Комрат | |
гаг. Komrat рум. Comrat пол. Komrat[1] | |
Флаг | Герб |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 1770[2] |
---|---|
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Гагауз Ери[1], Республика Гагаузия[d], Комратская республика[d] һәм Комратский район[d] |
Административ-территориаль берәмек | Гагауз Ери |
Сәғәт бүлкәте | DAZD[d] |
Халыҡ һаны | 20 113 кеше (2014)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 52 метр |
Туғандаш ҡала | Ыспарта[d], Северная Никосия[d], Чадыр-Лунга, Эржебетварош[d], Болград[d], Турда[d] һәм Слэник-Молдова[d] |
Майҙан | 16,4 км² |
Почта индексы | MD-3800 |
Рәсми сайт | comrat.md |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1770[2] |
Урындағы телефон коды | 298 |
Номер тамғаһы коды | GE |
![]() |
Комра́т (рум. Comrát, гаг. Komrát) — Молдавияның көньяғындағы ҡала, Гагаузия — Гагауз Автономиялы Территориаль Берәмегенең баш ҡалаһы. Халыҡ һаны буйынса ҙур ҡала, мөһим транспорт үҙәге, Гагауз автономияһының сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм ғилми үҙәге. Комрат Буджак далаһының үҙәк өлөшөндә, Ялпуг йылғаһы буйында урынлашҡан. Комрат районының административ үҙәге. Комрат Молдавияның административ бүленешендә айырым статусҡа эйә — ул муниципий булып тора. Комраттан Молдавияның баш ҡалаһы Кишинёвҡа тиклем ара — 98 км, 230 км — Одессаға тиклем, 230 км — Бухаресҡа тиклем һәм яҡынса 1600 км — Мәскәүгә тиклем.
Йыл | 1877 | 1970 | 1989 | 1991 | 1996 | 2004 | 2006 | 2008 | 2010 | 2012 | 2014 | 2016 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Халҡы | 4 935 | 22 000 | 25 800 | 27 500 | 27 400 | 23 429 | 22 369 | 25 000 | 25 000 | 25 600 | 26 000 | 26 200 |
Халыҡтың милли составы:
ХХ быуат башында Комрат халҡы араһында гагауздар һәм болгарҙар нисбәте яҡынса 2:1 була. Әммә ассимиляцион процесстар һәм гагауздарҙың тыуыу һаны юғары булыуы һөҙөмтәһендә ХХ быуат аҙағына 14 гагаузға тик 1 болгар тура килә[4].
Комрат ҡалаһы тураһында беренсе рәсми телгә алыуҙар 1789 йылға ҡарай[5]. Комрат ҡалаһына Ғосман империяһының күскенсе-колонистары: болгарҙар, гагауздар (ул осорҙа болгар этник үҙаңға эйә булалар), гректар, йәһүдтәр һәм башҡа милләт кешеләре нигеҙ һала. 1812 йылда Бессарабия (Комрат менән бергә) Рәсәй составына инә. 1819 йылда Комратҡа Ғосман империяһынан күскенселәрҙең икенсе тулҡыны килә. ХХ быуат аҙағында 1819 йыл менән даталанған Комрат халҡының граждандар хәле актын теркәү китаптары табыла. Приход канцелярияһын священник Василе Томеску румын телендә алып барған. 1820 йылда Комратта Изге Иоанн кафедраль соборына нигеҙ һалына . 1860-сы йылдарҙа Комратта болгар фиҙакәр уҡытыусы - Калянджи Павел Цанев эшләй. Уның инициативаһы менән элек асылған Болград гимназияһына оҡшаш, уҡытыу болгар телендә алып барылған, Комрат үҙәк училищеһы асыла[6]. 1862 йылда Калянджи Комрат училищеһы директоры була. Был училищела ике йыл Александр Теодоров-Балан уҡый.
1906 йылда Бендер өйәҙе Комрат ауылы крәҫтиәндәре алпауыт ерҙәрен бүлеп алыу өсөн көрәш башлайҙар, урындағы власть чиновниктәрен ҡулға алалар һәм Комрат республикаһын иғлан итәләр, Комрат республикаһы барлығы 5 көн йәшәй. Был күтәрелеш батша армияһы тарафынан баҫтырыла.
Комратта ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы асылыу тарихы үҙенсәлекле. Урындағы бай Г. И. Цанко-Кыльчик һәм земство башлығы Максим Колибаба 1910 йылда бәхәс ҡоралар: уның буйынса әгәр Максим Колибаба шәхсән үҙе 8 га һоло сапһа, алпауыт ҡыҙҙар өсөн лицейға аҡса бирергә тейеш була. Бәхәсте урындағы башлыҡ ота. Шәфҡәтлек эше өсөн Цанко-Кыльчик 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә һәм Комраттың тоҡомдан килгән почётлы гражданы булып китә. 1913 йылдың 18 июнендә Комратта телефон станцияһын төҙөү тамамлана. Ауыл идараларында 8 телефон пункттары асыла. Комрат 1918 йылдан 1940 йылға тиклем Румыния составына инә. 1920-се йылдарҙа Комратта господарь Дмитрий Кантемир исемендәге лицейға нигеҙ һалына. 1932 йылда Комрат тәүге тапҡыр герб ала. Ул өс башнялы көмөш таж ослап ҡуйған ҡалҡандан тора, ә үҙәгендә «ирекле ат» (эйәрһеҙ һәм югәнһеҙ) һүрәтләнгән.
Комрат 1940 йылда (бөтә Гагаузия менән бергә) СССР-ға берләштерелә һәм Молдавия ССР-ы составына индерелә. 1941 йылдан алып 1944 йылға тиклем румын һәм немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана.
1957 йылдың 13 сентябрендә Иҫке һәм Яңы Комрат ауылдары берләшеүе һөҙөмтәһендә Комрат ҡалаһы барлыҡҡа килә. Аҙағыраҡ бер үк исемле тимер юл станцияһы янындағы ҡасаба ла ҡала һыҙатына индерелә.
Молдавия Совет Социалистик Республикаһы осоронда ҡалала май, шарап, тимер-бетон әйберҙәр етештереүсе заводтар эшләй; молдаван милли орнаментлы өбөрөһөҙ келәмдәр етештерелә.
1995 йылда, Гагаузия халҡы ҡарары буйынса, Комрат Гагауз автономияһының баш ҡалаһы була. Был моментҡа төрөк телле гагауздар үҙҙәрен славян телле болгарҙарҙан айырым этнос итеп ҡарайҙар.
Рәсәй империяһы 1817—1918 йылдар.
Румыния 1918—1940 йй.
СССР 1940—1941 йй.
Румыния 1941—1944 йй.
СССР 1944—1990
1944 йылда Комрат өс ауыл советына бүленә.
1957 йылда Комрат ҡала статусы ала.
Молдова Республикаһы 1990-хәҙерге ваҡытҡа тиклем
Тәү башлап Комрат гербы румын властары тарафынан 1932 йылдың 1 октябрендә раҫлана. Ул өс башнялы көмөш таж ослап ҡуйған ҡалҡандан тора, ә үҙәгендә «ирекле ат» (эйәрһеҙ һәм югәнһеҙ) һүрәтләнгән. Гагаузия баш ҡалаһы гербының хәҙерге варианты муниципаль Совет тарафынан 2005 йылдың июлендә раҫланған. Авторҙар: А. Копча һәм А. Иварлак.
Комрат уҡыу йорттарында уҡытыу ҡағиҙә булараҡ урыҫ телендә алып барыла. 1991 йылда Комратта Комрат дәүләт университеты асыла. Университет ректорҙары исемлегендә Танасоглу Дионис һәм Иван Петрович Кристиогло. Ҡалала Михаил Чакир исемендәге Педагогия колледжы, Күп профилле профессиональ училище, Уҡыу-производство комбинаты, Региональ спорт лицей-интернаты, 6 дөйөм белем биреү лицейҙары һәм гимназиялары (берәүһендә уҡытыу румын телендә) һәм 5 балалар баҡсаһы эшләй.
Аҙыҡ сәнәғәте — ҡала иҡтисадының нигеҙе. Комратта «Комрат шараптары» шарап заводы, нефть эшкәртеү заводы, «Басарабия Агроэкспорт» консерва заводы, «Фабрика Олой Пак» май заводы, спиртзавод, «Бетакон» тимер-бетон әйберҙәр заводы, «Голиат Вита» мебель фабрикаһы, «Редиаджер СВ» тегеү фабрикаһы, «Витафарм» фармацевтика фабрикаһы , тәҙрәләр фабрикаһы, пилорама һәм башҡа сәнәғәт предприятиеләре эшләй. Сәнәғәт паркы асыуға әҙерләнә.
Комратта бер нисә баҙар эшләй («Үҙәк», «Буджак», «Көньяҡ» һ.б.) һәм супермаркеттар («Фидеско», «Линелла» һәм «МолдКооП» милли селтәрҙәренән берәр («Гастроном»), шулай уҡ украин селтәре «Фуршет»). Шулай уҡ машиналарҙы май-яғыулыҡ менән заправкалай торған станциялар селтәре бар.
Шарап туристик маршруттар, республиканың баш ҡалаһынан башланып, бөтә илде солғап ала. Күп туристик фирмалар шарап турҙары үткәрәләр. Көньяҡ маршрут Комрат аша үтә.
№ | халыҡ йәшәгән пункт | Дәүләт | Йыл |
---|---|---|---|
1 | Стамбул районы Пендик | ![]() |
|
2 | Хендек | ![]() |
|
3 | Сапанджа | ![]() |
|
4 | Кючюккей | ![]() |
|
5 | Татлысу | Кипр | |
6 | Мәскәү районы Сокольники | ![]() |
|
7 | Грозный | ![]() |
|
8 | Баулы, Татарстан | ![]() |
|
9 | Болград | ![]() |
2014 |
10 | Будапешт районы Эржебетварош | ![]() |
2005 |