Кингисепп | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1384 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ямбург һәм Ям |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Кингисеппское городское поселение[d][1] һәм Кингисеппский район[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Кингисеппское городское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 48 807 кеше (2024)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 25,6 метр |
Туғандаш ҡала | Засниц[d], Райсио[d] һәм Кохтла-Ярве[d] |
Майҙан | 29 км² |
Почта индексы | 188455–188456 |
Рәсми сайт | kingisepp-mo.ru |
Урындағы телефон коды | 81375 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Кингисеппе[d] |
Кингисепп Викимилектә |
Кингисепп[3][4] (1922 йылға тиклем — Ямбург[5]) — ҡала, (1784 йылдан алып) Рәсәй империяһы составында, артабан Рәсәйҙең Ленинград өлкәһе Кингисепп районыһәм Кингисепп муниципаль ҡала берәмеге. Новгород баяры Иван Федорович тарафынан Соҡор (Ям) ҡәлғәһе итеп 1384 йылда нигеҙ һалынған.
1703—1922 йылдар буйына ҡала Ямбург[6], һуңынан революционер эстон Виктор Кингисепп хөрмәтенә уның исеме менән атала. (1952 йылда шулай уҡ Кингисепп тип Эстон ССр-ының Курессааре ҡалаһы атала, әммә 1988 йылда ҡаланың элекке исеме ҡайтарыла). Топономика һүҙлектәрендә баҫым беренсе ижеккә яһала — Ки́нгисепп[3][4]. Эстон теленән тәржемәһе kingisepp — «итексе» тигәнде аңлата[7].
1993 йылда Кингисеппта ҡаланың Ямбург тарихи исемен ҡайтарыу тураһында референдум үтә. Ҡаланың исемен үҙгәртергә халҡының 10 % ғына ризалыҡ бирә[8]
Новгородтың тәүге йылъяҙмаларында Ям ҡалаһы 1384 йылда төҙөлгән тип яҙыла.
Шулай итеп Новгород республикаһы үҙенең сиктәрен немец һәм швед баҫҡынсылары һөжүменән һаҡлаған булған. Ҡала ҡәлғәһе тотошлай таш диуарҙан торған, уның бейек манаралары һәм ҡапҡалары булған. Ҡәлғә 1395 һәм 1444—1448 йылдарҙағы Швеция һәм Ливон конфедерацияһы ғәскәрҙәренең ҡамауында бирешмәй сыҙаған була. 1395 йылда шул уҡ йылъяҙмала Яма ҡалаһы телгә алына, 1397 йылда — Ямьский ҡалаһы, 1444 йылда—Яма (Соҡор) ҡалаһы телгә алына, ун алтынсы быуатта Ямгород атамаһы киң таралған була[9].
Ливон һәм ганзейский сығанаҡтарында Соҡор ҡалаһы Ниенслот, йәғни Яңы һарай, Яңы ҡала тип аталған, шуның өсөн оҙаҡ ваҡыттар буйына был ҡала сығанаҡтарҙа булмаған, тип иҫәпләнә. Ивангород нигеҙләнеп, уға Ниенслот исеме күсерелгәс, көнбайыш тарихсылары ҡаланы Ям тип атай башлай.
XV быуатта ҡала Төньяҡ-Көнбайыш Рустың хәрби, һөнәрселек һәм сауҙа үҙәге генә булып ҡалмайынса Төньяҡ-Көнбайыш Рустаң Новгород ерҙәрендәге Водь, Шелонь пятиналарының Ямский өйәҙенең административ үҙәгенә әйләнә. 1583 йылда ҡаланы Швецияға бирәләр, ә 1595 йылда ҡала Русҡа кире ҡайтарыла, әммә һуңынан Столбовский тыныслыҡ килешеүе буйынса 1617 йылда тағын да Швецияға күсә, ҡәлғә диуары һәм башнялары 1681 йылда шартлатыла.
1700-1721 йылдарҙағы Төньяҡ һуғышы барышында ҡала 1700 йылдың 10 сентябрендә беренсе тапҡыр рус ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. Был турала "И. Ю Трубецкойҙың Ф. А. Головинға Ям ҡалаһын алыу һәм әсиргә төшкән һалдаттарҙың Ревель янындағы швед ғәскәрҙәренең тупланыуы тураһындағы хаты"нда яҙыла:[10] «Беҙ бөгөн Ям ҡаласығы янына килдек. Ҡала эсендәге һалдаттар, капралдар һәм ҡала коменданты, беҙҙе күреп, ҡаланан ҡасып китте. Һәм мин шул ҡаланы алдым һәм унда беҙҙең ҡырҡ казакты һәм стрелецтарҙы Григорий Неклюдов менән ҡалдырып киттем».
1703 йылдың май башында ҡала янына рус генерал-майор фон Верден етәкселегендә рус отряды Псковтан килә.14 майҙа, аҙ ғына ваҡыт ҡамауҙан һуң, ҙур булмаған швед гарнизоны капитуляция яһай. Ҡала Рәсәй составына Ништадтский тыныслыҡ килешеүенә ярашлы 1721 йылда индерелә, ошо саҡта шведтарҙың Ямбург исеме формаһы («Ям ҡәлғәһе») һаҡланып ҡалған.
1708 йылда Ямбург кенәз Меншиковтың биләмәһенә күсә, ә ул һөргөнгә ебәрелгәс, был биләмә ҡаҙнаға күсә.
XVIII быуаттың беренсе яртыһында бында быяла сәнәғәте үҫешкән була, XVIII быуат аҙағында ҡалала туҡыу фабрикаһы була, ул француз Лиондың милеге була[11].
1784 йылдан алып Ямбург — өйәҙ ҡалаһы.
1830-сы йылдарҙа Ямбургта, Романовка имениеһында, хәҙерге «Романовка» паркы урынлашҡан ерҙә 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы генерал Карл Бистром йәшәгән (уның ҡәберенә Петр Клодт эшләгән һәйкәл һаҡланған). XХ быуат башында Ямбург — Петербург губернаһының иң ярлы ҡалаларының береһе була, ҡала кешеләре бары тик үҙ йорттарын унда килгән ғәскәрҙәргә ваҡытлыса фатирға биреп, килем алып йәшәгән. Революцияға тиклем ҡала халҡының ҙур өлөшөн хәрбиҙәр тәшкил итә. Шулай итеп, 1849 йылда ҡалалағы 2100 кешенең 1317-һен (62,7 %) «түбән чиндағы хәрбиҙәр» тәшкил итә. Был осорҙа ҡалала император I Францтың гренадер батальоны һәм өйәҙ инвалидтар командаһы фатирҙа тора. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Ямбургта 37-се пехота дивизияһының Царицын 146-сы пехота полкы дислокацияла тора.
Граждандар һуғышы осоронда ҡала Ҡыҙыл армия һәм аҡтарҙың Төньяҡ корпусы менән Төньяҡ-Көнбайыш армияһы араһындағы көрәш объекты булып тора. 1919 йылдың 17 майында Төньяҡ корпусы Петроградҡа һөжүм иткәндә Ямбург ҡалаһын биләй һәм уны 5 августҡа тиклем (Советтарҙың Көнбайыш фронттының 7-се армияһы составындағы 6-сы уҡсы дивизияһы ҡаланы баҫып алғанына тиклем) үҙ ҡулында тота. Ҡала фронт һыҙығы янында тора — совет һөжүме Луга йылғаһы сигендә туҡтап ҡала. Петроградҡа I 11 октябрендә икенсе һөжүм ваҡытында ҡала Төньяҡ-Көнбайыш армияһының икенсе корпусы тарафынан алына. Ямбургты ҡалдырып сыҡҡан Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре ҡалалағы казармаларҙы яндыра , ҡала биналарына етди зыян килтерелә[12]. Ямбургты 1919 йылдың 14 ноябрендә Ҡыҙыл армия частары биләй.
Ҡалаға 1922 йылдың 17 майында эстон революционеры Виктор Кингисепптың (1888—1922) исеме бирелә.
1937-1938 йылдарҙағы Ҙур террор барышында, булған мәғлүмәттәр буйынса[13], ҡалала 155 кеше атып үлтерелгән булған.
