Колумбия | |
---|---|
ингл. Columbia River | |
![]() | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2000 км |
Бассейн | 668 217 км² |
Һыу сығымы | 7500[1][2] м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Колумбия |
· Урынлашыуы | Британ Колумбияһы, Канада |
· Бейеклеге | 820 м |
· Координаталар | 50°13′ с. ш. 115°51′ з. д.HGЯO |
Тамағы | Тымыҡ океан |
· Урынлашыуы | Орегон, АҠШ |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 46°14′39″ с. ш. 124°03′25″ з. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Тымыҡ океан |
Илдәр | ![]() ![]() |
Колумбия Викимилектә |
Колумбия (ингл. Columbia River) — Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышындағы йылға[3].
Оҙонлоғо — 2000[4] км.
Йылға Канаданың Британ Колумбияһы провинцияһында Ҡаялы тауҙарҙа, Мең сусаҡтар үҙәне исеме аҫтында билдәле булған урында башлана. Йылға диңгеҙ кимәленән 820 м бейеклектә урынлашҡан Колумбия күленән сыға. Тәүге 320 км оҙонлоғонда Мең сусаҡтар үҙәне буйлап төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә башта Уиндемер, һуңынан Кинбаскет күлдәре аша аға. Селерк тауҙарының төньяҡ осон уратып йылға йүнәлешен көньяҡа үҙгәртә, Ревелсток һәм Арроу күлдәре аша үтә.
Арроу күленән түбәндәрәк уға Кутеней йылғаһы үҙенең һыуҙарын ҡоя. АҠШ сигенән яҡынса 3 км алыҫлыҡта Колмубияға Панд-Ореййылғаһы ҡушыла[5].
Артабан йылға көньяҡ йүнәлешенедә ағыуын дауам итә, Вашингтон штатының көнсығыш өлөшө аша аға һәм уға Спокан йылғаһы ҡушылған урында — көнбайышҡа борола. Оканоган йылғаһы ҡушылған урында Колумбия йәнә көньяҡҡа, ә Уэнатчи тамағы янында — көньяҡ-көнсығышҡа табан аға. Үҙенең иң ҙур ҡушылдығы Снейк йылғаһы менән ҡушылған урында Колумбия көнбайышҡа табан борола һәм Тымыҡ океанға ҡойғанға тиклем үҙенең 497 км оҙонлоғонда Вашингтон һәм Орегон штаттары араһында сик барлыҡҡа килтерә[6].
Колумбия Төньяҡ Америкала иң күп электроэнергия етештереүсе йылға булып тора, бында 14 гидроэлектростанция төҙөлгән.
![]() |
Был Америка Ҡушма Штаттары географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |