Кривичтар | |
![]() |
Кривичтар (бор.-урыҫ. криви́чи) — көнсығыш-славян ҡәбиләһенең союзы[1][2], улар VIII—X быуатта Көнбайыш Двина, Днепр һәм Волга йылғалары башында барлыҡҡа килә
Игенселек, малсылыҡ, һөнәрселек менән шөғөлләнәләр. Төп ҡалалары: Смоленск, Полоцк, Изборск. IX быуаттан — боронғо Рус дәүләте составында. Фараздарҙың береһе буйынса, боронғо рус халыҡтары составына инә. XI—XII быуаттарҙа кривичтар биләмәһе Смоленск һәм Полоцк кенәзлегенә, төньяҡ-көнбайыш өлөшө Новгород биләмәһенә инә. «Повесть временных лет» йылъяҙмаларында кривичтарҙың үҙҙәренең сығышын полочаниндарҙан ала тип күрһәтелә:
![]() |
От сихъ же [полочан] и кривичи, иже сѣдять на верхъ Волгы, и на вѣрхъ Двины и на вѣрхъ Днѣпра, ихъже и городъ есть Смолѣнескъ; туда бо сѣдять кривичи (Повесть временных лет) | ![]() |
«Кривич» атамаһы төрлө тикшеренеүселәр тарафынан төрлөсә аңлатыла. Бер версия буйынса, ҡала исеме славян-кривичтарҙың нигеҙ һалыусыһы Криванан, кривой-кәкре һүҙенән килеп сыҡҡан[3]. Икенсе версия буйынса — балттарҙың тәүге руханийы Криве-Кривейте исеменән, «кровные» (ҡан буйынса яҡынлыҡ), «кривой» (кеше тураһында, тау-ташлы урын)[4].
Кривичтарҙы псков һәм полоцк-смоленск төркөмгә бүлергә була. Шулай уҡ кривичтар Пелопоннес ярымутарыунда, XIV быуаттың грек «Хроника Мореи» яҙмаһында[5] славяндарҙың бер ҡәбиләһе булараҡ телгә алына[6].
Кривичтарҙың полоцк-смоленск мәҙәниәтендә славян биҙәүестәре менән бер рәттән балт төрөнөң элементтары бар.
Полочаниндар — IX быуатта хәҙерге Витебск өлкәһе территорияһында, Белоруссияның Минск өлкәһе төньяғында ултырыусы кривичтарҙың өлөшө.
Трубачев Балкандағы смоленск халҡын кривичтарҙың көнсығыш славян тармағы менән бәйләй[7].
Трубачев Грециялағы Пелопонесста Kryvitsani топонимының бында ҡасандыр кривич төркөмө йәшәгәнлеге барлығы тураһында хәбәр итә, тип иҫәпләй[8].
Кривичтар иң эре көнсығыш славян ҡәбиләләре берләшмәләренең береһе булып тора. Улар Белоруссияның төньяғын ғына түгел, шулай уҡ Двина һәм Днепр буйы райондарын, Псковщина һәм Смоленщинаны, шулай уҡ хәҙерге Тверь һәм Мәскәү өлкәһенең көнбайыш өлөштәрен биләй.
Кривичтарҙың славян ата-бабаларының килеп сығышы тураһында ике ҡараш бар. Беренсеһе уларҙың ата-бабалар ерен Карпат төбәге менән, икенсеһе төньяҡ Польша территорияһы менән бәйләй. Шул уҡ ваҡытта кривичтарҙың башта Псковщинаға (VI быуат: Псковтың оҙон ҡурғандар мәҙәниәте), Понеманье аша килеүе аныҡлана[9]), ә һуңғараҡ бер өлөшө көньяҡҡа күсенә һәм Смоленщина һәм көнсығыш Белоруссияла ултыра)[10].
Беренсе гипотеза файҙаһына кривичтарҙың, башлыса — Белоруссия территорияһында йәшәгән VI—VII быуаттарҙа Днепр үренән килеүсе аҡ хорваттар, сербтар һәм хорутандар ҡәбиләләренән (древлянин, полянин (днепр) һәм дреговичтар менән бер рәттән) полочаниндарҙың килеп сығыуына күрһәткән йылъяҙмалар һөйләй[11][12][13].
Икенсе гипотеза хәҙерге тел белгестәре эштәренә нигеҙләнә. Атап әйткәндә, В.Н.Топоровтың сағыштырма анализы кривич диалектының төньяҡ-көнбайыш славян диалекты төркөмөнә ҡарауын күрһәтә[14].
Кривич ҡәбиләһе теле диалект яҡтан бүлгеләнгән һәм бөтә башҡа һуңғы славян диалекттарына ҡаршы тора. Кривич ҡәбилә теле бүленә:
Кривичтарҙың ҡәберҙәренең айырым һыҙаты оҙон ҡурғандар — вал рәүешле тупраҡ өйөмдәре. Барлыҡ оҙон ҡурғаннарҙа мәйетте яндырыу йолаһы буйынса ҡәберлектәр бар. Кривичтарҙың ҡурған мәҙәниәте Днепр буйы синхрон славян мәҙәниәтенән айырыла. Кривичтарҙың башҡа артефакттары булып бронза сикә балдаҡтары, быяла мунсаҡтар, бысаҡтар, һөңгө баштары, ураҡтар, керамика тора. Кривичтар йәшәгән урында бағана конструкциялы өйҙәр, торлаҡ уртаһында иҙәнгә батырып эшләнгән усаҡтар менән ултыраҡтар өҫтөнлөк итә[15].
Кривичтар өсөн оҙон кәүҙә, долихокефалия, тар йөҙ, сығып торған танау, — валдай тибына хас [16], һәм, дөйөм алғанда, нордик раса менән характерлана. В.В.Бунак 1932 йылда кривичтарҙың төньяҡ төр вәкиле булараҡ аллемандар менән, ә көнсығыш кривичтарҙың сублапоноид халҡы менән оҡшашлығы тураһында һығымтаға килә[17].
Славяндар хәҙерге Белоруссияның тик иң көньяғында, Припять йылғаһы бассейнында ойошоп йәшәгән. Был ваҡытта славяндарҙың балт биләмәләренң үтеп инеүе күҙәтелә
VIII—IX быуаттарҙа славян халыҡтарының балт ерҙәрендә күпләп йәшәүе башлана
Белоруссия территорияһында өс көнсығыш славян ҡәбиләһе — кривичтар, радимичтар һәм дреговичтар йәшәй[4].
Төньяҡ кривичтар Русь Новгородын булдырыу башында тора[18]. Көнбайыш кривичтар Полоцкты төҙөй, ә көньяҡ кривичтар — Смоленскты (Гнездовый)улар бөтәһе боронғо Рус дәүләте составында була.
Бөтә төбәктәрҙә кривичтар варягтар менән тығыҙ бәйләнештә була. Византия императоры Константин VII Багрянородный кривичтарҙың кәмә эшләүен һөйләй, уларға ултырып урыҫтарҙың Царьградҡа барыуын әйтә
Киевт Русе барлыҡҡа килгәндән һуң кривичтар Волга- Ока йылғалары араһында славян колонизацияланыуын башлай (хәҙерге Тверь, Владимир, Новгород, Рязань, Ярославль һәм Новгород өлкәһе[19], төньяҡта Мәскәү, шулай уҡ Вологодчина[20]) , мөмкин булған ерҙә ассимиляцияға дусар була, бәлки, ә урындағы фин ҡәбиләләрен ҡыҫырыҡлап сығара.
Кривичтарҙың көньяҡ-көнбайыш, Полоцк тармағы шулай уҡ полочанин тип атала. Дреговичтар, радимичтар һәм ҡайһы бер балтик ҡәбиләләре менән бергә кривичтарҙың был тармағы белорус этносының нигеҙе булып тора.