Кремль эше | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Башланыу датаһы | 1935 |
Тамамланыу датаһы | 1938 |
Обвиняемый | Каменев Лев Борисович |
«Кремль эше» — дәүләт хыянатында ғәйепләү буйынса енәйәт тикшереү эше. «Кремль эш» 1935 йылдың башында барлыҡҡа килә. Бер нисә Кремль һәм Кремль комендатураһы хеҙмәткәрҙәре, хәрбиҙәр советтарға ҡаршы легаль булмаған ойошманы булдырыуҙа һәм И В. Сталинға һөжүм әҙерләүҙә ғәйепләнәләр.
Тарихсы О. В. Хлевнюк фекеренсә, әлеге эш, тәүге сиратта, А. С. Енукидзеға ҡаршы йүнәлтелгән була һәм, быларҙың бөтәһенән башҡа, коллектив етәкселеге ҡалдыҡтарын юҡҡа сығарыуға килтерә:
Енукидзе эшендә «коллектив етәкселек» осоро аҙағындағы Сталин һәм уның арҡаҙаштары араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәре сағылдырыла, ә эштең үҙе Политбюро йоғонтоһо ҡалдыҡтарын емереүсе сираттағы һөжүме була. «Кремль эше» Сталиндың айырыуса иғтибар үҙәгендә булыуы тураһында бик әһәмиәтле документаль дәлилдәр бар. Ул даими рәүештә әлеге эш буйынса ҡулға алынғандарҙың һорау алыу протоколдарын ҡабул итә, уҡый, уларҙа билдәләр эшләй һәм НКВД-ға күрһәтмәләр бирә[1]
ВКП(б)Үҙәк комитетының июнь пленумында «ССР Союзы Үҙәк башҡарма комитеты Секретариаты хеҙмәте һәм А. Енукидзе иптәш тураһында» мәсьәләһе ҡарала. Доклад менән ВКП(б)Үҙәк комитеты секретары Н. И. Ежов сығыш яһай. Ул, СССР Үҙәк башҡарма комитеты секретары Авель Енукидзеның енәйәтсел юл ҡуйыусылығы арҡаһында Кремль территорияһында террористик төркөм барлыҡҡа килгән, тип хәбәр итә. Төркөм башлығы итеп Лев Каменев күрһәтелә. Шулай уҡ төркөмгә Троцкий, Зиновьев, меньшевиктар, аҡгвардиясылар йәлеп ителә[2]
Пленум бер тауыштан Енукидзены партиянан сығара. Уны Харьков автомобилдәр тресы директоры итеп ебәрәләр, ә 1937 йылда атып үлтерәләр[3].
Тарихсы Ю. Н. Жуков билдәләүенсә, Ежов өсөн әлеге эш иерархия баҫҡыстары буйлап уны власҡа алып килгән үҙенсәлекле трамплин булып тора.
«Марксист-ленинсылар Союзы» һәм «Мәскәү үҙәге» эштәре буйынса төрмәлә ултырған Каменев ҡабаттан хөкөм ителеүселәр эскәмйәһенә ултыртыла.
1935 йылдың 27 июлендә В. Ульрих рәйеслеге аҫтында СССР Юғары судының хәрби коллегияһы ябыҡ ултырышта (дәүләт ғәйепләүсеһеҙ һәм яҡлаусыһыҙ үткәрелә) Сталинға ҡарата террористик актты башҡарыуға ҡотҡо һалыуҙа ғәйпләнәләр:
икеһе лә — атып үлтереүгә хөкөм ителгән.
барыһы ла — 10 йыл төрмәлгә хөкөм ителә.
бөтәһе лә — 7 йылға төрмәгә хөкөм ителә.
бөтәһе лә — 6 йыл төрмәгә хөкөм ителә.
бөтәһелә — 3 йыл төрмәгә хөкөм ителә.
бөтәһе лә — 2 йылға төрмәгә хөкөм ителә.
Бынан тыш, «Кремль эше» буйынса йәлеп ителәләр һәм 1935 йылдың 14 июлендә СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмәһе ҡарары буйынса контрреволюцион эшмәкәрлек өсөн тағы ла 80 кеше хөкөм ителә.
Шулай итеп, «Кремль эше» буйынса барыһы 110 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән СССР-ҙың Юғары судының хәрби коллегияһы — 30 кешене (атыуға — 2 кеше, 10 йыл төрмәгә — 9, 8 йылға — 1, 7 йылға — 5, 6 йылға — 5, 5 йылға — 1, 4 йылға — 1, 3 йылға — 3, 2 йылға — 3) һәм СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмәһе хөкөмө буйынса — 80 кеше (5 йылға төрмәгә — 29 кеше, 3 йылға — 13, 2 йылға һөргөнгә — 30, 2 йылға һөргөнгә — 7, 5 йылға Мәскәү һәм Ленинградта йәшәргә тыйылыу менән — 1) хөкөм итә.
Бынан тыш, тикшереү барышында вафат булыуы сәбәпле 1896 йылғы, нәфис әҙәбиәте дәүләт нәшриәтенең баш мөхәррире Презент Михаил Яковлевичҡа ҡарата эш туҡтатылған.
Ҡулға алынғандар араһында хөкүмәт биналары йыйыштырыусылары, швейцар һәм телефонистка — 11 кеше, хөкүмәт китапханаһы хеҙмәткәрҙәре — 18 кеше, Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы секретариаты хеҙмәткәрҙәре — 6 кеше, Кремль коменданты идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм хәрбиҙәр — 16 кеше, төрлө предприятиелар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре — 48 кеше, Каменевтың туғандары — 5 кеше һәм хужабикәләр — 6 кеше.
1935 йылдың февралендәге тикшереү барышында Мәскәү Кремле коменданты идаралығы хеҙмәткәрҙәре араһында троцкистар төркөмө булыуы тураһында күрһәтмәләр алына.
1935 йылдың мартында ошо уҡ йылдың ғинуарында «Мәскәү үҙәге» эше буйынса хөкөм ителгән Зиновьевтан һорау алына. Уның күрһәтмәләренән: «Марксизм хәҙерге ваҡытта Сталинға ҡулайлы нәмә инде ҡанатлы формулировканы шул уҡ Каменев әйтте… Минең менән Каменев араһында Сталинды алып ташлау тураһында һөйләшеүҙәр булды булыуын, әммә шул уҡ ваҡытта беҙ уны ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты генераль секретары вазифаһында алмаштырыу кәрәклегенән сығып ҡына һөйләштек. Каменевтан ВКП(б) етәкселеге менән көрәш ысулы булараҡ терактты ҡулланыу кәрәклеге тураһында мин ишетмәнем. Сталинға ҡарата уның яғынан… уҫал фекерҙәре һәм нәфрәт сығарыуы тура контрреволюцион маҡсаттарҙа ҡулланыуы мөмкин…»[2]
Һөҙөмтәлә, «Кремль эше» буйынса ҡулға алыныусылар алдағы тикшереүҙәрҙә лә, суд тикшереүендә лә СССР-ҙың Юғары судының хәрби коллегияһы тарафынан ғәйепле итеп танылалар:
«1933-1934 йылдарҙа Кремль комендатураһы һәм хөкүмәт китапханаһы хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшө араһында контрреволюцион төркөмдәр барлыҡҡа килә, улар үҙ алдында ВКП(б) етәкселәренә һәм Совет хөкүмәтенә һәм, беренсе сиратта, шәхсән Сталинға ҡаршы террористик акттар әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуялар.
Хөкүмәт китапханаһы хеҙмәткәрҙәренең контрреволюцион террористик төркөмө составына түбәндәгеләр инә: Розенфельд, Муханова, Давыдова, Бураго, Синелобова һәм Раевская, өҫтәүенә, төркөмдә етәкселек ролен Розенфельд менән Муханова үҙ өҫтөнә ала һәм улар үҙҙәре Сталинға ҡаршы террористик актты башҡарырға әҙерләнә.
Барут һәм Корольков был төркөмгә инмәүенә ҡарамаҫтан, төркөмдөң контрреволюцион эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашалар һәм Розенфельдтың һәм Муханованың террористик пландары тураһында хәбәрҙар булалар.
Кремль комендатураһының контрреволюцион террористик троцкистар төркөмө составына коменданттың элекке ярҙамсыһы Дорошин В. Г., Кремль коменданты ҡарамағындағы элекке йомоштар өсөн секретары Синелобов А. И., Кремль комендантының элекке дежур ярҙамсыһы Павлов И. Е., Ҙур Кремль һарайының элекке коменданты Лукьянов И. П. һәм Кремль комендатураһының элекке административ-хужалыҡ бүлеге начальнигы Поляков П. Ф. инәләр.
Был төркөмгә Дорошин менән Синелобов етәкселек итәләр.
Ике төркөм араһында бәйләнеш Синелобов һәм уның апаһы Синелобова К. И. аша булдырыла, өҫтәүенә террористик актты башҡарыу өсөн Розенфельдҡа ҡоралды Синелобов табырға тейеш була. Шул уҡ Синелобов террористик актты башҡарыусыларҙың береһе итеп тәғәйенләнә.
Шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙә ҡайһы бер хәрбиҙәрҙән торған контрреволюцион террористик троцкистар төркөмө һәм элекке аҡгвардиясыларҙан торған төркөм ғәмәлдә булалар, ике төркөм дә Сталинға ҡаршы террористик актты әҙерләүҙе һәм тормошҡа ашырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуялар.
Хәрби хеҙмәткәрҙәре террористик төркөмө составына Оборона наркоматы яуаплы хеҙмәткәре Чернявский М. К., Хәрби-химия академияһы тыңлаусылары Козырев В. И. һәм Иванов Ф. Г. һәм ЦАРИ инженеры Новожилов М. И.
Был төркөмдөң етәксеһе Чернявский була, ул сит ил командировкаһы ваҡытында сит ил троцкистар ойошмаһы менән бәйләнеш булдыра, унан Сталинға ҡаршы террористик актты әҙерләү һәм башҡарыу буйынса задание ала. Террористик актты башҡарыусылар итеп Иванов һәм новоджилов тәғәйенләнәләр. Кремль комендатураһының контрреволюцион төркөмө менән был төркөмдөң бәйләнеше бер нисә тапҡыр Дорошин менән осрашҡан Козырев аша булдырыла.
Аҡгвардиясылар контрреволюцион террористик төркөмө составына элекке аҡгвардиясылар инә: Синани-Скалов Г. Б., Гардин-Гейер А. А., Воронов Л. А., Сидоров А. И. һәм Вороновтың ҡатыны (Синани-Скаловтың һеңлеһе) Надежда Скалова.
Был төркөмдөң етәксеһе Синани-Скалов була, ул Зиновьев-Каменев йәшерен контрреволюцион ойошмаһының әүҙем эшмәкәре Мадьяр һәм башҡалар менән тығыҙ бәйләнештә була.
Аҡгвардиясылар төркөмө менән хөкүмәт китапханаһы хеҙмәткәрҙәре террористик төркөмө үҙ-ара Муханова аша бәйләнештә була.
Контрреволюцион террористик төркөмдәрҙең эшмәкәрлеге элекке йәшерен контрреволюцион төркөмө ойоштороусыларының һәм етәкселәренең береһе булған Л. Б. Каменев (1933—1934 йылдарҙа системалы рәүештә ВКП(б) етәкселегенә һәм айырыуса Сталинға ҡарата уҫал дошмансыл сығыш яһаған кеше) тарафынан дәртләндерелә.
Каменев хөкүмәт китапханаһы хеҙмәткәрҙәренең контрреволюцион террористик төркөмө менән туранан-тура бәйләнеште үҙенең ҡустыһы Н. Розенфельд аша булдыра. Розенфельд, Муханова һәм Корольков менән осрашҡан саҡта, ВКП(б) еткселегенә һәм Совет хөкүмәтенә, айырыуса Сталинға, ҡаршы Каменевтан ишеткән контрреволюцион ғәйбәтте тарата, контрреволюцион агитация алып бара һәм туранан-тура Сталинға ҡаршы террористик актты әҙерләүҙә ҡатнаша.
Кремль учреждениелары хеҙмәткәрҙәре Кочетова М. Д., Конова А. И., Минервина Л. Н., Гордеева П. И., Авдеева А. Е. һәм элекке аҡгвардиясы Руднев С. А. 1933—1934 йылдарҙа советтарға ҡаршы агитация алып баралар һәм ВКП(б) етәкселеге һәм Совет хөкүмәте тураһында контрреволюцион ғәйбәт тараталар».
Тарихсы Ю. Н. Жуков фекеренсә,
Ежов шәйләмәй, йәки һәр хәлдә уға тапшырылған материалдарҙа уны һиҫкәндерерлек күп кенә сәйерлектәргә, ҡапма-ҡаршылыҡтарға, көн кеүек асыҡ мәғәнәһеҙлектәргә иғтибар итмәй. Мәҫәлән, Муханованың тәфтишселәр Молчанов һәм Каган биргән ролгә бер нисек тап килмәгәнен. Терактты башҡарыу өсөн ул, нисек кенә теләмәһен, Кремлгә үтеп инә алмаҫ ине, сөнки 1933 йылдың декабрендә хөкүмәт китапханаһынан эштәнкитә һәм Кинокомбинатҡа күсә. Ошо уҡ сәбәп менән ул Бенксонға Кремль һағы системаһы тураһында мәғлүмәттәр бирә алмай. Унан да бигерәк, тикшереү һөҙөмтәләрен баһалағанда, Ежовты. ни өсөн «күп тармаҡлы контрреволюцион ойошма» Сталинды үлтереүҙе ҡорал менән ҡуллана белмәгән, хатта нисек итеп эште башҡарырға тейешлеген күҙ алдына килтермәгән ике ҡатынға йөкмәтергә кәрәк булған тигән һорау ҡыҙыҡһындырырға тейеш ине. Бигерәк тә ҡулға алынған «заговорсылар» араһында Ғәҙәттән тыш комиссияһының юғары чиндары, Граждандар һуғышын татыған һәм шуға күрә ҡорал менән эш итә белгән кешеләр булғанда. Сикләнгән даирәләге етәкселек ағзаларының, шул иҫәптән Сталиндың, именлеген тәьмин иткән, шуға күрә Кремлдәге һаҡ системаһының бөтә шыйыҡ урындарын белгән кешеләр, иң тәү нәүбәттә, ошо менән файҙаланырға тейеш ине. Әммә Ежов оҙаҡ уйламайынса НКВД версияһын ҡабул итә, бындай мөһим эш торошона иғтибар бирмәй, иҫәпкә алмай.[4]
Ғәйепләү тураһында һығымта төҙөлмәй, ә ҡарарҙарҙа ғәйепләүҙең дөйөм формулаһы күрһәтелә — «контрреволюцион эшмәкәрлек».
30 хөкөм ителгән кешенән үҙен ғәйепле итеп 14 кеше танымайҙар.
Суд ултырышы барышында Каменев алдан үткәрелгән тикшереүҙә лә, судта ла тағылған ғәйепләүҙәрҙә үҙен ғәйепле итеп танымай һәм «…1932 йылда партия етәкселеге, атап әйткәндә, Сталин менән үҙенең көрәшенең идея нигеҙҙәрен ҡабаттан ҡарағандан һуң, уның яғынан бер ниндәй ҙә асыуы булманы һәм булыуы ла мөмкин түгеллеген» һәм Кремлдәге хөкүмәт китапханыһында Сталиндың үлтереүен әҙерләгән «террористик төркөмө» тураһында бер нәмә лә белмәгәнен белдерә.
Каменев ғәйепләү буйынса материалдар менән таныштырылмай, әлеге эш буйынса хөкөм ителеүселәр араһынан, үҙенең ағаһы Розенфельдтан, уның ҡатыны һәм ҡусты тейешле туғанынан башҡа, бер кемде белмәй.
Һуңғараҡ Каменевтың икенсе тапҡыр атып үлтереүгә хөкөм ителгән ағаһы Розенфельд 1937 йылғы суд ултырышында, уның «Кремль эше» буйынса 1935 йылда биргән күрһәтмәләре дөрөҫлөккә тап килмәй, тип белдерә.
Николай Розенфельд үҙенең ҡустыһы Л. Б. Каменевҡа ҡаршы иң мөһим шаһит була. «…беҙ Цилигтан һәм Виктор Серждан, процесс махсус маҡсат менән ойошторолғанын беләбеҙ: Каменевты икенсе процесҡа әҙерләү һәм, бигерәк тә уға ҡаршы рухы ҡаҡшаған бер туғаны ошаҡлаған саҡта, уны һындырыу»[5].
1956—1958 йылдарҙа Баш хәрби прокуратураһы тарафынан яңы асылған факттарға таянып, әлеге эш буйынса тикшереү үткәрелә, уның барышында эште СССР НКВД-һы уйлап сығарыуы асыҡлана. Был эш менән 1937—1938 йылдарҙа шөғөлләнгән элекке НКВД хеҙмәткәрҙәре хөкөм ителә.