«Ке́плер» — НАСА йыһан обсерваторияһында үтә һиҙгер фотометрлы орбиталь телескоп. Ергә оҡшаш экзопланеталарҙы (Ҡояш системаһынан ситтәге планеталарҙы — башҡа йондоҙҙарҙы) эҙләү маҡсаты өсөн махсус төҙөлгән беренсе йыһан аппараты. Планеталарҙың хәрәкәт закондарын асҡан немец математигы һәм астрономы Иоганн Кеплер хөрмәтенә атала. Обсерватория бер үк ваҡытта 100 меңдән ашыу йондоҙҙарҙы күҙәтә ала. Йондоҙ тирәләй планетаның булыуы уның сағыулығының периодик үҙгәреүе буйынса билдәләнә.[7]
«Кеплер» 2009 йылдың 6 мартында АҠШ-тың Көнсығыш яр буйы ваҡыты менән 22:49 сәғәттә (7 март Мәскәү ваҡыты менән 06:49 сәғәттә) ебәрелә. Төҙөлөш һәм сафҡа индереү менән НАСА-ның «Лаборатория реактивного движения» ғилми тикшернеү үҙәге идара итә, «Кеплер»ҙың осоу системаларын эшләү өсөн беренсел подрядсы «Ball Aerospace» яуаплы була. 2009 йылдың декабренән миссия менән идара итеү өсөн яуаплылыҡ Эймс ғилми-тикшеренеү үҙәгенә йөкмәтелә, ул шулай уҡ телескоптың фәнни мәғлүмәттәренә күпләп анализ үткәрә.
Төп программа 3,5 йылға иҫәпләнә. 2013 йылдың 12 майында Кеплер телескобы сафтан сыға; орбита обсерваторияһы боҙола, ә борт компьютеры «йоҡо режимына» күсә. Маховиктарҙың сафтан сығыуынан һуң аппараттың теүәл ориентацияһы мөмкин булмаһа ла, мәғлүмәттәрҙе анализлау бер нисә йыл дауам итә.
Ер ҙурлығындағы планеталар һәм унан да бәләкәйерәктәрҙе асыу кеүек мөһим һәм хатта сенсацион асыштар яһала. Кеплер 530 506 йондоҙҙо күҙәтә һәм 2023 йылдың 16 июненә төрлө тикшеренеүселәр төркөмө раҫлаған 2778 планета таба.[8]
.
«Кеплер» телескобының фәнни маҡсаты — планета системаларының төҙөлөшөн һәм төрлөлөгөн өйрәнеү. Бының өсөн, күп йондоҙҙарҙы иҫәпкә алып, бер нисә маҡсатҡа өлгәшеү ҡарала:[7]
Кеплер телескобының күреү яланы күк сфераһының 105 квадрат градус майҙаны менән сикләнә[9], был бөтә күк сфераһы майҙанының дүрттән бер өлөшөнә генә тиң, ул 41253 квадрат градус тәшкил итә. Был өлкә күк сфераһының төньяҡ ярымшарҙағы өс йондоҙлоҡҡа ҡағыла — Аҡҡош, Лира һәм Аждаһа[10]. «Кеплер» күҙәткән күк участкаһын йондоҙло күктә табыу еңел. Ул Йәйге-көҙгө өсмөйөш менән бәйле, айырыуса астеризм. менән күренеп тора. Күк сфераһының төньяҡ ярымшарында, һәм көҙөн Ерҙең Төньяҡ ярымшарының урта киңлектәрендә яҡшы күренә. Был оҙонса тигеҙ эргәле өсмөйөштә өс сағыу йондоҙ бар — Вега (α Лира), Денеб (α Аҡҡош) һәм Альтаир (α Бөркөт) ҡыҫҡа яғы (Денеб — Вега) күрһәтелгән участканы киҫеп үтә һәм уның менән ҙурлығы буйынса сағыштырыла.
Ҡеүәтте дөйөм майҙаны 10,2 м2 булған, төрлө яҫылыҡтарҙа урынлашҡан дүрт ҡояш батареяһы тәьмин итә. 2860 күҙәнәктән торған аккумулятор батареялары 1100 ватт ҡеүәт бирә. Электр һаҡлауҙы 20 А×х ҡеүәтле литий-ионлы аккумулятор батареяһы тәьмин итә. Электрон хәтер (ҡаты туплаусы) 16 Гбайт һыйҙырышлы һәм 60 көн эсендә мәғлүмәттәр йыйыуға иҫәпләнгән. Эшкәртеү мәғлүмәттәре 30 көн һайын пакеттарҙа трансляциялана.[7]
Фотометр тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн дөйөм сиселеше 95 мегапиксел булған 42 ПЗС-матрицанан һәм массивтың мөйөштәрендә теүәл идара итеүҙе тәьмин итеү өсөн урынлаштырылған дүрт өҫтәмә ПЗС-матрицанан тора. 42 CCD-матрицаның һәр береһенең үлсәме 5×2,5 см һәм 2200×1024 пикселле. 2010 йылдың 12 ғинуарында фотометрҙың ике фотометр матрицаһынан торған бер модуле сафтан сыға. Матрицанан мәғлүмәттәр һәр 6 секунд һайын алына, туйындырыу сигенә етә һәм борттағы компьютерҙа һәр пиксел өсөн 30 секунд эсендә ҡабатлана. 42 матрицалы ҡоролманың һәр береһенең мәғлүмәт өсөн 2 сығышы бар, йәғни бөтәһе 84 мәғлүмәт шинаһы бар. Үткәреү һыҙаты 430890 нм тәшкил итә. Күҙәтеү өсөн 16-сы йондоҙ дәүмәленә тиклемге йондоҙҙар бар.[11]
Телескоп шмидт системалары. Апертураһы 0,95 метр (шул уҡ ваҡытта телескоптың беренсел көҙгөһөнөң диаметры 1,4 метр). Күреү майҙаны 115 квадрат градус.
Шмидт корректоры, метр оҙонлоҡтағы, телескоптың алғы яғындағы бер аҙ сферик булмаған линза ,-30 °C, ә артҡы яғындағы беренсел көҙгө −11 °C кимәлендә эшләй. ПЗС-матрицаһы фокаль яҫылыҡта детектор тауыштарын кәметеү өсөн −85 °C температурала эшләргә тейеш була. Ябыҡ туҙанға ҡаршы ҡапҡасы менән калибрлау ваҡытында телескоп компоненттарының күбеһе бер аҙ йылыраҡ. Экстремаль түбән температурала эшләү өсөн шыйыҡландырылған газ менән һыуытыу талап ителмәй, ә телескоптың эшләү ваҡыты техниканың ышаныслылығы менән сикләнә.
Обсерватория Канаверал морононо космодромдан 2009 йылдың 6 мартта АҠШ Көнсығыш яр буйы ваҡыты буйынса 22:49 сәғәттә (7мартта Мәскәү ваҡыты буйынса 06:49 сәғәттә) ебәрелә. Орбитаға аппаратты «Дельта-2» ракета-йөрөтүсе сығара.
Ике тапҡыр, 2006 йылдың ғинуар һәм мартында, финанс проблемалары арҡаһында старт кисектерелә. Миссияның дөйөм хаҡы яҡынса 467 миллион доллар тәшкил итә.
Телескоп Ер орбитаһына яҡын, ләкин орбиталь периоды бер аҙ оҙонораҡ булған түңәрәк гелиоцентрик орбитала урынлаштырыла. Орбитаның ярым күсәре — 1.0132 АУ, эксцентриклығы 0.036091, афелий 1.0498 а.е, перигелион 0.97667 АУ, орбиталь ауышлығы 0,44745°, әйләнеү периоды 372,53 тәүлек, перигелион аргументы 2,9411° уртаса аномалия 41,177° тигәнде аңлата, уртаса мөйөш хәрәкәте 0,96635°/тәүлек тигәнде аңлата. Ҡояш тирәләй хәрәкәтендә «Кеплер» яйлап Ерҙән ҡалыша; Ергә тиклемге алыҫлығы 2017 йылдың 1 июленә 0,937 АУ (140,2 млн км) тәшкил итә.[7]
2009 йылдың 8 апрелендә аппарат фотометрҙың калибрланмаған камераһы (неоткалиброванная камера) төшөргән беренсе фотоһүрәтте тапшыра. Унда Аҡҡош һәм Лира йондоҙлоҡтарҙың 4,5 миллионға яҡын йондоҙо бар . Буталсыҡ һүрәт булыуға ҡарамаҫтан, фотола TrES-2 йондоҙо яҡшы күренә һәм таралған тупланма NGC 6791 яҡшы күренә. TrES-2 Кеплер-1 тип атала, сөнки ул Кеплер тарафынан беренсе булып асылған, уның кәм тигәндә бер планетаһы бар..Калибрлау тамамланғансы «Кеплер» шулай уҡ газ гиганты планетаһының атмосфераһын таба, шулай итеп, яңы обсерваторияның иҫ киткес мөмкинселеген күрһәтә. Британия ғалимдары билдәләүенсә, «Кеплер» орбиталь телескобы алыҫ экзопланеталарҙы ғына түгел, ә шулай уҡ уларҙың юлдаштарын да билдәләүгә һәләтле.. Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, «Кеплер» теоретик рәүештә 0,2 Ерҙән артыҡ массалы экзопланеталарҙың юлдаштарын таба ала.[11]
2010 йылдың 4 ғинуарында тәүге 5 планетаның асылыуы тураһында иғлан ителә (Kepler-4 b, Kepler-5 b, Kepler-6 b, Kepler-7 b һәм Kepler-8 b). Был планеталарҙың барыһы ла «эҫе Юпитерҙар» 3,3 көндән 4,9 көнгә тиклем әйләнеш периоды менән.[12] 2010 йылдың 9 ғинуарында фотометрҙың фотометрлы 42 модулдең 2-һе сафтан сыға. Ошо мәлдән башлап «Кеплер» күҙәтеү майҙаны яҡынса биш процентҡа кәмей.
2010 йылдың 15 июнендә телескоптың тәүге 43 көн күҙәтеүҙәрендә йыйылған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һөҙөмтәләре баҫылып сыға. «Кеплер» был ваҡыт эсендә күк йөҙөн өҙлөкһөҙ күҙәтә һәм 706 потенциаль планетаны таба, уларҙың ҙурлығы Ерҙең ҙурлығынан алып Юпитерҙан бер аҙ ҙурыраҡ арала тирбәлә. Ғалимдар «ҡыҙыҡһыныуға эйә булмаған» 306 кандидат тураһында мәғлүмәт бирә. Ҡалған 400 планета-кандидат тураһында мәғлүмәттәрҙе, шул иҫәптән Ергә оҡшаш планеталарҙы, ғалимдар 2011 йылдың февралендә яңынан тикшерергә һәм баҫтырырға ниәтләй[13].
2011 йылдың 11 ғинуарында ғалимдар бик аҙ билдәле экзопланета — Kepler-10 b табылыуы тураһында хәбәр итә , радиусы Ерҙекенән 1,42 тапҡырға ғына ҙурыраҡ.
2011 йылдың 2 февралендә 2009 йылдың 13 майынан 16 сентябренә тиклем күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре мәғлүмәттәре баҫылып сыға. Уларҙа планетаға 1235 кандидат тураһында хәбәр ителә. Шуларҙың алтмыш һигеҙе яҡынса Ер ҙурлығында; 288 суперер; 662-һе Нептун ҙурлығында; 165 Юпитер ҙурлығында һәм 19 Юпитерҙан ҙурыраҡ. Кандидаттарҙың 54 планетаһы йәшәү зонаһында, уларҙың бишәүһе ҙурлығы буйынса Ергә яҡын.
2011 йылдың 23 сентябрендә 2009 йылдың 18 сентябренән 16 декабренә тиклем күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре мәғлүмәттәре баҫылып сыға.
2011 йылдың декабрь башында «Кеплер» тарафынан асылған беренсе суперер йәшәү зона һында Kepler-22 b һәм бер аҙ һуңыраҡ радиусы Ерҙекенән бәләкәйерәк булған планета Kepler-20 e табылыуы тураһында хәбәр ителә.
2012 йылдың ғинуарында өс мини-ер KOI-961, йондоҙ янында табылыуы тураһында иғлан ителә, уларҙың береһе Марс ҙурлығында
2012 йылдың 4 апрелендә телескоптың миссияһын кәм тигәндә 2016 йылға тиклем оҙайтыу тураһында иғлан ителә.
2012 йылдың 16 июлендә гиростабилизацияланған платформаның дүрт двигатель-маховигының береһе ватыла.
2012 йылдың ноябре Кеплер үҙенең миссияһының төп өлөшөн тамамлай, әммә тағы ла дүрт йыл дауамында эшен дауам итә.
2013 йылдың 7 ғинуарында Америка астрономия йәмғиәтенең 221- се съезында 2009 йылдың майынан 2011 йылдың мартына тиклем күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре тәҡдим ителә, планета-кандидаттар һаны 2740-ҡа тиклем еткерелә. 2012 йылда бирелгән мәғлүмәттәргә ҡарата кандидаттар һаны үҫеше ике Ерҙән кәмерәк ҙурлыҡта күҙәтелә. 2013 йылдың 12 майында гиростабилизацияланған платформаның 4-се двигатель-маховигы билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ватыла. Аппараттың ориентирлашыуы тотороҡһоҙлана Һәм Кеплерҙы әйләндереү өсөн ориентирлау двигателдәрен ҡулланыу планлаштырыла, NASA иҫәпләүҙәренсә, улар өсөн яғыулыҡ тағы бер нисә айға етерлек була.
