Впадина Конго | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Илдәр | |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 300—500 м |
Майҙаны | 1 миллион км² |
Конго уйпатлығы Викимилектә |
Конго уйпатлығы йәки соҡоро[1] — Үҙәк Африкала (диаметры яҡынса 1000 км) яҫы түбәнәйеү, 300—500 метр бейеклектә. Киртләс яйла һәм яҫы таулыҡтар менән уратып алынған; Африка платформаһының синеклизаһына тап килә. Конго (Заир) йылғаһы менән дренажлана[2].
Үҫемлектәр: тотош ҡаплаған дымлы ҡуйы мәңге йәшел һәм япраҡ ҡойоусы мәңге йәшел тропик урмандар.
Майҙаны яҡынса 1 миллион км² тәшкил итә; уның оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа һәм көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай — яҡынса 1000 км. Төп йылға — Конго (Луалаба), уның күп һанлы ҡушылдыҡтары — Ломами, Чуапа, Убанги, Касаи (Ква) бар. Шулай уҡ уйпат территорияһында күп күл һәм һаҙлыҡтар бар.
Структураһы йәһәтенән Конго уйпаты үрге докембрияла урынлашҡан Африка платформаһының синеклизаһына тап килә. Платформаның кристаллик фундаментының ер аҫты (500—1000 метрҙан ашыу тәрәнлектә ята.) сығынтыһы синеклизаны ике уйпатҡа — төньяҡ һәм көньяҡҡа бүлә, уларҙың үҙәк өлөшөндә фундамент 3000 м. ашыу тәрәнлеккә төшә. Синеклиза үрге протерозой, үрге палеозой һәм мезозой ултырма тоҡомдарының ҡеүәтле ҡатламы тарафынан башҡарылған, өҫкө йөҙөндә сағыштырмаса ҡеүәтһеҙ йомшаҡ кайнозой ултырмалары менән ҡапланған[3].
Конго уйпатлығы яруслы төҙөлөш менән айырыла. Иң түбән (300-400 м) һәм йәш (голоценлы) ярус киң, күп осраҡта уйпаттың үҙәк өлөшөндә берҙәм яҫы, әленән-әле һыу аҫтында ҡалған аллювиаль тигеҙлектәргә ағып төшкән күп йылғаларҙың һаҙлыҡлы һыубаҫар үҙәндәрен барлыҡҡа килтерә. Юғарыраҡ антропоген террасалар һәм плиоценантропоген киртләс һымаҡ яйлалар күҙәтелә, улар төньяҡ һәм көнбайышта 500 метрҙан ашыу бейеклектәге, көньяҡ һәм көнсығышта 1000 м ашыу булған ситтәге яҫы таулыҡтарға күтәрелә[3].
Уртаса айлыҡ температура 23-25 градустан алып 26-21°С тиклем, йыллыҡ яуым-төшөм суммаһы 1500-2000 мм һәм ашыуыраҡ.