Касильяс Икер

Футбол
Футбол
Касильяс Икер
Информация
Тулы исеме Икер Касильяс Фернандес
Ҡушаматы El galáctico de Móstoles[1], Икермэн[2], Сан-Икер[3], Святой[4]
Тыуа 20 май 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[5][6] (43 йәш)
Мостолес[d], Мадрид[d], Испания
Гражданлығы Испания Испания
Буйы 182[7] см
Ауырлығы 84[8] кг
Позиция ҡапҡасы
Клубы
Клубы карьераһын тамамлаған
Карьера
Йәштәр клубтары
1990—1998 Испания Реал Мадрид
Клуб карьераһы*
1998—2015 Испания Реал Мадрид 510 (−524)
1998—1999  Испания Реал Мадрид C 26 (−?)
1999  Испания Реал Мадрид B 4 (−2)
2015—2020 Португалия Порту 116 (−73)
Халыҡ-ара миҙалдары
Донъя чемпионаттары
Алтын ЮАР 2010
Конфедерациялар кубоктары
Бронза ЮАР 2009
Көмөш Бразилия 2013
чемпионаттары
Алтын Австрия/Швейцария 2008
Алтын Польша/Украина 2012
Дәүләт наградалары
Ҡалып:Спорт ҡаҙаныштары өсөн орденының Ҙур Тәре кавалеры(Испания)
Ҡалып:Астурия принцы премияһы

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.


Икер Касильяс[9] Фернандес (исп. Iker Casillas Fernández; 20 май, 1981 йыл , Мостолес, Мадрид, Испания) — испан футболсыһы, ҡапҡасы.

Испания милли йыйылма командаһының экс-капитаны. Донъя чемпионы (2010) һәм ике тапҡыр Европа чемпионы (2008 һәм 2012). Мадридтың «Реалы» составында биш тапҡыр Испания чемпионатында еңә, ике тапҡыр Испания кубогына һәм дүрт тапҡыр илдең Суперкубогына лайыҡ була; Европа һәм халыҡ-ара кимәлдә өс тапҡыр Чемпиондар лигаһында, ике тапҡыр УЕФА Суперкубогында һәм берәр тапҡыр Континент-ара кубогында һәм Донъя клубтар чемпионатында еңә.

Икер Касильяс — МФФИИС версияһы буйынса биш тапҡыр донъяның иң яҡшы ҡапҡасыһы наградаһына лайыҡ була (2008, 2009, 2010, 2011, 2012)[10]. 2000 йылда йәш Икер Браво трофейына лайыҡ була[11], ә 2007/2008 миҙгел йомғаҡтары буйынса Самора трофейын ала. 2010 йылда ЮАР-ҙа үткән Донъя чемпионатында турнирҙың иң яҡшы голкиперы тип танылып, «Алтын бирсәткә» ала[12].

УЕФА версияһы буйынса алты тапҡыр йылдың символик командаһына инә (2007, 2008, 2009, 2010, 2011, 2012), Профессиональ футболсылар ассоциацияһының халыҡ-ара федерацияһы версияһы буйынса биш тапҡыр донъяның символик йыйылма командаһына инә версияһы буйынса (2008, 2009, 2010, 2011, 2012)[8]. 2008 һәм 2012 йылдарҙа Европа чемпионаттарында һәм 2010 йылда донъя беренселегендә турнирҙарҙың символик йыйылма командаһына инә.

Йәштәрҙең донъя беренселегендә лә, өлкәндәрҙең донъя чемпионатында ла еңгән аҙ һанлы футболсыларҙың береһе.

Капитан сифатында донъя чемпионатында, Европа чемпионаты һәм Чемпиондар лигаһында еңгән өс кешенең береһе[13].

Испания йыйылма командаһының уйналған матч һаны буйынса экс-рекордсыһы (167).

Икер Касильяс Фернандес 8 йәштән «Реал» клыбна эләгә һәм карьераһының күп өлөшөн шунда үткәрә. Ул Меридиан кубогында һәм 1999 йылда Донъя йәштәре беренселегендә еңгән Испания йыйылма командалары составында сығыш яһай. 1999/2000 йылдар миҙгелендә үҙе тураһында ныҡлы белдерә: йәрәхәт алған Бодо Иллгнерҙы алмаштыра һәм мадридтарға УЕФА чемпиондары лигаһы финалында "Валенсия"ны еңергә ярҙам итә. Тиҙҙән Касильяс формаһын юғалта һәм Сесар "Реал"дың төп ҡапҡасыһы булып китә, әммә Икер старт составында 2001/02 йылдар миҙгелендә УЕФА чемпиондары лигаһы финалында «Байер» менән уйнағанда ветеранды алмаштырып, үҙенә урын ҡайтара. Касильяс «сейвтар» серияһын эшләп, «Реалға» 2:1 иҫәбе менән еңергә ярҙам итә. 2002/03 йылдар миҙгелен голкипер бер тапҡыр ҙа йәрәхәт алмай ҡабаттан беренсе номер статусында уҙғара һәм клуб намыҫын Чемпиондар лигаһының 15 матчында, милли беренселектә 38 уйында яҡлай. Һөҙөмтәлә «Реал» чемпион исемен кире ҡайтара.

2003/04 йылдар миҙгелендә Икер бер генә осрашыуҙа ҡатнашмай, әммә был «король клубын» ҡотҡармай: «Реал Мадрид» чемпион титулын яҡлай алмай һәм Испания Кубогы финалында еңелә. 2010/2011 йылдар миҙгелендә команданың капитаны була.

2011/2012 йылдар миҙгелендә Чемпиондар лигаһында «Реал» ярымфиналға тиклем барып етә, испандарҙың дәғүәсеһе Мюнхендың «Баварияһы» була. Беренсе уйында «Реал» еңелә (1:2), ә яуап матчында еңә (2:1) һәм пенальти серияһына етә. Роналдо Криштиану менән Кака мөмкинлектәрен ҡулдан ысҡындыра, әммә Касильяс кире ҡаҡҡан ике туп интриганы тергеҙә. Был хәлкес мәлдә Серхио Рамос гол индерә алмай һәм «Реал» ярымфиналдан үтмәй. 2011/2012 йылдар миҙгелендә «Реал» менән бергә Испания чемпионатында алтын миҙал яулай.

2012 йылдың 22 декабрендә «Малага»ға ҡаршы матчтың 17-се турында Касильяс оҙаҡ ваҡыт эсендә беренсе тапҡыр «Реал» тренеры — Жозе Моуриньо ҡарары буйынса запас уйынсылар эскәмйәһендә ҡала. Ҡапҡаны Антонио Адан һаҡлай. Моуриньо голкиперҙар рокировкаһын түбәндәгесә аңлата:

« Это было техническое решение, решение тренера. Тренер анализирует ситуацию и игроков, которые имеются в наличии, а затем выбирает состав на игру. Это техническое решение. Можно придумывать истории, которые вы хотите, но это решение техническое, не более того. Я рассчитываю лишь на своё мнение. На мой взгляд, Адан лучше, чем Касильяс, на данный момент[14] »

Уйында «Реал» 2:3 иҫәбе менән еңелә. Киләһе чемпионатта «Реал Сосьедадаға» ҡаршы матч Икер шулай уҡ запаста ҡала[15]. Әммә һигеҙенсе минутта, Адан һуңғы өмөт фолы өсөн ҡыҙыл карточка алғандан һуң, уйынға сыға. 23 ғинуарҙа Испания кубогы матчында «Валенсия» менән уйнағанда Касильяс йәрәхәт ала, уның һул ҡул һөйәге һыныуы асыҡлана. Икер операция үткәрә һәм 12 аҙнаға уйындан төшөп ҡала[16]. Февраль аҙағында ул үҙе бер айҙан кире ҡайтасағын хәбәр итә[17][18].

2015 йылдың июлендә «Реал» үҙенең рәсми сайтында «Порту» клубы менән Касильястың Португалия командаһына ирекле агент сифатында күсеүе тураһында килешеүҙәрен хәбәр итә.

«„Реал“ капитаны һәм баш өҫтөнә трофейҙар күтәреү мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт. Мине бында яҡшы йәки насар ҡапҡа һаҡсыһы булған өсөн түгел, ә тәү сиратта лайыҡлы кеше булараҡ иҫләрҙәр тип өмөтләнәм!» — ти матбуғат-конференцияһында Икер Касильяс күҙ йәштәрен тыя алмай.

18 июлдә немецтарҙың "Дуйсбург"ына ҡаршы матчта дебют менән сығыш яһай (2:0). 15 августа чемпионаттың беренсе матчын «Витория Гимарайнш»ға ҡаршы үткәрә (3:0).

2017 йылдың 20 октябрендә запасҡа күсерелә. Тренерҙар штабы, тыйыу булыуға ҡарамаҫтан, голкиперҙың, команда ҡарамағында булһа ла, телефон менән ҡулланыуы сәбәпле шундай ҡарар ҡабул итә[19].

2019 йылдың мартында клуб менән контрактын оҙайта[20].

2019 йылдың 1 майында «Порту» күнекмәләр базаһында инфаркт кисерә[21]. 1 июлдә команда менән миҙгел алды медицина тикшереүе үтә һәм күнекмәләр башлай[22]. 8 августта яңы миҙгелгә билдәләнә[23].

2020 йылдың 18 февралендә футбол карьераһын тамамлай.

Милли йыйылма командалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәшлек карьераһы

Йәш голкиперҙың милли йыйылма командалағы карьераһы Испанияның футбол буйынса йыйылма командаһында (17 йәшкә тиклем) башлана. 16 йәшендә ул 1997 йылда үҫмерҙәр командалары араһында футбол буйынса донъя чемпионатында өсөнсө урын алып, иң йәше була. Һуңыраҡ йыйылма команда капитаны булып китә.

Ике йылдан һуң, 1999 йылда, Икер Йәштәр командалары араһында футбол буйынса донъя чемпионаты һәм Меридиан Кубогында еңә.

Башта запаста була, әммә клуб кимәлендә бер нисә һоҡланғыс сығышынан һуң, төп составҡа күсерелә.

Футбол буйынса Европа чемпионаты 2000

Икер Касильястың Испания йыйылма командаһы өсөн тулы халыҡ-ара дебюты 2000 йылдың 3 июнендә Швецияға ҡаршы матчта үтә. Шул көндә уға 19 йәш һәм 14 көн тулған була.

Евро-2000 турнирына ул запас ҡапҡасы булып бара, әммә уйынға сыҡмай.

Футбол буйынса Донъя чемпионаты 2002

Ике йылдан һуң, Япониялағы һәм Кореялағы Донъя чемпионатында Касильяс Сантьяго Каньисарестың дублеры булырға тейеш була. Әммә турнир алдынан Каньисарес йәрәхәт алыу һәм составтан сыға. Команданың төп голкиперы вазифаһын Икер Касильясҡа ышанып тапшыралар. Ул ваҡытта Икер 21 йәштә һәм турнирҙың төп составының иң йәш ҡапҡа һаҡсыһы була.

1/8 финалы. Ирландтар менән уйында Икер пенальти серияһында 2 тупты кире ҡағып, команданың еңеүенә ҙур роль индерә. Испания сирек финалға сыға. Бынан һуң йыйылма командала, һуңынан унан ситтә лә Икер Касильясты «Изге» тип атайҙар.

Сирек финал. Көньяҡ Кореяға ҡаршы уйын ваҡытында ҡапҡасы сейв эшләй. ФИФА уны барлыҡ ваҡыттарҙағы иң яҡшы 10 сейвтың береһе тип баһалай.

Футбол буйынса Европа чемпионаты 2004

Евро-2004 квалификацияһында Икер 8 уйын үткәрә, ни бары 4 гол үткәрә, ике стыковка матчында ҡатнаша һәм Осло менән уйнағанда ҡапҡаһына гол индермәй.

Турнирҙың финал стадияһында ла Касильяс испандарҙың төп голкиперы була.

Футбол буйынса Донъя чемпионаты 2006

2006 йылдағы Донъя чемпионатында Касильяс милли йыйылма команданың тағы ла төп ҡапҡасыһы, өҫтәүенә, ике тапҡыр капитан статусында була.

Футбол буйынса Европа чемпионаты 2008

Европа-2008 чемпионатында йыйылма командаһының капитаны була, уйын барышын бер нисек тә хәл итмәгән Греция менән матчтан башҡа турнирҙың бөтә уйындарында ҡатнаша һәм алтын миҙалдар яулай.

Футбол буйынса Донъя чемпионаты 2010

2010 йылғы Донъя чемпионатында ла капитан була, мундиалда бөтә матчтарҙа уйнай һәм донъя чемпионы була.

ФИФА Икерҙы турнирҙың иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таный.