2013 йылдың 16 майында матбуғатта телескоптың сафтан сығыуы тураһында хәбәрҙәр барлыҡҡа килә, әммә 2014 йылда инженерҙар уның эшкә яраҡлығын тергеҙеүгә өлгәшә.
2014 йылдың 30 майында рәсми рәүештә яңы «К2» миссияһы старт ала, ул эклиптика яҫылығының төрлө участкаларҙың 75 тәүлек дауамында сағыу йондоҙҙарын күҙәтеүҙән ғибәрәт.. Өсөнсө двигатель-маховик урынына йыһан аппаратын тотороҡландырыусы фактор сифатында был миссияла ҡояш нурланышы баҫымы ҡулланыла.
2015 йылдың ғинуарында «Кеплер» раҫлаған планеталар һаны 1000-дән ашып китә. Шулай уҡ 2015 йылдың ғинуарында НАСА 11,2 миллиард йыллыҡ йондоҙ Кеплер-444 (Ғаләм йәшенең 80 проценты) тирәләй Ергә оҡшаш раҫланған биш экзопланета табылыуы тураһында хәбәр итә, был йондоҙ системаһын әлеге ваҡытта асылғандарҙың иң боронғоһо итә[14]
2015 йылдың апрелендә кампанияның тамамланыуы тураһында иғлан ителә. (7 февраль — 24 апрель 2015), яҡынса 16 000 йондоҙҙо һәм ике билдәле таралған йондоҙҙар тупланмаларын , Плеяд һәм Гиадты, күҙәтеүҙе үҙ эсенә ала.
2015 йылдың майында «Кеплер» яңы ғына асылған суаернова KSN 2011b (1а тибындағы), шартлағанға тиклем, шартлау һәм унан һуңғы процесты күҙәтә.. Супернованың шартлағанға тиклемге деталдәре ғалимдарға «ҡара материяны» яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.
2015 йылдың 24 июлендә NASA раҫланған экзопланета Kepler-452 b асыуы тураһында иғлан итә,Ул Ер ҙурлығында һәм Ҡояшҡа оҡшаш йондоҙҙоң йәшәү зонаһында әйләнә. Был йондоҙ 1,5 миллиард йылға олораҡ, Ҡояштан 4 процентҡа ҙурыраҡ һәм 10 процентҡа сағыуыраҡ.[15]
4696 кандидатты үҙ эсенә алған «Кеплер» планета-кандидаттарҙың етенсе каталогы сығарыла, был 2015 йылдың ғинуарында сығарылған каталогҡа ҡарағанда 521 кандидатҡа артығыраҡ.
2016 йылдың 10 апрелендә НАСА инженерҙары «Кеплер»ҙың авария хәлен теркәй. Шул уҡ ваҡытта телескоп автоматик рәүештә тотороҡлана һәм антеннаны Ергә йүнәлтә, инженерҙарға телеметрия алырға мөмкинлек бирә. 11 апрелдә телескоп менән идара итеү тергеҙелә.
2018 йылдың 30 октябрендә NASA рәсми вәкиле Пол Херц Kepler йыһан обсерваторияһы миссияһының тамамланыуы тураһында иғлан итә.[11]
2018 йылдың 15 ноябрендә «Кеплер» үҙ эшен туҡтата, сөнки орбитаға ҡайтыу өсөн яғыулыҡ етмәй. Ошо көндә Иоганн Кеплер вафат була
2015 йылдың июленә ҡарата телескоп аша асылған 4700 кандидаттың 1000-дән ашыу планетаһының тәбиғәте раҫланған. Бөтә кандидаттар араһында 49 % Ерҙән 2 тапҡыр бәләкәйрәк Кандидаттарҙың яҡынса 40 % күп планеталы системалар составына инә. Кеплер ғалимдары төркөмө тарафынан асылған планеталарға кандидаттарҙан тыш, ҡайһы берҙәрен проектында ҡатнашыусылар аса, унда шулай уҡ астрономия менән мауығыусылар ҙа инә.[11]
«Кеплер» тарафынан асылған бер гигантлы ҡайһы бер системалар:[16]
«Кеплер» асҡан ҡайһы бер күп планеталы системалар:
«Кеплер»: тарафынан асылған икеләтә тығыҙ йондоҙҙар системаһындағы планеталар:
«Кеплер» тарафынан табылған планеталар:
«Кеплер» тарафынан табылған башҡа системалар:
«Кеплер» тарафынан табылған планета булмаған тәбиғәтле объекттар: