Кронос | |
бор. грек. Κρόνος | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Атаһы | Уран (мифология)[1] |
Әсәһе | Гея[1] |
Бер туғандары | Рея[2], Иапет[d], Гиперион[d], Фемида, Тейя[d], Океан (мифология) һәм Тефида[d] |
Хәләл ефете | Рея[1] |
Внебрачный партнёр | Heimarmene[d] һәм Эвонима[d] |
Балалары | Зевс[1], Гестия[d][1], Аид[d][1], Посейдон[d][1][3], Деметра[1], Гера[1][4], Эниалий[d], Хирон[d], Dolops[d], эринии[d], мойры[d], Крий[d] һәм Doloncus[d] |
Иконографический атрибут | серп[d] |
Алла ... ҡарай | боронғо грек дине[d] һәм Боронғо грек мифологияһы |
![]() |
Кро́нос, Крон (бор. грек Κρόνος), боронғо грек мифологияһында[5] — юғары алла, икенсе фекер буйынса титан, беренсе алла Урандың (күк) һәм алиһә-демиург Геяның (Ер алиһәһе) кесе улы.
Башта игенселек аллаһы, һуңыраҡ, эллин осоронда, ваҡыт, Хронос (бор. грек Χρόνος - «χρόνος» ваҡыт тигәндән) менән персонализацияланыусы алла менән тиңләштерелә.[5]
Крон хакимлыҡ иткән осор алтын быуат тип һанала.
Рим фольклорындағы Сатурнға тап килә.
Кронос исеменең этимологияһы билдәһеҙ. Исемдәрҙең оҡшашлығы арҡаһында һуңғы осорҙа йәшәгән гректар уны Хронос-ваҡыт менән сағыштыра. Был исемдең грек теленән сыҡҡанмы-юҡмы икәнлеге билдәһеҙ. Бары ураҡ ҡына - боронғо атрибут - уларҙың тәбиғәте тураһында һөйләй.
Ионий халҡында булған. Ҡайһы бер ионий ҡалаларында Кроний байрамы булған, әммә уның Кронос менән бәйләнешенең ысын булыуы шикле, тимәк, Кронос алла, мифтарҙың персонажы булараҡ, шул уҡ ваҡытта дини культтар һәм дини инаныуҙар периферияһында ла булып сыға[6].
Уран, титан-балаларының береһе үлтереүенән ҡурҡып, уларҙы яңынан ергә ҡайтарып торған. Шуға күрә бындай күңел ғазабынан хәлһеҙләнгән Гея һуңғы улы Кроносты Уранды бестерергә күндергән. Кронос юғары аллаға әүерелгән[7].
Уранды бестергән урағын Кронос Ахейҙағы Дрепан (Серп) мороно янында диңгеҙгә ташлаған[8]. Был ураҡ Занклелағы (Сицилия) мәмерйәлә һаҡланған[9].
Ферекид Сирский буйынса, Кронос Офионды еңгән һәм беренсе булып таж кейгән[10]. Икенсе фараз буйынса, Кронос иң өлкән улы булған, шунлыҡтан батша булып киткән[11].
Уның осоронда алтын быуат башлана.
Кронос менән нимфа Филираның союзынан (һуңынан, алиһә Реяның көнләшеүенән ҡурҡып, уны бейәгә әйләндергән) кентавр Хирон тыуған
Кронос Урандың, Реянан тыуған балаларыңдың береһе һине ҡолатыр тигән күрәҙәлегенән ҡурҡҡанлыҡтан, уларҙы бер-бер артлы йотоп торған. Гестийҙы, Деметраны, Гераны, Аидты һәм Посейдонды шулай уҡ йотҡан.
Кроностың ҡатыны Рея, Зевсҡа йөклө булғанда, һуңғы балаһын юғалтырға теләмәгәнлектән, уны Криттағы тәрән мәмерйәлә таба һәм шунда йәшерә, ә Кроносҡа йоторға таш бирә. Ошо монолит таш Дельфалағы археология музейында ҡуйылған «омфал»[12]. Рим йолаһы буйынса был ташты «агадир» тип атағандар[13]. Шулай уҡ, Рея Кроносҡа ташты Херонея өҫтөндәге Петрах ҡаяһында биргән тигән антик фекерҙәр ҙә булған[14].
Алданғанлығын аңлап, Кронос Зевсты бөтә ерҙән эҙләй башлаған[15], әммә Крит утрауындағы куреттар уға сабыйын табырға ҡамасауланы, һәм Зевс илағанда, Кронос ишетмәһен өсөн, һөңгөләре менән ҡалҡандарын ҡаҡҡан.
Зевс үҫеп буйға еткәс, атаһына ҡаршы Ғаләмде нигеҙенә тиклем тетрәткән, һуғыш (Титаномахия) башлай. Ун йыллыҡ һуғыштан һуң Зевс Кроносты ҡолатҡан һәм, уны яҡлаған титандар менән бергә, Тартарға тотҡонлоҡҡа оҙатылған[16].
Бер хикәйәт буйынса, Зевс Кронос менән Олимпияла власть өсөн көрәшкән һәм еңгән[17]. Орфиктарға ярашлы, Зевс Нюкта кәңәше буйынса Кронды бал эсереп һыйлаған, тегеһе йоҡлап киткән һәм уны бестергәндәр (кастрировали)[18]. Фараз буйынса, Зевс бестергән, Кроностың орлоғонан Афродита тыуған (ғәҙәттә, бында Уран ҡатнаша).
Зевс, Гея йәки Метида ярҙамында, Кронды ҡоҫорға мәжбүр иткән һәм йотолған бер туған ағай-энеләрен һәм апай-һеңлеләрен терелтә[5]. Һуңынан уларҙы олимпия аллаларына: Гестияны - йорт усағы алиһәһенә, Гераны - илаһтарҙың ҡатынына һәм батшабикәһенә, Деметраны - баҫыуҙар һәм уңдырышлылыҡ алиһәһенә, Аидты - ер аҫтындағы үлеләр батшалығы аллаһына һәм Посейдонды диңгеҙҙәр илаһына әйләндерә[5].
Мифтың икенсе варианты буйынса, Кронос һуңынан ғәфү ителгән һәм «бәхетлеләр утрауы»на күсерелгән. Шуның өсөн боронғо гректарҙың күҙаллауы буйынса «Кронос батшалығы» әкиәти «Алтын быуат»ҡа тап килә.[5]
Кронос Сицилияла ерләнгән[19]. Ғәрәбстанда илаһ булған[20]. Сабыйҙарҙы ҡорбан итеп килтергән финикий илаһы Молох менән тиңләштерелгән[21]. Олимпияла уға ғибәҙәтхана төҙөлә[22]. Кроносҡа Олимпияла яҙғы көн менән төн тигеҙләшкәндә Кроний тауы түбәһендәге басилдар (батшалар)[23], башҡа сығанаҡтар буйынса 12-се гекатомбеон (июль аҙағы), ҡорбан килтергән [5].
Уға XIII орфий гимны бағышланған.
Кроносҡа Рим игенселеге илаһы Сатурн тура килә. Кроносты Сатурнға тиңләштергән риүәйәт буйынса, уны Юпитер (Зевсҡа тиңләштерелгән) һәләк итә һәм Италияға ҡаса[5]. Италияла Сатурн ғибәҙәтханаларын бөтә ерҙә лә осратырға мөмкин булған; ярымутрауҙың күп кенә урындары һәм ҡалалары Алла исеме менән аталған; Италия үҙе, риүәйәт буйынса, боронғо заманда Сатурн ере (Saturnia tellus) тип аталған.
Кронос Ливияла һәм Сицилияла батшалыҡ иткән һәм Гиераполгә нигеҙ һалған[24].
Бер йәки бер нисә планетаны йотҡан HD 240430 йондоҙон Кронос хөрмәтенә атарға тәҡдим ителә.