«Бәләкәй сағымда Донъя кубогын Лотар Маттеустың, һуңынан Дунганың, артабан Дидье Дешамдың, Кафаның һәм, ниһайәт, Фабио Каннавароның нисек итеп баш өҫтөнә күтәргәнен ҡараным.

Әммә, ошо үҙемә эләккән ошо хәрмәт мәлен мин иртәгә лә, артабанғы тиҫтә йылдар дауамында ла ҡабат ҡараясаҡмын, әммә миндә икенсе хистәр тыуасаҡ, сәнки был — мөмкин булмаған хәл!» - Икер Касильяс, 11 июль, 2010 йыл.

Футбол буйынса Европа чемпионаты 2012

Икер Касильяс Европа чемпионаты 2012 кубогы менән

Евро-2012-лә тағы ла үҙенең йыйылма командаһы менән капитан булараҡ барлыҡ матчтарҙы ла үткәрә һәм тағы ла Европа чемпионы була.

Конфедерация кубогы 2013

2013 йылда Конфедерация кубогында турнир хужалары бразилиялылар менән уйында Касильяс яуапһыҙ 3 гол үткәрә һәм «Фурия Роха» көмөш миҙал менән тороп ҡала.

Футбол буйынса Донъя чемпионаты 2014

2014 йылдағы Донъя чемпионатында Касильяс Голландия менән матчта ҡапҡаһына 5 туп үткәрә, уның дүртенсеһе тупаҫ хата һөҙөмтәһе була. Ахырҙа «ҡыҙыл фурия» 1:5 иҫәбенә еңелә.

Чили командаһына ҡаршы киләһе уйында ғәмәлдәге донъя чемпиондары 0:2 иҫәбе менән еңелеп, плей-оффҡа сығыу өмөтөн юғалта.

Бер нәмә лә хәл итмәгән Австралия командаһы менән уйынды Икер запас уйынсылар эскәмйәһендә үткәрә, ә уның командаһы 3:0 иҫәбенә еңә.

Футбол буйынса Европа чемпионаты 2016

Икер Касильяс Францияла үткән Евро-2016 турнирына эләгә, әммә унда бер уйында ла уйнай, ҡапҡалағы урынын Давид Де Хеаға бирә.

Европаның ғәмәлдәге чемпиондары уңышһыҙ сығыш яһап, 1/8 финалда Италиянан 0:2 иҫәбеннә еңелеп, төшөп ҡала.

Ошонан һуң Касильяс йыйылма командалағы карьераһын тамамлай.

2009 йылдан Испания спорт телевидениеһы алып барыусыһы Сара Карбонеро менән осраша.

2014 йылдың 3 ғинуарында улы Мартин тыуа.

2016 йылдың 2 июнендә икенсе улы Лукас тыуа[24].

  • 2007 йылда режиссёр Жауме Серраның «Гол 2: Жизнь как мечта» тулы метражлы фильмында төшә, үҙен уйнай. Фильмда шулай уҡ футболсылар Иван Эльгера, Серхио Рамос, Роберто Карлос, Дэвид Бекхэм, Рауль Гонсалес, Гути, Зинедин Зидан, Роналдо, Робиньо, Мичел Сальгадо, Майкл Оуэн, Стив МакМанаман, Тьерри Анри, Сеск Фабрегас, Фредди Юнгберг, Йенс Леманн, шулай уҡ тренер Арсен Венгер төшә.
  • Тыуған Мостолесе ҡалаһында ҡала мэры Спорт проспектын Касильяс проспектына үҙгәртергә тәҡдим итә һәм 2012 йылдың 5 ғинуарында ул тормошҡа ашырыла.
  • Икер Касильяс 11 йыл Reebok фирмаһы бутсаларында һәм бирсәткәләрендә сығыш яһай, әммә 2012 йылдың 12 ғинуарында ул Adidas менән 5 йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя һәм уның бренд йөҙө була.
  • Йыйылма команда составында еңеүҙәр буйынса донъя рекордсмен булып тора. 2012 йылғы Европа чемпионатының финал матчында еңеү Касильяс өсөн Испания йыйылма командаһы составында 100-сө була.
  • 2013/2014 йылдар миҙгелендә Король кубогында рекорд ҡуя: финал үҙ ҡапҡаһына бер туп та үткәртмәй килеп етә. Уға тиклем быны бер кемдә булдыра алмай.
  • Чемпиондар лигаһы матчтарында уйын ҡырында үткәргән минуттар иҫәбе буйынса рекордсмен булып тора. 2014 йылдың 18 мартында «Шальке-04» командаһына ҡаршы уйында 12 000 минут сиктәрен үтеп, үҙенең элекке клубташы, тап «Шальке-04» командаһында уйнап рекорд ҡуйған Раулды (11 минут 999) үтеп китә.[25]
  • Чемпиондар лигаһында «ҡоро» матчтар буйынса рекордсмен булып тора — 57 уйында ҡапҡаһына бер туп та үткәрмәй[26].

