Карловы Вары
чех Karlovy Vary
Байраҡ Герб
Нигеҙләү датаһы
1350
Рәсми атамаһы
Karlovy Vary [ 1] , Statutární město Karlovy Vary [ 2] һәм Karlsbad
ХФА-лағы транскрицияһы
/ˈkarlovɪ ˈvarɪ/
Кем хөрмәтенә аталған
Карл IV (Изге Рим империяһы императоры)
Дәүләт
Чехия [ 3]
Административ үҙәге
Карловарский край [d] һәм Карловы Вары[d]
Административ-территориаль берәмек
Карловы Вары[d] һәм Karlovy Vary (administrative district) [d] [ 4]
Сәғәт бүлкәте
Үҙәк Европа йәйге ваҡыты [d] , UTC+1:00 [d] һәм UTC+2:00 [d]
Историческая область
Богемия [d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан
Огрже [d] һәм Тепла[d]
Геомәғлүмәттәр
Data:Map of Karlovy Vary, Karlovy Vary District.map [ 4]
Хөкүмәт башлығы
Андреа Пфеффер Ферклова [d] [ 5]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы
городской или административный округ Праги [d]
Халыҡ һаны
49 353 кеше (1 ғинуар 2024 )[ 6]
Йорттар һаны
5218 [ 7]
Идари бүлектәре
Bohatice [d] [ 8] , Cihelny [d] [ 8] , Čankov [d] [ 8] , Doubí [d] [ 8] , Drahovice [d] [ 8] , Dvory [d] [ 8] , Hůrky [d] [ 8] , Olšová Vrata [d] [ 8] , Путширн [d] [ 8] , Rosnice [d] [ 8] , Rybáře [d] [ 8] , Sedlec [d] [ 8] , Stará Role [d] [ 8] , Tašovice [d] [ 8] һәм Karlovy Vary [d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек
447 метр
Туғандаш ҡала
Баден-Баден [ 9] , Кассино [d] , Бернкастель-Кус [ 10] , Омск , Варберг [d] [ 11] , Карлсбад [d] [ 12] , Эйлат [d] [ 13] , Кусацу [d] [ 14] һәм Локарно [d] [ 15]
Милке
КВ Арена [d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы
Карловы Вары [ 16]
Сиктәш
Hory [d] , Otovice [d] , Březová [d] , Нова-Роле [d] , Sadov [d] , Kolová [d] , Mírová [d] , Děpoltovice [d] , Dalovice [d] , Jenišov [d] , Андельска Гора [d] , Горни-Славков [d] , Pila [d] , Stanovice [d] , Šemnice [d] һәм Локет [d]
Мираҫ статусы
Бөтә донъя мираҫының өлөшө [d] [ 17]
Майҙан
59,081798 км² [ 18]
Почта индексы
360 01–364 64 [ 4]
Электрон почта
posta@mmkv.cz
Рәсми сайт
mmkv.cz
Һәйкәлдәр исемлеге
Q12052112 ?
Иң тәүге яҙма ваҡыты
1350 [ 19] һәм 1349 [ 20]
Средний возраст
45,8 [ 7]
Номер тамғаһы коды
K
Категория для почётных граждан субъекта
Category:Honorary citizens of Karlovy Vary [d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы
Категория:Похороненные в Карловых Варах [d]
Элементтың күренеше өсөн категория
Category:Views of Karlovy Vary [d]
Карловы Вары Викимилектә
Карловы Вары - (чех Karlovy Vary - Карлови Вари), (Karlsbad - Карлсбад )[ 21] [ 22] [ 23] элгәре — Карлсбад (нем. Karlsbad [ 24] ) — Чех Республикаһының курорт статусына эйә ҡала.
Богемия тарихи өлкәһендә Огрже, Ролава, Тепла йылғалары ҡойған урында урынлашҡан. Халҡы: 49 864 кеше ( 2014 йыл)[ 25] .
Карловы Вары шифалы сифаттары менән билдәле ҡайнар сығанаҡтарға бай курорт булараҡ дан тота[ 26] . Ер өҫтөнә 12 шифалы сығанаҡ сыға, улар химик составы буйынса оҡшаш, әммә углекислый газ төрлө кимәлдә һәм температураһы 30-ҙан 72 градус эҫелеккә етә.
Тағы ла бер сығанаҡ - № 13 — «Бехеровка» ликёры тип шаярталар бында.
Карловы Варының шифалы һыуҙарына 18-се быуат башында уҡ Урыҫ правослау сиркәүе күҙ һала, батшаға хаттар яуҙыралар.
Билдәле рус яҙыусыларынан был курорттта дауаланған һәм йәшәгәндәрҙән - кенәз Пётр Андреевич Вяземский. 1852 йылда тәүге тапҡыр килеп, дөйөм алғанда бер нисә йыл йәшәй, уға шиғырҙар бағышлай һәм көндәлектәр алып бара. Бында Н. В. Гоголь дә дауаланған.
