Киле

Киле — нимәнелер онтау, ваҡлау, төйөү йәки йомшартыу өсөн тәғәйенләнгән сөм һауыт. Төйгөсө (һабы) шул уҡ материалдан яһала. Уны эсен соҡоған ҡаты ағастан йә суйындан эшләгәндәр. Хәҙер күберәк металл, тәбиғи таш, фарфор һәм пластик килеләр ҡулланыла[1] [2].

Төрлө орлоҡ, ярма, буяу матдәләрен килелә онтағандар. Хәҙерге заманда киң ҡулланышта һирәк тотонола, күберәк фармацевтикала, химик тәжрибәләрҙә ҡулланыла. Аш бүлмәләрендә иһә ул әле лә үҙенә урын таба, металл килеләрҙә төрлө ризыҡты, дарыу үләндәрен онтау, ваҡлау өсөн файҙаланалар.

Һауыт сөм итеп, төйгөслө (һаплы) итеп эшләнә. Иген культураһын төйә торған ағас килеләр бейек итеп эшләнгән. Уны бөтәүләй ағастан ҡоршауһыҙ итеп, эсен соҡоп эшләгәндәр. Аҫҡы өлөшө ныҡлы ултыртып ҡуйырлыҡ түңәрәк яҫмыҡ рәүешендә, ә өҫкө өлөшө аҫтан өҫкә киңәйә барған эсе ҡыуыш һауыт. Аш бүлмәһендә ҡулланылғаны ғәҙәттә 20 см бейегерәк булмай. Уны етештереү өсөн хәҙерге көндә төрлө материал: металл (суйын, еҙ); фарфор, тәбиғи һәм яһалма таштар, пластик ҡулланалар. фармакологияла ағастан башҡа бөтәһе лә файҙаланыла[3].

Әҙәбиәттә һәм фольклорҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ фольклорында киле убырлы ҡарсыҡҡа осоп йөрөү өсөн хеҙмәт итә. Башҡорт фольклорында әсе телле кешегә ҡарата «киле һабындай тел» тигән метафора осрай.

  • Бына әле тағы табып алып, Күптән онотолған килене, Бойҙай төйә, осҡон-ут сәсрәтеп, Әсәйемдең кинйә килене… — Аралбаев Ҡ.[4]
  • Килен килер, киле һабындай теле килер (әйтем)[5].
  • килелә дәрсен һәм мөшкәт төйөү[6].
  • Аралбаев Ҡ. Ағас киле. Шиғыр.[7]
  • Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.1-се т.- Мәскәү, 1993, 496-сы б
  • Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр — Өфө, 1980, 470 б
  1. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.1-се т.- Мәскәү, 1993, 496-сы б
  2. https://ru.wiktionary.org/wiki/%D0%BA%D0%B8%D0%BB%D0%B5
  3. http://xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/17341 2016 йыл 30 март архивланған.
  4. http://www.aralbaev.ru/content/agas-kile.html
  5. Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр — Өфө, 1980, 470 б.
  6. килелә_дәрсен_һәм_мөшкәт_төйөү
  7. http://www.aralbaev.ru/content/agas-kile.html