Кейәү үләне |
Кейәү үләне. Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше. |
Фәнни классификация |
---|
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Thymus serpyllum L., 1753
|
|
|
Кейәү үләне (рус. Тимья́н ползу́чий, Чабре́ц, Чабре́ц обыкновенный, Богоро́дская трава́, лат. Thýmus serpýllum) — баллыбабай һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ хуш еҫле үлән үҫемлек, бейеклеге 5-15 см тирәһе. Июнь-июль айҙарында алһыу аҡ сәскә ата.
Евразияның уртаса климатында, Скандинавиянан Урта диңгеҙгәсә, Британия утрауҙарынан Көнсығыш Себергәсә таралған.
Кейәү үләне ташлы, ҡомло урындарҙа үҫергә ярата. Башҡортостандың Урал аръяғында, Уралтау, Ирәндек, Ҡырҡты тауҙары биттәрендә бигерәк тә күп үҫә.
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 1130. Thymus serpyllum L. — Тимьян, или Чабрец ползучий, или Богородская трава // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2004. — Т. 3. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 163. — ISBN 5-87317-163-7..
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. ISBN 5-295-01499-1