Кипрҙа туризм | |
Дәүләт | Кипр Республикаһы |
---|---|
Кипрҙа туризм Викимилектә |
Кипрҙа туризм — Кипр Республикаһының иҡтисадының төп өлкәләренең береһе[1][2]. Ул Кипр мәҙәниәтенә һәм уның үҫешенә күп йылдар дауамында йоғонто яһай[3][4].
2006 йылда туризм илдең эске тулайым продуктына 10,0 % өҫтәй, ә туризм өлкәһендә 113 мең кеше шөғөлләнә[5]. Кипрға йылына 4 миллион турист килә[6]. Популярлығы буйынса донъяла 40-сы[7][8] һәм йән башына туристар һаны буйынса 6-сы урынды биләй[9]. Кипр 1975 йылдан алып Бөтә донъя туристик ойошмаһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып тора[10].
Вароша донъялағы иң популяр курорттарҙың береһе була, унда йыш ҡына Голливуд киноактерҙары килә. Төрөктәрҙең 1974 йылдың 20 июлендә Кипрға баҫып инеүенән һуң, квартал «шәүлә ҡалаға» әүерелә: хәҙер уның территорияһы ғәскәрҙәр тарафынан һаҡлана һәм инеү тыйыла[11].
Бөтә донъя иҡтисади форумының 2013 йылғы отчетына ярашлы, Кипрҙың туристик индустрияһы дөйөм конкурентлыҡ һәләте буйынса донъяла 29-сы урынды биләй. Туризм инфраструктураһы буйынса ул донъяла беренсе урынды биләй[12]. Европаның иң популяр[13] һәм иң таҙа пляждар[14] менән бер рәттән Кипрҙың туристик индустрияһы туристарҙы йәлеп итеү өсөн диңгеҙ ҡояшына һәм ҡомона таяна[15]. Был туристарҙың ҡайһы миҙгелдә килеүендә сағыла, уларҙың күп өлөшө йәйге айҙарҙа килә[16].
2016 йылда Бөтә донъя туризм һәм сәйәхәттәр буйынса советы отчетына ярашлы, 2015 йылда сәйәхәттәр һәм туризм тармағына инвестицияларҙың дөйөм күләме 273,7 миллион евро тәшкил итә (инвестицияларҙың дөйөм суммаһынан 14 процент); 2026 йылға инвестицияларҙың үҫеше 384,6 миллион евроға тиклем күҙаллана[17].
Зәңгәр флаг менән бүләкләнгән пляждарҙың күбеһе утрауҙың көнсығыш өлөшөндә[18].
Утрау тормошо туризм менән бәйле булғанға, инглиз теле мөһим роль уйнай[19], әммә утрауҙа Рәсәй туристары һаны артыуы сәбәпле урыҫ теле лә тарала[20][21]. Кипр гректары һәм кипр төрөктәре һөйләшкән төп тел булып грек һәм төрөк телдәре ҡала[22].
Күпселек туристар Европаның башҡа илдәренән килә: килеүселәрҙең 80 проценттан ашыуы — Төньяҡ, Көнбайыш һәм Көнсығыш Европанан . улар араһында иң күбеһе — Британия туристары. Быға бер нисә фактор, шул иҫәптән киң таралған инглиз теле, шулай уҡ утрауҙың колониаль империя составында булыуы һәм Акротири һәм Декелияның Британия хәрби базаларының урынлашыуы булышлыҡ итә.
2008—2009 йылдарҙағы донъя иҡтисади көрсөгө осоронда туристар һаны кәмей, сөнки Кипр туристик индустрияһы Британия баҙарына бәйле. 2009 йылда башҡа илдәрҙән килеүселәрҙе йәлеп итергә тырышлыҡ һалына[23].
Хәҙерге геосәйәси ваҡиғаларға ярашлы, Рәсәй граждандары был илгә килеүселәр исемлегендә икенсе урында тора; был 2000 йылдар аҙағында башлана һәм шул ваҡыттан алып уларҙың һаны арта[24][25][26][27].
2018 йылда Кипрға туристик маҡсаттар менән 3,93 миллион кеше килә[28]. Ҡыҫҡа ваҡытҡа килгән туристарҙың күпселеге түбәндәге илдәрҙән:[29]
Урыны | Ил | 2016 йыл | 2017 йыл | 2018 йыл |
---|---|---|---|---|
1 | Бөйөк Британия | 1,157,978 | ▲ 1,253,839 | ▲ 1,327,805 |
2 | Рәсәй Федерацияһы | 781 634 | ▲ 824 494 | ▼ 783 631 |
3 | Израиль | 148 739 | ▲ 261 966 | ▼232 561 |
4 | Германия | 124 030 | ▲188 826 | ▲189 200 |
5 | Греция | 160 254 | ▲169 712 | ▲186 370 |
6 | Швеция | 115 019 | ▲136 725 | ▲153 769 |
7 | Польша | 42 683 | ▲56 665 | ▲89 508 |
8 | Швейцария (шул иҫәптән Лихтенштейн | 46 602 | ▲57 540 | ▲74 216 |
9 | Украина | 62 292 | ▼ 48 190 | ▲69 619 |
10 | Румыния | 28 741 | ▲ 49 304 | ▲66 969 |