисад мәктәбенең донъя иҡтисады һәм донъя сәйәсәте факультеты деканы.
17 китап һәм брошюралар авторы һәм мөхәррире, иҡтисад, тышҡы сәйәсәт, ҡоралландырыуҙы контролдә тотоу, милли именлек стратегияһы, Рәсәйҙең тышҡы һәм хәрби сәйәсәте проблемалары буйынса 250-нән ашыу мәҡәлә баҫтырып сығарған. Китаптары һәм мәҡәләләре Рәсәй, АҠШ, Германия, Франция, Бөйөк Британия, Нидерланд, Финляндия, Дания, Греция һәм башҡа илдәрҙә баҫылып сыҡҡан.
2002 — «Россия в глобальной политике» журналының мөхәрририәт советына нигеҙ һалыусы һәм уның рәйесе. «Полития» журналының мөхәрририәт советы ағзаһы.
1989—1991 йылдарҙа — СССР Юғары Советы халыҡ-ара мөнәсәбәттәре буйынса комитеттың рәсми эксперты. 1991 йылдан — тышҡы сәйәсәт буйынса РФ Сит ил эштәр министрлығының тышҡы сәйәсәт буйынса совет ағзаһы
1992 йылдан — рәйес урынбаҫары, 1994 йылдан — Оборона һәм тышҡы сәйәсәт буйынса Совет президиумы рәйесе
1993—1999 йылдарҙа — Президент советы ағзаһы. 1993 — Рәсәйҙең Именлек советы Ғилми-консультатив советы ағзаһы. 1996 йылдан — РФ Федерация Советы Рәйесе ҡарамағындағы Консультатив совет ағзаһы. 1996 йылдан — Рәсәйҙәге Парламентаризм үҫеше фондының попечителдәр советы рәйестәше. ИНДЕМ фондының попечителлек советы ағзаһы. 2001 йылдан — Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең тышҡы сәйәсәт буйынса кәңәшсе урынбаҫары
2004 йылдың ноябрендә Рф Президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтенең һәм кеше хоҡуҡтары буйынса институттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү советы составына инә.
«Намедни 1961—1991: Наша эра» теле проектында комментатор булараҡ ҡатнаша.
1992 — Рәсәй-Украина форумы рәйестәше (иҡтисади һәм сәйәси элита вәкилдәренең даими осрашыуы), хәҙер Рәсәй-Украина ижтимағи эшлекле советы. 1994-1995 — «Ҙур Европа» (Ширак Комиссияһы) Комиссияһының иҡтисади үҫеш буйынса комитеты рәйестәше (О Ламбсдорф менән берлектә )
1995 — Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса (Нью-Йорк) Халыҡ-ара консультатив комитеты советы ағзаһы (МКК) МКК-ны Д. Рокфеллер етәкләй
2004 йылдан Дойче Банке ҡарамағында Альфред Херрхаузен Йәмғиәтенең Попечителдәр советы ағзаһы. Халыҡ-ара стратегик тикшеренеүҙәр институты (Лондон) һәм башҡа бер нисә профессиональ ойошмалар һәм академик советтар ағзаһы.
«Ваҡыт асылы» сәйәси хәрәкәт етәксеһе С.Е. Кургинян Карагановтың мәҡәләһен тәнҡитләй, йәғни «граждандар һуғышы тоҡандырыуға» маташыуҙа ғәйепләй[9].
2013 йылдың июлендә Карагановтың Риа Новости каналында «Сәйәси репрессия ҡорбандары иҫтәлеген мәңгеләштереү» программаһы проектын презентациялай[10].
![]() |
Караганов Сергей Александрович Викимилектә |
---|---|
![]() |
Караганов Сергей Александрович Викияңылыҡтарҙа |