Каспар Хаузер

Каспар Хаузер
нем. Kaspar Hauser
Тыуған көнө

30 апрель 1812({{padleft:1812|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][2]

Вафат булған көнө

17 декабрь 1833({{padleft:1833|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2] (21 йәш)

Ил

 Королевство Бавария[d]

 Каспар Хаузер Викимилектә
Хаузерҙың ҡәбере, Ансбах ҡалаһы зыяраты (2012)

Каспар Хаузер (нем. Kaspar Hauser, Casparus Hauser), Гаузер тип русса яҙылышы ла осрай (яҡынса 30 апрель 1812 йыл; тыуған урыны билдәһеҙ — 19 декабрь 1833 йыл; Ансбах ҡалаһы) – «Европа йәтиме» булараҡ билдәле, кемлеге әле лә тулыһынса асыҡланмаған кеше. Тәүге тапҡыр 1828 йылдың 28 майында Нюрнберг ҡалаһының урамдарында пәйҙә була. Фараздарҙың береһенә ярашлы, Каспар — Бадендың бөйөк кенәздәре нәҫеленән булырға мөмкин. Уның шәхесе хәҙергәсә тарихсылар араһында ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

1828 йылдың 28 май көнөндә Нюрнбергта пәйҙә булған яҡынса 16 йәшлек егет, крәстиәндәрсә кейенгән була. Бер нисә һүҙҙән башҡа бөтөнләй һөйләшә алмаған. Уның кеҫәләрендә табылған ике хаттан башҡа бер нимә лә шәхесен асыҡландырмаған. Хаттарҙың береһе Нюрнбергтағы алтынсы атлы полкының дүртенсе эскадронының етәксеһе - капитан Вессенигҡа ебәрелгән булған, уның авторы капитандан "ошо егетте" үҙенең янына алырға йә "камины эргәһендә аҫып үлтерергә" һораған. Хаттарҙың икенсеһенә ярашлы иһә (ул, бәлки, Каспарҙың әсәһе тарафынан уның элекке ҡурсалаусыһына яҙылған булғандыр) был бала 1812 йылдың апрель 30-ендә тыуған һәм Каспар тигән исем менән суҡынландырылған. Һуңыраҡ алып барылған эҙләнеү һөҙөмтәһендә шуныһы асыҡланған: ике хат та (беренсеһе 1828 йылда, икенсеһе 1812 йылда яҙылғанына ҡарамаҫтан) шул уҡ төрлө ҡағыҙҙа, шундай уҡ яҙыу ҡараһы менән һәм шул уҡ кеше тарафынан яҙылған.

Каспар Хаузер

Вайкман (Weickmann) тигән тегенсе егетте капитан Вессениг йортона тиклем алып барҙы (әйтеүенсә, ошо юл Каспарға ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелде), әммә унда ла егет, нимә тип әйткәнен аңламағандай, ике генә һөйләм ҡабатлаған: Атайымдай атлы яугир булғым килә һәм Атҡай! Атҡай! Һуңыраҡ, полицияға алып барылғандан һуң, уға ниндәй генә һорауҙар бирелһә лә, ошо ике һөйләмде ҡабатлаған, йә Өй һәм Белмәйем тип илаған. Уға яҙыу ҡараһы һәм яҙғыс бирелгәс, ике генә һүҙҙе яҙа алған: Kaspar Hauser. Шуның өсөн ул ошо исем менән тарихҡа ла ингән.

Киләһе ике ай буйы Каспар ҡала төрмәһендә һәм Андреас Һилтель тигән төрмә ҡараусыһы йортонда йәшәгән, унда егеткә ҡарар өсөн күп кенә кеше йыйылғаны бар. 16 йыллыҡ йәшенә ҡарамаҫтан, пәйҙә булған ваҡытта психика һаулығы 6 йыллыҡ баланың кимәлендә булған. Башта һыу менән икмәктән башҡа бер нимә лә ашай алмаған. Бургомистр Биндер әйтеүенсә, Каспарҙың хәтере "иҫ китмәле" булған.

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Kaspar Hauser // Encyclopædia Britannica (ингл.)

Фераль балалар

  • Джини