Колари | |
фин. Kolari[1] | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1867 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Kolarin kunta |
Рәсми тел | Фин теле[2][3] |
Дәүләт | Финляндия |
Административ-территориаль берәмек | Лапландия[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Статистическая область | Fell Lapland sub-region[d][4] |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Lapland[d] |
Закондар сығарыу органы | Kolari municipal council[d] |
Халыҡ һаны | 4011 кеше (31 декабрь 2023)[5] |
Туғандаш ҡала | Умба[d] |
Милке | Aavahelukka Airfield[d] |
Сиктәш | Пайала[d], Муонио[6], Киттиля[d][6], Рованиеми[d][6] һәм Пелло[d][6] |
Майҙан | 2559,29 км² (1 ғинуар 2023)[7] |
Рәсми сайт | kolari.fi |
Классификация климата Кёппена | субарктический континентальный климат (Dfc)[d] |
Citizen's initiatives URL |
kuntalaisaloite.fi/fi/ha…[8] kuntalaisaloite.fi/sv/so…[8] |
Колари Викимилектә |
Колари (фин.Kolari) — Финляндиялағы община, Лапли провинцияһының көнбайыш өлөшөндә ята.
2617,76 км² майҙаны менән, Колари Люксембург кеүек дәүләттән саҡ ҡына ҙурыраҡ. Фин Лапландияһының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан община, төньяҡ поляр түңәрәктән төньяҡҡа ҡарай 86 кмалыҫлыҡта ята. Колари Киттиля, Муонио, Пелло һәм Рованиеми фин муниципалитеттары менән сиктәш, шулай уҡ көнбайышта Торнионйоки һәм Муонионйоки сик йылғалары аша Норботтен ленының Паяла коммунаһы менән сиктәш. Община Фьелд Лапландияһының субпровинцияһына инә. Колариның юғары нөктәһе булып диңгеҙ кимәленән 718 м бейеклектәге Юлляс сусағы тора, башҡа тауҙары Лайниотунтури (613 м), Кесянкитунтури (517 м), Келлостапуля (460 м), Куертунтури (443 м) һәм Пюхятунтури (м 441). Эске һыуҙар общинаның дөйөм биләмәһенең тик 2% ғына тәшкил итә, был ил буйынса уртаса 12 % күрһәткестән күпкә кәмерәк. Пасмаярви, Аалиярви, Лауккуярви, Вааттоярви, Ломполоярви, Венеярви, Пакаярви Экясломполо күлдәре бар, улар бик бәләкәй.
Колари биләмәһендә ҙурлығы буйынса өсөнсө булған Финляндия милли паркы территорияһының өлөшө — Паллас-Юллястунтури урынлашҡан. Община Рованиеминан 164 км, Торнионан 196 км, Оулунан 320 км һәм илдең баш ҡалаһы Хельсинкинан 926 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
2012 йылдың 30 сентябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса община халҡы 3836 кеше тәшкил иткән; 2000 йылда 3981 кеше йәшәгән. Халыҡ тығыҙлығы — 1,5 кеше/км². Общинаның берҙән-бер рәсми теле—фин теле, халыҡтың 98,5 проценты туған тел тип иҫәпләй. Швед теле Колари халҡының 0,7% өсөн туған тел; 0,1 % — саам теле һәм 0,8 % — башҡа телдәр. 15 йәшкә тиклемге кешеләр 13,1 % тәшкил итә; 65 йәштән өлкән кешеләр — 20,2 %.
1970 | 1975 | 1980 | 1985 | 1990 | 1995 | 1998 | 2000 | 2002 | 2004 | 2006 | 2008 | 2010 | 2011 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
4962 | 5056 | 4905 | 5043 | 4721 | 4486 | 4118 | 3981 | 3911 | 3862 | 3792 | 3860 | 3810 | 3817 |
Колариның иҡтисады бөгөн туристик тармаҡҡа нигеҙләнгән. Юлляс халыҡ-ара саңғы курорты булараҡ билдәле. Элегерәк общинала цемент заводы булған, әммә ул 1980 йылдарҙа ябылған. Колари территорияһында тимер мәғдәненең ҙур запастары бар. Руда сығарыу һәм общинала тау-байыҡтырыу комбинаттарын төҙөү планлаштырыла.
Колари, Айтамяниккё, Хиетанен, Каттиламаа, Коларинсаари, Койвула, Койвумаа, Куртакко, Лаппеа, Лиеторова, Луосу, Луоватус, Пасмаярви, Рито-ойя, Руокоярви, Сааренпудас, Саммалваара, Сиеппиярви, Таапаярви, Ханнукайнен, Теураярви, Пойккиярви, Вааттоярви, Венеярви, Венетти, Вяюлянпяя, Юлиненваара, Юллясярви, Экясйокисуу, Экясломполо.
Партиялар | 2008 йыл һайлау һөҙөмтәһе[10] | Урын |
---|---|---|
Финляндия үҙәге | 43,9 % | 10 |
Һул союз | 34,6 % | 7 |
Милли коалиция | 10,7 % | 2 |
Социал-демократтар | 10,8 % | 2 |