Кассис | |
Герб | |
![]() | |
![]() | |
Рәсми атамаһы | Cassis[1] |
---|---|
Архивы хранятся в | Departmental archives of Bouches-du-Rhône[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Восточный Обань[d], Буш-дю-Рон[d] һәм Марсель[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Статистическая область | Q108921586? һәм Q113841430? |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Ла-Сьота[d][2] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Cassis[d] |
Халыҡ һаны | 6706 кеше (1 ғинуар 2022)[3] |
Ир-егеттәр | 3401[4] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 3748[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 0 метр[5] һәм 385 метр[5] |
Туғандаш ҡала | Бернем-он-Си[d] |
Сиктәш | Обань[d], Серест[d], Ла-Сьота[d], Рокфор-ла-Бедуль[d], Карну-ан-Прованс[d] һәм Марсель |
Майҙан | 26,87 км²[6] |
Почта индексы | 13260[7] |
Электрон почта | accueil@cassis.fr[8] |
Рәсми сайт | cassis.fr[8] |
![]() | |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Cassis[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Cassis[d] |
![]() |
Кассис (нем. Cassis) — Францияның көньяҡ-көнсығышында Прованс— Альп — Зәңгәрһыу Яр регионындағы ҡала һәм коммуна, Буш-дю-Рок департаменты, Марсель округы, Ла-Сьюта кантоны[9].
Марсель ҡалаһынан яҡынса 20 км көнсығыштараҡ урынлашҡан. Кассис һәм Ла-Сьот коммуналары араһында Европала иң бейек яр буйы ҡаяһы (399 м) урынлашҡан. Ҡала үҙенең ҡаялары, шулай уҡ тирә яғында етештерелгән шараптары менән дан тота.
Коммунаның майҙаны — 26,86 км², халҡы — 7560 кеше[10] (2012), халыҡ тығыҙлығы — 281,5 кеше/км².
Кассис урынында тәүге ултыраҡтар б.э. тиклем VI—V быуаттарға ҡарай. Бында лигурҙар йәшәгән, улар һунар, балыҡсылыҡ һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән. Уларҙан нығытмалар ҡалдыҡтары ҡалған. Шулай уҡ Кассиста гректарҙың булыуы ныҡ һиҙелә. Рим Империяһы ваҡытында бында балыҡсылар ултырағы булған. Археологик табылдыҡтар Кассистың бөтә Урта дигеҙ һәм бигерәк тә Төньяҡ Африка менән сауҙа бәйләнештәре тураһында һөйләй.
V быуаттан алып X быуатҡа тиклем варварҙарҙың һөжүме урындағы халыҡҡа һарай төҙөргә мәжбүр итә. 1223 йылда ул урындағы феодал, сеньор Ле-Бо-де-Прованстың биләмәһе була. 1402 йылдың 4 апрелендә савой графы Одон де Вильяр үҙенең туғаны Филипп де Левиға Зәңгәрһыу Яры еренең ҙур ғына өлөшөн бүләк итә, уға Кассис ҡалаһы ла инә. Бының өсөн Филипп Раймонд Туренскийға ҡаршы уның яғында һуғышырға тейеш була. XV быуатта Кассис ҡалаһы Прованс графтары хакимлығы аҫтына эләгә, һуңынан герцог Рене Добрый уны Марселдең епископтарына тапшыра, уларҙың ҡулы аҫтында Кассис 1789 йылғы Бөйөк Француз революцияһына тиклем ҡала.
XVIII быуатта Кассис ҡала стеналарынан сығып гавань яғына ҡарай ҙурая. Ошо уҡ ваҡытта бөтә донъяға кассис ташы булараҡ билдәле урындағы эзбизташты сығарыу (эзбизташ әҙләп борондан бында сығарылһа ла) әүҙем үҫешә башлай, ә XX быуатта шарап етештереү алға китә.
II быуатта билдәле булған Charsitanæ Tutelæ— исеменең иҫке формаһы. IV быуатта ултыраҡ Carsicis тип аталған, 1323 йылда Cassitis Castrum һарайы («Касситис замогы») тип телгә алына. Бында исемдең төп өлөшө «кар» тәү һинд-европа һүҙенән килеп сыҡҡан, таш һүҙен аңлата.
![]() |
Кассис (Франция) Викимилектә |
---|