Косцюшко | |
---|---|
ингл. Mount Kosciuszko | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 2228[1] м |
Сағыштырмаса бейеклегеа | 2228 метр |
Беренсе күтәрелеү | Павел Эдмунд Стшелецкий, 1840 |
Урынлашыуы | |
36°27′ ю. ш. 148°16′ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Территория | Яңы Көньяҡ Уэльс |
Тау системаһы | Ҙур Һыу айырғыс һырт |
Тау һырты йәки массив | Австралия Альптары |
Косцюшко Викимилектә |
Косцю́шко (пол. Kosciuszko, төбәк әйтелеше — Кози-оско (ˈkɔziˌɔskoʊ, МФА)[2]) — Австралия ҡитғаһының иң бейек түбәһе. Ҙур Һыу айырғыс һыртының Австралия Альптарында тау.
Бейеклеге — 2228 м.
Яңы Көньяҡ Уэльс штатының көньяғында Виктория штаты менән сик эргәһендә, Косцюшко милли паркы территорияһында урынлашҡан.
1840 йылда асылған. Түбәһенә менгән тәүге кеше — поляк сәйәхәтсеһе, географ һәм геолог Павел Эдмунд Стшелецкий була. Стшелецкий тауҙы поляк хәрби һәм сәйәси эшмәкәре Анджей Тадеуш Бонавентура Костюшкоға арнап атай.
Башта тау Таунсенд исемен йөрөтә, ә был осорҙа Австралия Альптарындағы иң бейек булған түбә тип иҫәпләнгән күршеләге тау «Косцюшко» исемен йөрөтә. Артабанғы тикшеренеүҙәр Таунсенд тауының 20 метрға бейегерәк булыуы асыҡлағас, Павел Эдмунд Стшелецкийҙы хөрмәтләп иң бейек түбә Косцюшко тип аталһын өсөн, Яңы Көньяҡ Уэльс штатының ер департаменты тау атамаларының исемдәрен алмаштыра[3].
Был Австралия географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |