Карст | |
нем. Karst | |
Ҡайҙа өйрәнелә | карстоведение[d] |
---|---|
![]() | |
![]() |
Карст, шулай уҡ карст күренеше (нем. KarstKarst — Балҡан ярымутрауындағы Карст яйлаһы атамаһы буйынса) — тәбиғи һыуҙарҙың тау тоҡомдарын иретеп, үҙенсәлекле рельеф формаларын һәм комплекстарын хасил итеүе. Карст күренеше һыуҙа еңел ирей торған тау тоҡомдары — эзбизташтар, доломиттар, гипстар, таштоҙҙар, мәрмәр ер өҫтөнә яҡын урынлашҡан урындарҙа осрай. Донъяла эзбизташлы иң ҙур карст — Nullarbor Plain (Австралия). Словения карст упҡындары ҡурҡынысы буйынса беренсе урында, АҠШ икенсе урында.
Карст үҙенсәлекле гидрографияға эйә: ер аҫты һыуҙарының хәрәкәте бары тик карслы урындарҙа ғына мөмкин, быға ер аҫты күлдәре, ер аҫтында юғалыусы йылғалар, ҡоро үҙәндәр, ҡыуышлы үҙәндәр миҫал булып тора.
Карст үҫеше процесы барһын өсөн түбәндәге шарттар кәрәк:
Ер аҫты һыуҙары кимәле буйынса тәрән һәм һай карст төрҙәренә айыралар.
Шулай уҡ «яланғас», йәки Урта диңгеҙ карсы ла осрай,[1] бындай карст формалары тупраҡ һәм үҫемлек ҡапламынан (мәҫәлән, Тау Ҡырымы) мәхрүм, һәм «ҡапланған» йәки европа карсы, унда тупраҡ һәм үҫемлек ҡапламы һаҡлана.
Карсҡа ер өҫтө (соҡорҙар, каррҙар, улаҡтар, ҡаҙанлыҡтар, каверна һ. б.) һәм ер аҫты (карст мәмерйәһе, галереялар, ҡыуышлыҡтар, юлдар) комплекстары хас.
Иреүсән тау тоҡомдарының литология составы буйынса бүленеүе[2]:
Шулай уҡ тыштан карсҡа бик оҡшаған — ялған (псевдокарст) формаһы бар. Псевдокарстың бер төрө булып термокарст тора, (вечная мерзлота) мәңгелек туңлыҡ шарттарында боҙ иреү менән бәйле күренештәр шуға инә.
Балсыҡлы карст ялғандың башҡа төрө булып тора. Был ысын карсты хәтерләткән тәрән ер аҫты юлдары һәм упҡындары, көслө карбонатлы ярымбалсыҡ һәм балсыҡтарҙа барлыҡҡа килә.
Мәмерйәләр булыуы ер өҫтөндә бик һиҙелмәй, эзбизташлы ҡая ландшафттарын йыш ҡына карст тип атайҙар. Ярыҡтар, соҡорҙар — карст ландшафттарының күп кенә формалары барлыҡҡа килеүҙең сәбәбе.
Карст тектоник ярыҡтар буйлап үҫешеүе мөмкин.[3]
Евразия тайгаһының карст ландшафтары өсөн үҙенсәлекле биоценоздар хас, үҫемлектәрҙең төр составы һәм структураһы тундра һәм урман-тундра берләшмәләрен хәтерләтә[4]
Карстың дәррәү үҫеш райондарында йыш ҡына һирәк һәм реликт бөжәк төрҙәре популяцияһы күҙәтелә[5][6].
Башҡортостанда бөтә донъяға билдәле бер нисә мәмерйә бар, барыһы ла — карст мәмерйәләре. Уларҙың күбеһе тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.
Иң атаҡлыһы — Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан Шүлгәнташ мәмерйәһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы[7]
Уралдың — иң ҙур, Башҡортостан Республикаһының иң оҙон мәмерйәһе, боронғо протозерой ҡатламдарында барлыҡҡа килгән Ҡыҙылъяр мәмерйәһе (рус. Кызылъяровская пещера) — Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы[8].
Башҡортостан Республикаһы элек-электән тәбиғи карст мәмерйәләренә бай төбәк булараҡ билдәле. Хәҙерге көндә республика территорияһында 700-гә яҡын мәмерйә иҫәпкә алынған. Был Урал һәм Урал алды мәмерйәләренең өстән бер өлөшө тиерлек.
Уралдағы Башҡортостан биләмәһенә ингән егерме өс мәмерйә Бөтә Союз тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте тарафынан тәбиғәт ҡомартҡыларына индерелгән һәм һаҡлана. Милли парктар территорияһына ун һигеҙ мәмерйә ингән[9].