Братиславалағы Коменский исемендәге университет Univerzita Komenského v Bratislave (UK) | |
Асылған йылы | |
---|---|
Ректор |
Франтишек Гагер |
Урынлашыуы | |
Сайт |
Братиславалағы Коменский исемендәге университет[1] (словак. Univerzita Komenského v Bratislave лат. Universitas Comeniana Bratislavensis) — Словакияның иң ҙур университеты. Донъяла билдәлелек алған чех педагогы Ян Амос Коменский исемен йөрәтә.
Европа университеттарының Утрехт селтәре ассоциацияһына керә.
Университет 1919 йылда Чехословакия бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Прагалағы Карл университеты ярҙамында асыла, һөҙөмтәлә байтаҡ ваҡыт профессор һәм уҡытыусылар составының күп өлөшө чехтарҙан тора.
1939—1954 йылдарҙа Словак университеты тип атала.
Башта университетта тик бер генә медицина факультеты була, ә 1921 йылда фәлсәфә һәм юридик, артабанғы йылдарҙа түбәндәге яңы факультеттар асыла:
Хәҙерге ваҡытта университеттың 13 факультетында 30 меңгә яҡын студент белем ала. Уҡыу йорто ҡарамағында ботаника баҡсаһы бар.
Университеттың юридик факультетында берҙәм Чехословакияның ике билдәле эшмәкәрҙәре (Александр Дубчек һәм Густав Гусак), бойондороҡһоҙ Словакияның бер президенты (Иван Гашпарович) һәм өс премьер-министры (Владимир Мечьяр, Йозеф Моравчик, Роберт Фицо) уҡыған. Шулай уҡ университетты билдәле хоҡуҡ белгесе Петер Благо һәм шағир Штефан Жары тамамлаған.
Был юғары уҡыу йорттарының тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |