Кируна (швед. Kiruna kommun, фин. Kiirunan kunta, с-саамск. Girona gielda) — Швецияның иң төньяғындағы коммуна, Норрботтен ленында тора. Шул уҡ исемдәге ҡала — коммунаның үҙәге. Коммунаның майҙаны 20 715 км² тәшкил итә. Халыҡ һаны — 22 967 кеше (2011 йыл мәғлүиәттәре буйынса). Коммуна 1971 йылдың 1 ғинуарында ойошторолған.
Кируна Швецияның төньяғында урынлашҡан. 20 551,42 км² майҙанлы был коммуна илдең иң ҙур коммунаһы (Швеция дөйөм майҙанының яҡынса 4,6 %). Норвегия (көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайышта), Финляндия (төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта), шулай уҡ Швецияның Паяла (көнсығышта) һәм Елливаре (көньяҡта) коммуналары менән сиктәш.
Көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Кебнекайсе (диңгеҙ кимәленән 2106 метр[22]) тауы урынлашҡан —Лапландия һәм Швецияның иң юғары нөктәһе. Кируна территорияһында 6000-дән ашыу күл бар, уларҙың иң ҙуры — Турнетреск. Төп йылғалары : Каликсэльвен, Турнеэльвен һәм Лайниоэльвен, Муониоэльвен, ул финляндия менән сик барлыҡҡа килтерә. Коммуна территорияһында Абиск һәм Вадвечокк милли парктары бар.
Коммунала Эсрейндж ракета полигоны урынлашҡан.
Биләмәлә 200-ҙән ашыу кеше йәшәгән 7 тораҡ пункттары урынлашҡан:
# | Йәшәү пункты |
Халыҡ |
---|---|---|
1 | Кируна | 18 154 |
2 | Виттанги | 789 |
3 | Юккасъярви | 519 |
4 | Сваппавара | 394 |
5 | Куттайнен | 364 |
6 | Каресуандо | 313 |
7 | Эвр-Соппер | 220 |
2011 йыл аҙағындағы мәғлүмәттәр буйынса халыҡ һаны 22 967 человек. Уртаса тығыҙлығы — 1,2 кеше/км². Фин, саам теле һәм меянкиель телдәре коммунаның аҙсылыҡ телдәре статусына эйә.
Йыл | 1880 | 1890 | 1900 | 1910 | 1920 | 1930 | 1940 | 1950 | 1960 | 1970 | 1980 | 1990 | 2000 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Халыҡ | 3266 | 3604 | 4314 | 12 728 | 783 14 | 661 19 | 427 19 | 348 20 | 194 28 | 639 30 | 705 29 | 149 26 | 314 24 | 22 944 |