Һуғышҡа тиклем ҡалала театр булған. Һуғыш ваҡытында театрҙы Чистополь[14] ҡалаһына эвакуациялайҙар.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында немец ғәскәрҙәре 1941 йылдан 14 авгусында «Төньяҡ» армиялары төркөмөнөң 18-се армияһы ҡаланы оккупациялай. Ҡала һәм уның тирә-йүнендә йәшерен партизан хәрәкәте эшләй, улар, баҫҡынсыларға ҡаршы мәкерле диверсия эшмәкәрлек алып бара һәм диверсияларҙы тормошҡа ашыра. 1944 йылдың 1 февралендә Ленинград-Новгород операцияһы барышында ҡала Ленинград фронтының 13-се һауа армияһы ярҙамы менән икенсе удар армияһы тарафынан азат ителә
1963 йылдың 25 декабрендә яңы ғына төҙөлгән «Фосфорит» тау-байыҡтырыу комбинаты фосфорит онло ашлама етештерә башлай. Һуңынан был комбинат Кингисепп ҡалаһының төп предприятиеһына әйләнә[15].
1984 йылдың 11 октябрендәге СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡала хеҙмәтсәндәренең немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән сыҙамлылығы һәм батырлығы өсөн һәм хужалыҡ һәм мәҙәни төҙөлөштәге уңыштары өсөн» Кингисепп ҡалаһы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
1993 йылда Кингисепп Рәсәйҙә беренсе булып һыу аҫты оптик-волоконлы «Рәсәй—Дания № 1» линияһының үҙәге була[16]. Яңы тарихта был «Ростелеком» бәйләнеше операторының беренсе милли проекты була, ул СССР граждандары телефон селтәре базаһында булдырыла. Мәскәү һәм Петербургты Кингисепп менән радио релеһы линияһы тоташтыра, ә Дания артабан глобаль цифрлы элемтә һуҙыла, был төҙөлөш ике йылда Хабаровск менән Мәскәү һыҙығын тоташтыра. Был саралар Рәсәйҙе донъя интернетына сифатлы тоташтырыуҙы тәьмин итеү өсөн эшлэнелә.
2001 йылдың 13 декабрендә ҡалаға Лесобиржа һәм Касколовка ҡасабалары һәм Яңы Луцк ауылы ҡушыла[17].
Ҡала Яңы ваҡыттың Ганзей союзы ағзаһы булып тора[18].а
Ҡалалаөлкәнең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Луга йылғаһы буйында, 130 км алыҫлыҡта Санкт-Петербургтан[19][20] тора.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 8,6 | 10,3 | 16,6 | 27,0 | 33,2 | 33,9 | 33,2 | 35,3 | 29,9 | 21,0 | 12,8 | 11,6 | 35,3 |
Уртаса максимум, °C | −3 | −2,8 | 2,5 | 10,2 | 16,7 | 20,3 | 22,9 | 20,9 | 15,1 | 8,8 | 2,0 | −1,7 | 9,3 |
Уртаса температура, °C | −5,6 | −6 | −1,5 | 5,1 | 11,4 | 15,4 | 18,1 | 16,0 | 10,7 | 5,6 | −0,1 | −3,9 | 5,4 |
Уртаса минимум, °C | −8,2 | −9,3 | −5,3 | 0,6 | 5,4 | 9,9 | 12,7 | 11,3 | 7,0 | 2,9 | −2,2 | −6,4 | 1,5 |
Абсолют минимум, °C | −38,1 | −40 | −32,8 | −26,1 | −6,1 | −1,1 | 1,0 | 0,0 | −6,1 | −12,8 | −22,8 | −40 | −40 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 52 | 39 | 41 | 33 | 51 | 83 | 77 | 101 | 71 | 76 | 61 | 58 | 743 |
Сығанаҡ: «Погода и климат» |
Файл:Ямбург 0033 Екатерина соборы.jpg | Файл:Виктор Кингисеппһәйкәле.jpg | |||||
Екатерина соборы | Инжил-лютеранский мәхәлләһе «Ямбург» | Заманса торлаҡ массивтары | Партизан хәрәкәте яугирҙарына һәйкәл | К. Романовка паркында Бистром һәйкәле. Скульптор П. Клодт | Кингисепп тыуған яҡты өйрәнеү музейы (элекке коммерция училищеһы бинаһында) | Виктор Кингисепп һәйкәле |
Рәсми сайтҡа ярашлы[21]