Кардашёв Николай Семёнович | |
рус. Николай Семёнович Кардашёв | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 25 апрель 1932 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 3 август 2019[2] (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | астроном, астрофизик |
Эшмәкәрлек төрө | астрофизика[d] һәм радиоастрономия[d] |
Эш урыны | Астрокосмический центр ФИАН[d] |
Уҡыу йорто |
МДУ-ның механика-математика факультеты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] (1965) |
Ғилми етәксе | Иосиф Самуилович Шкловский[d] |
Аспиранттар | Юрий Юрьевич Ковалёв[d] |
Уҡыусылар | Юрий Юрьевич Ковалёв[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d], Европа академияһы[d][3] һәм Международный астрономический союз[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
![]() |
Кардашёв Николай Семёнович (25 апрель 1932 йыл, Мәскәү — 3 август 2019 йыл, шунда уҡ[4]) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, эксперименталь һәм теоретик астрофизика һәм радиоастрономия өлкәһендә белгес. Физика-математика фәндәре докторы (1965), РФА академигы (1994). Рәсәй Фәндәр академияһы физика институтының астрокосмик үҙәге директоры (1990 йыл), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1980, 1988).
Николай Семенович Кардашев революция эшмәкәрҙәре, революцияға тиклемге стажға эйә большевиктар ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Семён Карлович Брике (1898—1937, атыла) революциянан һуң яуаплы партия хеҙмәткәре — Коминтерн хеҙмәткәре, артабан Азов-Кара диңгеҙ крайында Партия контроле комиссияһы вәкиле була[5]; әсәһе, Кардашева Нина Николаевна (1899—?), Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсын һәм Ҡыҙыл профессура институтын тамамлай, 1956 йылға тиклем төрмәлә һәм һөргөндә була[6][7]. Н. С. Кардашёв ата-әсәһен ҡулға алғандан һуң балалар йортонда тәрбиәләнә.
1955 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, һуңынан П. К. Штернберг исемендәге Дәүләт астрономия институтында эшләй. Иосиф Шкловский етәкселегендә 1962 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1960-сы йылдарҙа асылғанға тиклем үк пульсарҙарҙың барлығын әйтә[8].
1963 йылда СТА-102 квазарын тикшерә, был Ерҙән ситтәге интеллектты (SETI) эҙләүгә беренсе совет өлөшө була. Был хеҙмәттә ул ҡайһы бер галактик цивилизациялар беҙҙекенә тиклем миллиард йылдар элек булғандыр, тигән фекер әйтә һәм бындай цивилизацияларҙың рейтинг шкалаһын — Кардашев шкалаһын иҫәпләп сығара. Ерҙән ситтәге интеллектты эҙләү буйынса етди совет тикшеренеүҙәре АҠШ-тағы бындай программаларҙан бер нисә йылға алда бара. СССР-ҙың башҡа билдәле эксперттары — Всеволод Троицкий һәм Иосиф Шкловский (Кардашевтың ғилми етәксеһе).
1976 йылдың 12 декабрендә СССР Фәндәр академияһының дөйөм физика һәм астрономия буйынса ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1994 йылдың 21 мартынан Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән[9].
Кардашёв, Ғаләмдең ерҙән тыш цивилизациялары стадияларын энергияны ҡулланыу кимәле буйынса классификацияларға мөмкин, тигән фекер белдерә. Ул мөмкин булған бөтә цивилизацияларҙы өс төркөмгә бүлә:
Кардашев фекеренсә, ниндәй цивилизацияның энергетик ҡулланыуы уртаса тиҙлектә үҫә (йылына бер нисә процент), ул бер баҫҡыстан икенсе баҫҡысҡа күсә ала, бындай күсеү унан бер нисә меңдән бер нисә тиҫтә мең йылға тиклем ваҡыт аласаҡ.
Шулай уҡ Кардашев, әгәр Мультиғаләм гипотезаһы дөрөҫ булһа, иң үҫешкән цивилизациялар Ғаләмебеҙҙе ташлап, үҙҙәре өсөн ҡулай булған башҡа ғаләмдәргә күсенгән, тип тә фаразлай[10].