Кешкек (төр. keşkek) — ит һәм тауыҡтан бойҙай һәм арпа ҡушып тантаналарға бешерелгән ризыҡ, төрөк, иран һәм грек кухняларына ҡарай.
2011 йылда ЮНЕСКО кешкекты Төркиәнең[3][4] матди булмаған мәҙәни мираҫы ҡомартҡыһы тип иғлан итте.
Кешкекты әҙерләү ысулы XV быуатта уҡ Иранда һәм Сирияла теркәлеп ҡуйған, әле лә ул бөтә донъя буйлап таралған ирандар араһында бик популяр. Был ризыҡтың тарихы ҡоротҡа барып тоташа, XVI—XVIII быуаттарҙа Иранда ҡоротто ит, бойҙай йәки арпа оно менән бутап ашағандар[5]. Кешкек — Төркиәлә туйҙың тәүге көнөндә иртәнсәк тәҡдим ителә торған традицион ризыҡ. Кεσκέκ, κεσκέκι и κισκέκ исеме аҫтында ул Лесбоста[6] һәм Самоста[7] , шулай уҡ понтий гректары[8] араһында һәм Эпирҙа байрам ризығы булараҡ билдәле.
Лесбоста кешкек йәйге төндәрҙә әҙерләнелә. Тантана өсөн әҙерләп ҡуйылған үгеҙҙе һуялар, шунан уның итен ризыҡ әҙерләү өсөн ҡулланалар, ә икенсе көнөнә был ризыҡты бойҙай ҡушып ашайҙар[9].
Төркиәнең төньяҡ-көнсығышында һәм урта Анатолияла кешкек haşıl тип атала. Төркиәлә һәм Иранда был ризыҡты бик яраталар һәм дини байрамдар, туйҙарға әҙерләйҙәр һәм вафаттарҙы ерләгәндән һуң ойошторолған табынға ла ҡуялар.
Кешкек әрмәндәрҙең хариса исемле ризығына бик оҡшаш.
Бәлки, славяндарҙың каша һүҙе фарсыларҙағы кишк[10], һүҙенән килеп сыҡҡандыр йәки уларҙың икеһе лә санскриттағы кашая (шифалы эсемлек) һүҙенән тамыр булараҡ күскәндер[11].