Креолдар | |
Барлыҡҡа килгән | Америка, Африка, Азия һәм Indian Ocean Region[d] |
---|
Креол (франц. créole; исп. criollo һәм порт. crioulo, криолу; лат. creare — «булдырыу, үҫтереү») — колониаль осорҙа, башлыса Америкала, Африкала һәм Азияла барлыҡҡа килгән ҡатнаш сығышлы төрлө этник (йыш ҡына этнораса) берләшмәләр.
Башта креолдар тип Европанан күсеп килеүселәрҙең ғаиләләрендә Америкалағы Испания колонияларында (шул иҫәптән Луизианала) тыуғандарҙы атағандар (Европанан килгәндәргә ҡаршы ҡуйып). Көньяҡ һәм Үҙәк Америкала испан термины Criollo негр йәки индеец ҡаны ҡушылған кешеләргә лә ҡағыла башлай; бындай киң мәғәнә айырыуса Бразилияға хас[1].
Хәҙерге ваҡытта был термин түбәндәге мәғәнәләргә эйә:
Креол телдәре — пиджин эволюцияһының артабанғы баҫҡысы, ул яйлап ҡатнаш сығышлы халыҡтың байтаҡ өлөшө өсөн туған телгә әйләнә һәм үҙ аллы телгә әүрелә.
Ғәҙәттә пиджиндың креол теленә әүерелеүе ҡатнаш никахтар ҙур өлөш булған урындарҙа барлыҡҡа килә, сөнки бында пиджин милләт-ара аралашыу теле функцияһын үтәргә мәжбүр. Бөгөн донъяла бөтә донъя буйынса киң таралған алтмыштан ашыу креол теле бар.