1869 —2009 йылдарҙа халыҡ һаны динамикаһы:
Йыл
1869
1880
1890
1900
1910
1921
1930
Халҡы
14 185
22 318
28 629
42 653
52 808
53 112
63 506
Йыл
1950
1961
1970
1980
1991
2001
2009
Халҡы
41 136
50 034
52 310
56 992
56 054
53 358[ 27]
53 691
Хәҙерге ваҡытта Карловы Варыла ошондай сығанаҡтар ҡулланыла:
№
Чехса атама
Урыҫса атама
Темпера- тура
Тасуирлама
1
Vřídlo
Вржидло
72 °C
Был гейзер етештереүсәнлеге — минутына яҡынса 2000 литр минераль һыу. Бөгөн был берҙән-бер дауаланыу өсөн ҡойоноу сығанағы. Дауаланыр һыу курстары өсөн дә ҡулланыла. Колоннадала дөйөм алғанда 5 вазаға сығанаҡ ағыҙыла, уларҙың температураһы 72, 50 и 30 °C. Ер аҫтынан һыу бағанаһы баҫымы күтәрелеү арҡаһында 12 м бейеклеккә атыла ала.
2
Karla IV.
Карла IV
64 °C
Бәлки был сығанаҡтың дауалау үҙенсәлектәре Карл IV-сенең курорт төҙөтөү ҡарары ҡабул итеүгә йоғонто яһағандыр ҙа. Карловы Варыны асыу сығанаҡ өҫтөндәге рельефта һүрәтләнгән.
3
Zámecký dolní
Нижний замковый
55 °C
Ҡәлғәнең түбәнге сығанағы дөйөм ҡулланыуға баҙар майҙанына сығарылған.
4
Zámecký horní
Верхний замковый
55 °C
Ғәмәлдә бер сығанаҡ тураһында һүҙ бара, уның һыуы ике вазаға сығарылған. Әммә диңгеҙ кимәленән бейеклеге айырмаһы арҡаһында үрге шишмәһендә CO2 миҡдары һәм температураһы башҡараҡ.
5
Tržní
Рыночный
62 °C
Сығанаҡ асылғаны бирле (1838) бер нисә тапҡыр юғалып, яңынан сыҡҡан. Бер нисә скважина эшләнгән, шуға ла курорт табиптары бөгөн дә һыу сығанағын тәҡдим итеүе мөмкин.
6
Mlýnský
Мельничный
56 °C
XVI быуаттан уҡ шифахана маҡсаттарында файҙаланыла. Элек башлыса ванналарға ҡойолған.
7
Rusalka
Русалка
60 °C
XVI быуаттан 1945 йылға тиклем Яңы сығанаҡ исемен йөрөтә. Ул хатта Тирмән сығанағынан да ҙурыраҡ ихтыяж менән файҙаланған.
8a
Kníže Václav I
князя Вацлава I
65 °C
Был шифалы һыу сығанағы карловар тоҙо етештереү өсөн ҡулланыла. Ике вазанан сығарыла.
8b
Kníže Václav II
князя Вацлава II
58 °C
Вацлав II сығанағы колоннада алдында оркестр соҡорона ҡаршы яҡта аға.
9
Libuše
Либуши
62 °C
Дүрт бәләкәй сығанаҡты ҡушып яһалған
10
Skalní
Скальный
53 °C
1845 йылға тиклем Тепла йылғаһына төшкән. Хәҙер Тирмән колоннадаһына сығарылған.
11
Svoboda
Свобода
60 °C
XIX быуаттың икенсе яртыһында III Лазнины төҙөгәндә асылған.
12
Sadový
Садовый
47 °C
XIX быуат уртаһында Хәрби шифахана төҙөгәндә табылған.
15
Hadí
Змеиный
30 °C
2001 йылдан минералдары башҡа сығанаҡтарға ҡарағанда кәмегән, мәгәр CO артҡан2 . Баҡса колоннадаһы алдындағы йылан һыны ауыҙынан сығып тора.
Төп тәбиғи дауалау факторҙары — сығанаҡтарҙың углекислый сульфатлы натрийлы термаль, гидрокарбонат натрийлы, составында кальций, калий, магний, тимер, литий, бром һәм башҡа матдәләргә бай булыуы. Минераллылығы 7 г/л тиклем. Башлыса һыу сығанаҡтарының химик составы бер төрлө, углерод диоксиды (0,37 - 0,75 г/л тиклем ) һәм температураһы менән генә айырыла.Тирмән сығанағында һыу радонлы (яҡынса 1 нКи/л)[ 28] .
Курортта ашҡаҙан -эсәк ауырыуҙарын, бауыр һәм үт юлдарын, шулай уҡ матдәләр алмашыныуы боҙолоу (шәкәр диабеты , һимереү һәм башҡа) сирҙәрен дауалайҙар. Курорт поликлиникаһы, бальнеодауахана, һыу эсеү галереяһы, айырым сығанаҡтар бюветтары, күп һанлы ҡунаҡханалар, шифаханалар һәм пансионаттар эшләй. Дауалау учреждениеларында дауалау физкультураһы, массаждың төрлө төрҙәре, электр, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ менән дауалау, (шул иҫәптән ләм ванналары һәм аппликация) киң ҡулланыла. Һауала йөрөр өсөн терренкур бар дозировать — 100 километрҙан ашыу юлдар һалынған[ 28] .
Ҡаланың курортн өлөшөндә ике фуникулёр бар: Lanovka Imperial — «Империал» отеленә һәм «Диана» башняһына күтәрә.
"Башҡортостан" гәзитенең бер нисә һанында яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың "Карл Вары -Ҡайнаҡтар" тигән мәҡәләләр циклы сыға (2007, ноябрь). Бында тәржемәсе Карловы Вары атамаһы - Карл IV исеме менән бәйле булыуын, уның ҡайнар сығанаҡ табып, уның ярҙамында аяғының һыҙлауы баҫылыуын аңлағанын, һәм артабан был урындарҙың дауалау үҙенсәлеге киң танылыуын бәйән итә. Вары (чехса вари) - ҡайнар һыу тип тәржемә ителә. Йәғни, Карлдың ҡайнар һыуҙары. Ситдиҡова боронғо төрки шишмә-ҡайнаҡ (ҡайнар тигәнгә ауаздаш та) һүҙе менән бәйләп, шундай тәржемә тәжрибәһе эшләп ҡарай [ 29]
Лазне I шифаханаһы
Лазне III шифаханаһы
Сәскәләрҙән календарь датаһы
Термал ҡунаҡханаһынан күренеш
Баҡса колоннадаһы, Йылан сығанағы.
Бристоль ҡунаҡханаһы
Король Карл IV һәйкәле
Карловы Вары аэропортында Гагарин һәйкәле
Тирмән колоннадаһы панорамаһы
Үҙәк урамдарының береһе
Һыу эсеү урыны
Карловы Вары,таш (Тирмән) колоннадаһы
Карловарский фуникулёр «Диана»
Кинофестиваль в Карловых Варах
Эйлат
Локарно
↑ Реестр территориальной идентификации, адресов и недвижимости (RUIAN) Чехии
↑ https://www.gleif.org/lei-files/20170831/GLEIF/20170831-GLEIF-concatenated-file.zip
↑ archINFORM (нем.) — 1994.
↑ 4,0 4,1 4,2 Реестр территориальной идентификации, адресов и недвижимости (RUIAN) Чехии
↑ https://mmkv.cz/cs/primator
↑ Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích – k 1. 1. 2024 (чеш.) — Praha : ČSÚ , 2024.
↑ 7,0 7,1 Český statistický úřad https://www.czso.cz/csu/czso/vysledky-scitani-2021-otevrena-data (чеш.)
↑ 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 8,11 8,12 8,13 набор данных ISÚI — Czech Office of Surveying and Cadastre .
↑ https://mmkv.cz/cs/partnerske-mesto-baden-baden
↑ https://mmkv.cz/cs/partnerske-mesto-bernkastel-kues
↑ https://mmkv.cz/cs/partnerske-mesto-varberg
↑ https://mmkv.cz/cs/carlsbad-california-usa
↑ https://mmkv.cz/cs/eilat-izrael
↑ https://mmkv.cz/cs/partnerske-mesto-kusatsu
↑ https://mmkv.cz/cs/locarno-svycarsko
↑ Administrativní registr ekonomických subjektů
↑ https://en.unesco.org/news/five-sites-arab-and-europe-regions-inscribed-unescos-world-heritage-list
↑ Czech Statistical Office Malý lexikon obcí České republiky – 2017 — Czech Statistical Office , 2017.
↑ Jakl L. Jak stará jsou česká města? Legendy a fakta. (чеш.) // iDNES.cz — 2011.
↑ Historický lexikon obcí České republiky 1869–2005 (чеш.) : 1. díl / под ред. J. Růžková , J. Škrabal — ČSÚ , 2006. — 759 с. — ISBN 978-80-250-1310-6
↑ Словарь географических названий зарубежных стран. — 3-е изд. перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. «...Написание названий дано в соответствии с правилами, изложенными в серии инструкций по русской передаче географических названий с различных языков. Инструкции утверждены в установленном Советом Министров СССР порядке... Этим определяется нормативный статус и данного Словаря... Словарь... одобрен... в качестве нормативного». Ввиду того что после выхода в свет данного издания такой словарь в СССР и России более не переиздавался, написание согласно данному словарю принято и на всех современных издаваемых в России картах.
↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М .: Советская энциклопедия, 1989. — С. 221. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6 .
↑ Карлови-Вари / М. М. Лобанов // Канцелярия конфискации — Киргизы. — М . : Большая российская энциклопедия, 2009. — С. 176. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] ; vol. 2004—2017, вып. 13). — ISBN 978-5-85270-344-6 .
↑ Карлсбад // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге : 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб. , 1890—1907. (рус.)
↑ Lidí v Karlových Varech ubývá, radnici bude stačit méně zastupitelů - iDNES.cz
↑ Богемские минеральные воды // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге : 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб. , 1890—1907. (рус.)
↑ KARLOVY VARY. CZSO.
↑ 28,0 28,1 Курорты. Энциклопедический словарь. М.: Советская энциклопедия, 1983
↑ Карл Вары - Ҡайнаҡтар. - "Башҡортостан", 2007, - №№214,215,217-219