Конце́рт (нем. Konzert итал. concerto — гармония, килешеүсәнлек лат. concertare — ярышыу) — оркестр оҙатыуында бер йәки бер нисә музыкаль инструменттың соло башҡарыуында музыкаль әҫәр. Шулай уҡ оркестрһыҙ бер инструмент өсөн, оркестр һәм соло инструментһыҙ, оркестр һәм тауыш, оркестр һәм хор а cappella[1] өсөн концерттар була.
Концерт Италияла XVI—XVII быуаттарҙа сиркәү музыкаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Банкьери Адриано әҫәрҙәре концерт (concerti), йәки мотет (motetti) тип атала; һуңараҡ И. С. Бах үҙенең барлыҡ контаталарын концерт тип атай[1].
Концерт — соната формаһында бер йә иһә бер нисә соло рәүешендә башҡара торған ҡоралдар һәм оркестр өсөн яҙылган музыкаль әҫәр. Концерт башҡарыусыларҙың виртуоз характерҙа уйнауҙарын күҙҙә тота (концерт — үҙенә күрә башҡарыусылар конкурсы). Соната формаһында беренсе өлөштө — аллегро (тиҙ темпта), икенсе өлөштө анданте — лирик, һуҙып уйнау, өсөнсө өлөштө тиҙ темптағы финал тәшкил итә. Көнйатыш илдәрҙә концерт формаһы Ф. Лист тарафынан үҫтерелгән. Рәсәйҙә был форма өҫтөндә П. Чайковский, C. Рах-манинов актив эшләгәндәр. Совет осоронда әлеге форма үҙенә C. Прокофьев менән A. Хачатурянды йәлеп иткән[2].