Косовоның именлек көстәре | |
Байраҡ | Герб |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 21 ғинуар 2009 |
---|---|
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Приштина, Приштина[d] |
Рәсми сайт | mod.rks-gov.net/?page=2,1 |
Командир | Косово Республикаһы президенттары |
![]() | |
![]() |
Косовоның именлек көстәре (алб. Forca e Sigurisë së Kosovës, серб. Косовске безбедносне снаге) — өлөшләтә танылған Косово Республикаһының ҡораллы формированиелары, 2008 йылдың 17 февралендә Косово Сербиянан бер яҡлы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң барлыҡҡа килә. Косово Ҡораллы көстәренә үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла.
Сербияның рәсми позицияһына ярашлы, Косовоның именлек көстәре — законһыҙ ҡораллы формированиелар, сөнки Сербия властары Косовоны үҙ дәүләтенең айырылғыһыҙ өлөшө тип иҫәпләй.
БМО-ның Именлек Советының 1244-се резолюцияһына һәм Куманово хәрби-техник килешеүенә ярашлы, НАТО-ның Югославияға ҡаршы һуғышынан һуң, KFOR коллектив халыҡ-ара хәүефһеҙлек көстәре ойошторола, ул Косовоға 1999 йылдың 12 июнендә инә. KFOR көстәренә 30 ил инә (шуларҙың 23-ө — НАТО ағзаһы). Көстәр Кэмп-Бондстил, Camp Villagio и Camp Film City базаларында урынлашҡан[1].
Резолюцияға ярашлы, KFOR-ның бурыстары — хәүефһеҙлек тәьмин итеү, хәрби ғәмәлдәрҙең тергеҙелеүенә юл ҡуймау[2], Косово азатлыҡ армияһын ҡоралһыҙландырыу һәм граждандар учреждениеларын тергеҙеүгә булышлыҡ итеү[3]. 2008 йылдың июнь айынан башлап KFOR бурыстарына шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү буйынса Косово хеҙмәтен — Косовоны һаҡлау корпусын Һәм Косово ҡораллы көстәрен уҡытыу һәм формалаштырыу бурысы өҫтәлә[4].
KFOR-тың максималь һаны 50 мең хәрби хеҙмәткәргә етә, ә әлеге ваҡытта 5000 һалдат һәм офицер иҫәпләнә[5].
Косовоны һаҡлау корпусы (алб. Trupat e Mbrojtjes së Kosovës) — граждан власы органы. 1999 йылдың 21 сентябрендә ЮНМИК (UNMIK) эгидаһы аҫтында ойошторола. Уның составына Косово Азатлыҡ Армияһының элекке ағзалары инә. Органды Агим Чеку етәкләй, ул шулай уҡ демобилизациялау һәм корпус батальондарын формалаштырыу процесына етәкселек итә[6].
Корпуста 7 төбәк төркөмө иҫәпләнә, уларҙың һәр береһендә бер нисә отряд була (бөтәһе 3 меңдән[7] 5 меңгә тиклем кеше). Корпус формированиеларының ҡайһы бер вәкилдәренә ҡорал йөрөтөргә рөхсәт ителә (бөтә ғәскәрҙәр өсөн 200 берәмек, келәттәрҙә — тағы 500)[8]. Корпус НАТО һәм БМО тарафынан финанслана, хеҙмәткәрҙәрҙе форма кейеме менән тәьмин итә, шулай уҡ юл төҙөлөшөндә, янғындарҙы, экологик һәләкәттәрҙе бөтөрөүҙә күрһәткән хеҙмәте өсөн түләй[9].
2008 йылдың мартында KFOR һәм Косовоның һаҡлау корпусы яңы хәүефһеҙлек көстәрен формалаштырыуға әҙерлек башлай. Планға ярашлы, Именлек көстәренә даими әҙерлек частарына 2500 һуғышсы һәм 19 — 35 йәшлек 800 резервист инергә тейеш[10]. Генерал-лейтенант Сөләймән Селими Генераль штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә[11].
2009 йылдың 21 ғинуарынан Косовоның именлек көстәрен Косовоның яҡлау корпусы алмаштыра.
2014 йылдың 4 мартында Именлек көстәрен Косово Ҡораллы көстәренә үҙгәртеү буйынса ҡарар ҡабул ителә[12]. Именлек министрлығы Оборона министрлығы тип үҙгәртелә[13]. Премьер-министр Хашим Тачи белдереүенсә, ҡораллы көстәр даими ғәскәрҙәрҙә 5 мең кеше һәм 3 мең резервист торасаҡ[14]. Ҡораллы көстәр булдырыу менән бәйле бөтә ойоштороу һәм закондар сығарыу процедураларын 2016 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла[15].
2016 йылдың мартында президент Хашим Тачи Косово парламентына Косово именлек көстәрен (СБК) Косово Ҡораллы көстәренә үҙгәртеү тураһында закон проектын раҫлауға тапшыра. Шул уҡ ваҡытта ул, әгәр парламент был закон проекты өсөн тауыш бирмәһә, ул отставкаға китәсәк, тип белдерә. Тачи шулай уҡ «үҙ иленең армияһын төҙөү өсөн тауыш бирмәгән закондар сығарыу органы таратылырға тейеш», тип һыҙыҡ өҫтөнә ала[16]. 2017 йылдың 15 февралендә Косово парламенты армия ойоштороу өсөн тауыш бирҙе. Бындай ҡарар бер тауыштан ҡабул ителде, әммә «Серб исемлеге» партияһы депутаттары был тауыш биреүгә бойкот иғлан итә[17][18]. Шулай уҡ Косово Республикаһының буласаҡ Ҡораллы көстәрен НАТО хәрби көстәре структураһына интеграциялау күҙ уңында тотола.
Генералдар | |||
---|---|---|---|
![]() |
![]() |
![]() | |
radhë | Gjenerallejtënant | Gjeneralmajor | Gjeneralbridage |
дәрәжә | Генерал-лейтенант | Генерал-майор | Бригада генералы |
Штаб офицерҙары | Офицерҙар | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() | |
radhë | Kolonel | Nënkolonel | Major | Kapiten | Toger | Nëntoger |
дәрәжә | Полковник | Подполковник | Майор | Капитан | Беренсе лейтенант | Икенсе лейтенант |
Түбән дәрәжәле офицерҙар | Рядовойҙар составы | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() | |
radhë | Rreshter i parë | Rreshter Major | Kapter | Rreshter | Tetar | Ushtar |
дәрәжә | Сержант-майор | Беренсе сержант | Штаб-сержанты | Сержант | Капрал | Рядовой |
Генералдар | |||
---|---|---|---|
![]() |
![]() |
![]() | |
radhë | Gjenerallejtënant | Gjeneralmajor | Gjeneralbridage |
дәрәжә | Генерал-лейтенант | Генерал-майор | Бригада генералы |
Штабс-офицерҙар | Офицерҙар | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() | |
radhë | Kolonel | Nënkolonel | Major | Kapiten | Toger | Nëntoger |
дәрәжә | Полковник | Подполковник | Майор | Капитан | Беренсе лейтенант | Икенсе лейтенант |
Түбән дәрәжәле офицерҙар | Рядовойҙар составы | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() | |
radhë | Rreshter i parë | Rreshter Major | Kapter | Rreshter | Tetar | Ushtar |
дәрәжә | Сержант-майор | Беренсе сержант | Штаб-сержанты | Сержант | Капрал | Рядовой |