Катарина Мазетти | |
швед. Katarina Mazetti[1] | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 29 апрель 1944[3][1][4][…] (80 йәш) |
Тыуған урыны | Стокгольм, Швеция[1] |
Туған тел | швед теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | швед теле |
Һөнәр төрө | журналист, яҙыусы, балалар яҙыусыһы, романист, шағир, новеллист |
Уҡыу йорто | Лундский университет[d] |
Жанр | тарихи роман[d], детская и подростковая литература[d], шиғриәт һәм сценарий[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт |
katarinamazetti.com/enfr… katarinamazetti.com |
Вики-проект | Iedereen Leest[d] |
![]() |
Катарина Мазетти (швед. Katarina Mazetti; 29 апрель 1944 йыл) — Швеция журналисы һәм яҙыусыһы.
Катарина Мазетти Стокгольмда тыуған, әммә Швецияның көньяғынағы диңгеҙ порты Карлскрунда үҫкән. Ул журналистика менән шөғөлләнә башлай, ә тәүге күнекмәләрҙе урындағы гәзиттә ала. Лунд университетында ул инглиз һәм әҙәбиәт өлкәһендә магистр дәрәжәһен ала, шунан һуң уҡытыусы, ә һуңыраҡ репортер һәм радиопродюсер булып эшләй. Егерме йыл дауамында ул дүрт балаһы һәм ире менән Швецияның төньяғында бәләкәй фермала йәшәй. Әлеге ваҡытта ул Лундта йәшәй. Күп йылдар буйы яҙыусы бөтә йәштәге кешеләр өсөн китаптар, шулай уҡ әҙәби күҙәтеүҙәр, шиғырҙар, скетчтар яҙа, гәзит өсөн колонкалар һәм радио тапшырыуҙары алып бара.
Уның тәүге китабы гекзаметр менән балалар өсөн яҙылған һүрәтле китап була. Өлкөндәр өсөн яҙылған Grabben i Graven Bredvid (Күрше ҡәбер егете) романы 22 телгә тәржемә ителә. Романды яҙыусы үҙенең фермер ҡатыны тәжрибәһенә нигеҙләнеп яҙа. Роман ҙур уңышҡа өлгәшә һәм швед телендә генә 450000 данала һатыла. 2002 йылда уның буйынса фильм төшөрөлә, уны миллиондан ашыу швед ҡарай.
Мазетти әҙәбиәт сараларына ярашлы бер нисә илдә була, улар араһында Рәсәй, Германия, Канада (Aloud International Readings, 2006) һәм Франция (2007 йылда Prix Cévennes номинацияһы ала).