Сығыштары статистикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылдың 6 мартына ҡарата.

Клуб миҙгел Чемпионат Кубоктар Еврокубоктар Башҡалар Йәмғеһе
Уйындар ГП Уйындар ГП Уйындар ГП Уйындар ГП Уйындар ГП
Испания Реал Мадрид 1999-00 27 25 5 1 12 19 3 5 47 50
2000-01 34 37 0 0 11 15 2 4 47 56
2001-02 25 27 5 5 9 7 1 0 40 39
2002-03 38 42 0 0 15 21 2 1 55 64
2003-04 37 50 2 1 9 10 2 2 50 63
2004-05 37 30 0 0 10 11 0 0 47 41
2005-06 37 38 4 6 7 7 0 0 48 51
2006-07 38 40 0 0 7 10 0 0 45 50
2007-08 36 32 0 0 8 13 2 6 46 51
2008-09 38 52 0 0 7 10 2 5 47 67
2009-10 38 35 0 0 8 9 0 0 46 44
2010-11 35 32 8 2 11 6 0 0 54 40
2011-12 37 31 4 6 10 7 2 5 53 49
2012-13 19 16 3 0 5 8 2 4 29 28
2013-14 2 2 9 1 13 9 0 0 24 12
2014-15 32 35 0 0 10 9 5 2 47 46
Барлығы 510 525 40 22 152 170 23 34 725 751
Португалия Порту 2015-16 32 28 0 0 8 11 0 0 40 39
2016-17 33 16 0 0 10 7 0 0 43 23
2017-18 20 10 8 6 3 3 0 0 31 19
2018-19 24 14 0 0 7 8 1 1 32 23
Барлығы 109 68 8 6 28 29 1 1 146 104
Карьераһында барлығы 619 593 48 28 180 199 24 35 871 855

Йыйылма командалағы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылдың 1 июненә ҡарата.

Йыйлма команда Йыл Иптәштәрсә матчтар Донъя чемпионаты Европа чемпионаты Конфедерация кубогы Йәмғеһе
Уйындар ГП Уйындар ГП Уйындар ГП Уйындар ГП Уйындар ГП
Испания Испания 2000 3 3 3 2 0 0 0 0 6 5
2001 3 2 2 0 0 0 0 0 5 2
2002 4 1 5 5 2 0 0 0 11 6
2003 3 1 1 2 6 4 0 0 10 7
2004 6 3 3 1 3 2 0 0 12 6
2005 1 0 9 4 0 0 0 0 10 4
2006 4 3 3 4 3 5 0 0 10 12
2007 1 0 0 0 8 3 0 0 9 3
2008 7 1 2 0 6 2 0 0 15 3
2009 4 1 5 4 0 0 4 4 13 9
2010 5 7 7 2 3 3 0 0 15 12
2011 7 5 0 0 4 2 0 0 6 3
2012 7 1 3 1 6 1 0 0 16 3
2013 4 0 2 0 0 0 3 4 9 4
2014 3 0 2 7 3 2 0 0 8 9
2015 1 0 0 0 4 0 0 0 5 0
2016 2 0 0 0 0 0 0 0 2 0
Йыйылма команда өсөн барлығы 67 29 47 32 48 24 7 8 167 88
  • Испания чемпионы (5): 2000/2001, 2002/2003, 2006/2007, 2007/2008, 2011/2012
  • Испания кубогы эйәһе (2): 2010/2011, 2013/2014
  • Испания Суперкубогы эйәһе(4): 2001, 2003, 2008, 2012
  • УЕФА чемпиондары лигаһы еңеүсеһе (3): 1999/2000, 2001/2002, 2013/2014
  • УЕФА суперкубогы эйәһе(2): 2002, 2014
  • Континент-ара кубогы эйәһе: 2002
  • Донъяның клуб чемпионаты еңеүсеһе: 2014
  • Йәмғеһе: 18 трофей
  • Португалия Чемпионы: 2017/18
  • Португалия Суперкубогы эйәһе : 2018
  • Йәмғеһе: 2 трофей

Испания Испания йыйылма командаһы (йәштәр)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йәштәр донъя чемпионаты еңеүсеһе: 1999
  • Европа чемпионы (16 йәшкә тиклем): 1997
  • Меридиан Кубогы эйәһе: 1999

Испания Испания йыйылма командаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Донъя чемпионы: 2010
  • Европа чемпионы (2): 2008, 2012
  • Конфедерациялар кубогының бронза призеры: 2009
  • Конфедерациялар кубогының көмөш миҙал призеры өсөн: 2013
  • Йәмғеһе: 3 трофей
  • Карьераһында барлығы: 23 трофей
  • Bravo Award: 2000
  • Don Balón Award: Breakthrough Player 2000
  • UEFA Team of the Year: 2007, 2008, 2009, 2010, 2011, 2012
  • Zamora Trophy: 2007-08
  • UEFA Euro Team of the Tournament: 2008
  • FIFA World XI: 2008, 2009, 2010
  • FIFA/FIFPro World’s best goalkeeper 2008, 2009, 2010, 2012
  • IFFHS версияһы буйынса йылдың иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы(5): 2008, 2009, 2010, 2011, 2012
  • FIFA.com Team of the Year: 2008
  • FIFA World Cup Golden Glove: 2010
  • FIFA World Cup All-Star Team: 2010
  • Спорт ҡаҙаныштары орденының алтын миҙалы (октябрь, 2009 йыл)
  • Favourite son of Navalacruz: 2010
  • Favourite son of Móstoles: 2010
  • Астурия принцы премияһы: 2012
  • Спорт ҡаҙаныштары орденының Ҙур тәре кавалеры (10 ноябрь, 2015 йыл)
  • Golden Foot премияһы эйәһе: 2017
  1. El galбctico de Mystoles 2010 йыл 13 июнь архивланған.
  2. Ikerman 2013 йыл 20 декабрь архивланған.
  3. Iker Casillas
  4. El «Santo» Iker Casillas fue elegido el mejor arquero del Mundial
  5. Iker Casillas // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  6. Íker Casillas Fernández // As (исп.)Madrid: PRISA, 1967. — ISSN 1888-6671
  7. Iker Casillas - Player Profile 18/19 | Transfermarkt
  8. 8,0 8,1 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  9. корректное испанское произношение Касияс
  10. The World's Best Goalkeeper (ингл.). IFFHS. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 15 июнь 2018 года.
  11. The «Bravo» Award (ингл.). RSSSF. Дата обращения: 2 август 2014.
  12. 2010 World Cup South Africa Awards (ингл.). FIFA. Дата обращения: 2 август 2014. 2014 йыл 22 декабрь архивланған.
  13. Касильяс стал третьим игроком, выигравшим Лигу чемпионов, чемпионат мира и Европы в качестве капитана. sports.ru. Дата обращения: 27 июль 2014.
  14. Моуринью: на данный момент Адан лучше Касильяса
  15. Касильяс остался в запасе «Реала» на матч с «Реалом Сосьедад»
  16. Восстановление Касильяса может затянуться на 12 недель
  17. Чемпионат Испании. Икер Касильяс: «Я вернусь через месяц»
  18. Касильяс может вернуться в строй в течение месяца
  19. José Sá na baliza do FC Porto frente ao Paços de Ferreira 2017 йыл 21 октябрь архивланған.
  20. Икер Касильяс продлил контракт с «Порту». Интерфакс (20 март 2019). Дата обращения: 22 март 2019.
  21. Iker Casillas, ingresado tras sufrir un infarto en el entrenamiento del Oporto (1 май 2019). Дата обращения: 1 май 2019.
  22. Икер Касильяс приступил к тренировкам (1 июль 2019).
  23. Порту заявил Касильяса на новый сезон (9 август 2019).
  24. Испанский футболист Икер Касильяс стал отцом во второй раз. 2020 йыл 15 июнь архивланған.
  25. Касильяс установил рекорд по количеству минут, проведенных на поле в матчах ЛЧ — Футбол — ua.tribuna.com
  26. Касильяс обновил рекорд по сухим матчам в ЛЧ