Клио | |
бор. грек. Κλειώ | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Исем | Klio |
Атаһы | Зевс |
Әсәһе | Мнемосина[d] |
Бер туғандары | Мельпомена[d], Урания[d], Эвтерпа[d], Терпсихора[d], Эрато[d], Полигимния[d], Талия[d] һәм Каллиопа |
Внебрачный партнёр | Аполлон[d] |
Балалары | Гиакинф[d] һәм Гименей[d] |
Эшмәкәрлек төрө | тарих |
Алла ... ҡарай | боронғо грек дине[d] һәм Боронғо грек мифологияһы |
Производная работа | Клио[d] |
Клио Викимилектә |
Клио́ (бор. грек Κλειώ}}, һүҙмә-һүҙ — «дан бүләк итеүсе»[1], латин. Clio) — боронғо грек мифологияһында тарих музаһы. Зевс менән хәтер алиһәһе Мнемозинаның (Hes. Theog.) ҡыҙы[2]. Диодор Сицилийскийға ярашлы, шиғриәттә данлау маҡталыусыларға бөйөк дан бирә (клеос) тигән мәғәнәнән алынған[3].
Туғыҙ Олимпия музаһының береһе. Фараздарҙың береһе буйынса, Геяның ҡыҙы[4].
Клио Афродитаны Адонисҡа мөхәббәте өсөн ҡыҙарта, тегенеһе шуға үс итеп Афродитаны Пиерға ғашиҡ иттерә, һәм ул Гиацинт (Гиакинф) исемле ул таба[5][6]
Совет тарих энциклопедияһына ярашлы, тәүге әҙер ул, күрәһең, героик йыр музаһы, дан тураһында алдан хәбәр биреүсе (провозвестница), ә классик осорҙан һәм эллинизмдан башлап — тарих ҡурсалаусыһы[7][2].
Клио хөрмәтенә 1865 йылда асылған (84) Клио астероиды аталған.
Зиһенле, дәртле, тәрән фекерле йәш ҡатын булып һүрәтләнә[7]. Иртә традиция буйынса ул грифель һәм папирус йәки пергамент төргәге, йәки футляр, төргәктәр өсөн ҡумта менән һүрәтләнә[8].
1593 йылда итальян яҙыусыһы Чезаре Рипа үҙенең «Иконология» китабында Клионы һүрәтләү өсөн түбәндәге аллегорик атрибуттар тәҡдим иткән:
Вермеерҙың «Рәссам оҫтаханаһы» картинаһы (1667) — һынлы сәнғәттә Клио атрибуттарын ҡулланыуҙың сағыу миҫалы.
Клио Викимилектә |