Краков керәндиле

Краков керәндиле
Рәсем
Ил  Польша

Краков керәндиле (рус. Краковский бублик,пол. obwarzanek krakowski йәки obarzanek krakowski[1]) — поляк аш-һыуына хас йөҙөк рәүешендә бешерелгән ҡамыр ашы. Краковта урам буйында ашап йөрөй торған ҡәҙимге ризыҡ.

Полякса obwarzanek (шулай уҡ obarzanek яҙылышы осрай,"бешекләнгән" тигән мәғәнәлә )[2], ул тарихи рәүештә урыҫ телендәге "баранка" һүҙенә оҡшай («баранка»)[3].

Краков керәндиле уртаһы тишек түңәрәк йәки оҙонса түңәрәк формаһында, спираль итеп ишелгән ике йәки өс таҫманан тора, ул әсе ҡамырҙан бешерелә. Төҫө алтынһыуҙан көрәнһыуға тиклем була. Краков керәндиле традицион рәүештә диаметры 12-17 сантиметр дәүмәлдә, ҡалынлығы 2-4 сантиметр һәм ауырлығы 80-120 грамм итеп бешерелә.

Краковта керәндил һатыу (2014)

Керәндилдең өҫтө шыма йәки бер аҙ суғырмаҡлы булыуы мөмкин.

Керәндилдең өҫтөнә төрлө ингредиенттар — тәмләткес үләндәр, паприка, сыр, һуған, мәк, кунжут, әнис, етен орлоғо һибелә [4].

Керәндилде ғәҙәттә төрмәй һаталар, сөнки ныҡлап һыуынмай тороп төргән осраҡта ул кетерҙәп тормай башлай[4].

Краков керәндиле тураһында тәүге яҙма Владислава II Ягелло (Ягайло) һәм королева Ядвига осорона тура килә. 1394 йылдың 2 мартында һарай яҙмаларында ошондай мәғлүмәт бар «Dla królowej pani pro circulis obrzanky 1 grosz»[5] . Күренеүенсә, полякса ла, латинса ла һүҙҙәр ҡулланылған: obrzanky һәм circuli.

Хәҙерге заманда Краковта тәүлегенә 150 000 тирәһе керәндил һатыла[4].

  1. Obwarzanek (пол.). Słownik języka polskiego PWN.
  2. Maria Balinska. The Bagel: The Surprising History of a Modest Bread (инг.). — Yale University Press, 2008. — P. 15. — ISBN 978-0-300-11229-0.
  3. Этимология слова баранка. Сборник энциклопедий и словарей русского языка.
  4. 4,0 4,1 4,2 Obwarzanek krakowski (ингл.). EUR-Lex (16 февраль 2010).
  5. Maria Dembińska. Food and Drink in Medieval Poland: Rediscovering a Cuisine of the Past (инг.) / William Woys Weaver. — Philadelphia: University of Pennsylvania Press, 1999. — P. 115. — ISBN 0-8122-3224-0.