Кедах

Кедах
мал. Kedah Darul Aman
джави:قدح
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Ил

Малайзия

Статус

Малайзия штаты

Берләштерә

12 район

Административ үҙәк

Алор-Сетар

СОлтан

Туанку Салехуддин ибни Аль-Мархум Султан Бадлишах

Халҡы (2010)

1 947 651 (6 урын)

Тығыҙлығы

206,65 кеше/км² (8 урын)

Майҙаны

9 425 км² (8 урын)

Кедах, карта

Ваҡыт бүлкәте

+8

Аббревиатура

KH

Код ISO 3166-2

MY-02

Рәсми сайты

Кедах (мал. Kedah Darul AmanAman Kedah Darul, джави:قدح) — Малайзияның федераль штаты. .

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кедах Малай ярымутрауының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Көнбайыштан ярҙары Андаман диңгеҙе тарафынан йыуыла. Шулай уҡ штатҡа Лангкави утрауҙар төркөмө инә. Төньяҡтан Таиланд һәм Малайзияның Перлис штаты менән, көньяҡта һәм көньяҡ көнбайышта Пенанг һәм Перак штаттары менән сиктәш.

Кедахтың майҙаны 9 425 км². Халыҡ һаны — 1 651 947 кеше (2010 й.). Халыҡ тығыҙлығы — 206,65 кеше/км². Кедах Тенгану,Кеантан, Перлис һәм Паханг штаттары һымаҡ, малайлылар милләте аҙыраҡ булған штаттар иҫәбенә керә . Кедахта малайлылар дөйөм иҫәптең 75,5 % тәшкил итә. Шулай уҡ унда Ҡытайлылар 14 % һәм һиндтар 7 %.

Кедахтың административ үҙәге — Алор-Сетар. Дәүләт төҙөлөшө вариҫлылыҡ буйынса монархия, солтанлыҡ . Дәүләт башлығы — солтан Саләхеддин Туанка ибни Әл-Солтан Мархум Бадлишах. Ул был вазифаны 2017 йылдың 12 сентябренән биләй.

Уға хәтле солтан уның ата бер инә башҡа ағаһы Туанку Абдул Хәлим Муадзам Шаһ булған. Ул Малайзиялағы берҙән бер ике тапҡыр булған монарх. 1970 −1975 һәм 2011 2016 йылдарҙа етәкселек иткән.



⚙️ Малайзия тарихы
Тарихҡа тиклемге Малайзия
Иртә батшалыҡтар
Мосолман дәүләттәре
Колониаль осор
Күсеү осоро


Беренсе дәүләт башланғысы — һинд-буддист короллеге — Кедах биләмәләрендә беҙҙең эраға тиклемге IV быуатта уҡ барлыҡҡа килгән. Был бронғо дәүләт Малай ярымутрауында булған. VII—VIII быуаттарҙа Кедах Шривиджайя, унан һуң Сиам империяларының вассалы булып торған. Кедах солтанат булараҡ нигеҙ һалыныуы датаһы булып 1136 йыл иҫәпләнә. Был йылда урындағы индуизм хакимы Пра Онг ислам ҡабул иткән һәм исемен Солтан Мозафар (Муджафар) Шаһ тип алмаштырған.

XV йөҙйыллыҡта Кедах Джохор солтанаты ҡул аҫтына эләгә. Ике быуат буйына португалдар һәм яугир диңгеҙ халҡы Ачех һиндтары менән һуғыштар алып бара. XIX быуатта Миам власы ҡул аҫтында була. 1909 йылға Инглиз-Таиланд Килешеүе буйынса инглиздарға күсә. 1942 йыл Япония баҫып ала. Өс йылдан яңынан һуң британия ғәскәрҙәре яулап ала. 1957 йыл үҙаллы Малай Федерацияһы составына инә. 1963 йылдан Малайзия составында.

  • Мөхәммәт Джива Заин әл-Абидин (1472—1506)
  • Мәхмүт-шаһ (1506—1546), алдағы солтандың улы
  • Мозаффар-шаһ (1546—1602), алдағы солтандың улы
  • Сөләймән-ша (1602—1625), алдағы солтандың улы
  • Раджжал ад-дин-шаһ (1625—1651), алдағы солтандың улы
  • Мухйи ад-дин-шаһ (1651—1661), алдағы солтандың улы
  • Зиа ад-дин Мукаррат-шаһ (1661—1687), алдағы солтандың улы
  • Ата-иллах Мухаммад-шаһ (1687—1698), алдағы солтандың улы
  • Абдаллах Муаззам-шаһ (1698—1706), алдағы солтандың улы
  • Мухаммад Джива Заин ад-Абидин Муаззама-шаһ (1706—1779), алдағы солтандың улы
  • Абдаллах Мукаррам-шаһ (1779—1802), алдағы солтандың улы
  • Зиа ад-дин Муаззам-шаһ (1802—1803), алдағы солтандың бер туғаны
  • Ахмад Тадж ад-дин Халим-шаһ (1803—1821, 1843), сын Абдаллаха Мукаррат-шаха, алдағы солтандың ағаһының улы
  • Заин ал-Рашид Муаззам I (1843—1854), алдағы солтандың улы
  • Ахмад Тадж ад-дин Мукаррат-шаһ (1854—1879), алдағы солтандың улы
  • Заин ал-Рашид Муаззам-шах II (1879—1881), алдағы солтандың улы
  • Абдул Хамид Халим-шаһ (1881—1943), алдағы солтандың бер туғаны
  • Бадли-шаһ (1943—1958), алдағы солтандың улы
  • Абдул Халим Муадзам Шаһ (1958—2017), алдағы солтандың улы
  • Туанку Салехуддин ибни Аль-Мархум Султан Бадлишаһ, алдағы солтандың бер туғаны

Административ бүоенеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Штат 12 районға бүленә:

  1. Балинг
  2. Бандар Бахару
  3. Кота Сетар
  4. Куала Муда
  5. Кубанг Пасу
  6. Кулим
  7. Лангкави
  8. Паданг Терап
  9. Пенданг
  10. Покок Сена
  11. Сик
  12. Ян

Штаттың эре ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рыжов, К. В. Все монархи мира. Мусульманский Восток. XV—XX вв. — М. : Вече, 2004. — 544 с.