Кордова хәлифәлеге | |
Нигеҙләү датаһы | 929 |
---|---|
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | халиф Кордовы[d] |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Административ үҙәк | Qurṭubah[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Әл-Әндәлүс |
Дәүләт башлығы вазифаһы | халиф Кордовы[d] |
Хужаһы | Өмәүиҙәр[d] |
Алдағы | Кордова әмирлеге[d] |
Алмаштырылған | taifa (first period)[d] һәм Сильвес[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1031 |
Кордова хәлифәлеге Викимилектә |
Ко́рдова хәлифәте — (ғәр. خلافة قرطبة) — (миләди 929 йылға тиклем — Кордова әмирлеге) — урта быуаттарҙағы Пиреней ярымутрауындағы мосолман дәүләте, хәҙерге Испания һәм Португалия ерҙәрендә урынлашҡан булған (929—1031). Баш ҡалаһы — Кордова. Өмәүиҙәр тоҡомо Ғәбде әр-Рахман I тарафынан нигеҙләнгән, ул 756 йылда әмир титулы алған булған. 929 йылда Ғәбде әр-Рахман III үҙен хәлифә тип иғлан итә. Хәлифәлектең баш ҡалаһы булып Кóрдова ҡала.
X—XI быуат баштарында, бигерәк тә Ғәбде әр-Рахман III һәм уның улы әл-Хәкәм II (961—976) идара иткәндә дәүләттең иң сәскә атҡан осоро була. 1031 йылдан хәлифәт ваҡ ҡына әмирлектәргә бүленә, уларҙың әһәмиәтлеһе Гранада әмирлеге була, унда мосолманлыҡ хакимлығы 1492 йылға тиклем дауам итә.
Иң сәскә атҡан сағында хәлифәт Европалағы иҡтисади яҡтан алға киткән ил булған. Ҡол хеҙмәте киң ҡулланылған. Мөһим урында тау сәнәғәте һәм суднолар төҙөү торған. X быуатта һалымды аҡсалата түләтә башлағас, крәҫтиәндәр ауыр хәлдә ҡалған[1].
Хәлифәттең дипломатик элемтәләре арта: Византияла (945,955), Германияла (955, 969) илселектәре булыуы билдәле. Ҡайһы бер Төньяҡ Африка кенәзлектәре менән сауҙа сюзеренитеты булдырыуға килтергән[1]. Хәлифәттә төрлө диндәргә ирек ҡуйылған. Шуға күрә мәҙәниәт һәм фән дөйөм мәнфәғәттә үҫешкән. X быуатта Кордовала күпләп төҙөлөш барған. Әл-Хәкәм II китапханаһында 400 мең том китап булған[1].
Әл-Хәкәм II вафат булғас 976 йылда хәлифәт ҡаҡшай башлай. Вариҫы булып ҡалған 10 йәшлек Хишам II (976—1008) ғәмәлдә исем өсөн генә хәлифә тип һанала[1].
Хакимиәткә әл-Мансур ултырып ала. XI быуатта хәлифәттә боларыштар башлана (1009—1031 йылдар арауығында 6 хәлифә алмаша). 1031 йылда һуңғы хәлифә Хишам III бәреп төшөрөлә һәм Кордованан ҡыуыла, ә хәлифәт ваҡ ҡына әмирлектәргә бүленә.
Кордовский хәлифәт Викимилектә |