Кропоткин Пётр Алексеевич | |
рус. Пётр Алексе́евич Кропо́ткин | |
| |
Псевдонимы |
Пётр Алексеев[1] |
---|---|
Тыуған көнө | |
Вафат көнө | |
Мәктәп/традиция | |
Йүнәлеше | |
Основные интересы |
кооперация, үҙ-ара ярҙам, хеҙмәт, хакимлыҡ, федерализм, география, тарих, этика, социаль философия, сәйәси философия |
Значительные идеи |
анархо-коммунизм, «эволюция факторы булараҡ үҙ-ара ярҙам» |
Оказавшие влияние | |
Испытавшие влияние |
анархизмдың артабанғы теоретиктары һәм уның менән бәйле ағымдар |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Кропоткин Петр Алексеевич (9 декабрь 1842 йыл — 8 февраль 1921 йыл — урыҫ анархист-революционеры, географ һәм геоморфолог. Кенәз Кропоткиндар нәҫеленән.
Себерҙең, Урта Азияның һәм Боҙ дәүеренең тектоник төҙөлөшөн өйрәнеүсе. Тарихсы, философ һәм публицист, эволюционист, анархо-коммунизм идеологияһын ойоштороусы һәм анархизмдың иң абруйлы теоретиктарының береһе.
1842 йылдың 9 декабрендә Мәскәү ҡалаһының Штат тыҡрығындағы 26-сы йортта тыуған.
Уның ғаиләһе боронғо кенәз Смоленскийҙар, Рюриковичтарҙан, утыҙынсы быуын нәҫеле һанала. Фамилияһы Иван III замандашы, кенәз Дмитрий Васильевич Крапотка (Кропотка) ҡушаматынан барлыҡҡа килгән.
1-се Мәскәү гимназияһында урта белем ала, Паж корпусын яҡшы билдәләр менән тамамлай (1862), офицер дәрәжәһе бирелә. Паж корпусын тамамлағандан һуң, үҙ теләге менән Себерҙә казак частарында хәрби хеҙмәтте һайлай. 1862 йылдың 8 октябрендә 19 йәшлек Пётр Читаға есаул дәрәжәһендә Байкал өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы генерал-майор Казимирович Кукель ҡарамағына айырым йөкләмәләр буйынса чиновник итеп тәғәйенләнә.
Кукель етәкселегендә Амур казак ғәскәрендә бер нисә йыл хеҙмәт итә. Көнбайыш Себерҙә, Маньчжурияла экспедицияларҙа ҡатнаша, Ингода, Шилка, Амур (1864—1865) йылғалары буйлап ағып төшә, унда геологик, орографик, картографик һәм палеогляциологик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә.
1864 йылда «купец Петр Алексеев» исеме аҫтында Иҫке Цурухайтуйҙан (2034 м) Благовещенскиға көнбайыштан көнсығышҡа табан Ҙур Хинган тауы аша Маньчжурияға барып етә. Илхури-Алинь һыртында (1290 м) вулкан барлыҡҡа килтергән рельефты таба. Шул уҡ йылдың көҙөндә «Уссури» пароходында Сунгари йылғаһы буйлап Черняев Г. Ф. экспедицияһында Гирин ҡалаһына тиклем ҡатнаша. Бүрәттәрҙең, яҡуттарҙың һәм тунгустарҙың йәмәғәт ҡоролошо буйынса материалдар йыя.
1865 йылда Көнсығыш Саянда экспедицияла була, Иркут йылғаһын (488 саҡрым), Ангара йылғаһының һул ҡушылдығы, бөтә буйын иңләп үтә. Тункин ҡаҙанлығын һәм Ока йылғаһының үрге ағымын тикшерә, Хиголда вулкан кратерҙары аса.
1866 йылда Рус география йәмғиәтенең Көнсығыш-Себер бүлексәһе Олёкминск-Витимск экспедицияһын етәкләй[7]. 1866 йылдың майында Иркутск ҡалаһынан сыҡҡан экспедиция Ленаға килеп етә һәм йылға буйлап Витимдың тамағына тиклем 1500 километрға аҫҡа төшә. Унан көньяҡҡа әйләнеп ҡайтҡас, Патомский тауына (1771 м) күтәрелә, уны Жуя йылғаһы башланған ерҙә (337 саҡрым, Олёкма бассейны) киҫеп үтеп, юлын көньяҡҡа табан дауам итә. Кропоткин эҙләнеү барышында районда борон Себерҙә боҙ ҡатламы булғанын иҫбатларлыҡ нигеҙ булған асыштарға тап була. Экспедиция Кропоткин һыртынан (Петр Алексеевич тарафынан асылған, бейеклеге — 1647 метр, Жуи һәм Витима һыу айырғысы) һәм Делюн-Уран (2287 м) һырттары, Төньяҡ-Муя (2561 м) һырттары аша үтеп, Муя йылғаһына (288 саҡрым) етә. Көньяҡ Муя һыртын асыуҙы дауам итеп, Витим яҫытаулығын (1200—1600 метр) менән Яблоновый һыртын (1680 метр) киҫеп үтә һәм Чита йылғаһы буйлап шул уҡ исемдәге ҡалаһына етә. Йылға һул ярында Черский һыртының төньяҡ-көнсығыш яҡтары өйрәнә.
Кропоткин декабристар Д. И. Завалишин һәм И. Горбачевский, һөргөнгә ебәрелгән революционер М. Л. Михайлов менән осраша.
Төрмә һәм һөргөн системаларына реформалары проектын әҙерләү буйынса комиссияларҙа ҡатнаша, шулай уҡ ҡала үҙидараһының проектын төҙөү өҫтөндә эшләй, әммә тиҙҙән ғәмәлдәге идара итеү аппаратының эшенә ризаһыҙлығы барлыҡҡа килә һәм үҙгәртеп ҡороуҙар идеяһына ҡыҙыҡһыныуын юғалта.
«Мәскәү хәбәрҙәре» гәзитендә, йышыраҡ уның йәкшәмбе ҡушымтаһында («Хәҙерге йылъяҙма»), «Русский вестник», «Записки для чтения» журналдарында һәм башҡаларҙа Себер, Байкал аръяғы, Маньчжуриялағы үҙ юлъяҙмаларын баҫтыра.
1867 йылдың яҙында, 1866 йылда поляк каторжандарының баш күтәреүенән һуң, Пётр һәм уның ағаһы Александр хәрби хеҙмәттән китә. Улар был ихтилалды баҫтырыуҙа ҡатнашмайҙар.
1867 йылдың көҙөндә Кропоткин һәм уның ағаһы ғаиләһе менән Санкт-Петербургка күсә. Ул саҡта 24 йәшлек Пётр Санкт-Петербург университетының физика-математика бүлегенә уҡырға инә һәм шул уҡ ваҡытта ҙур ғалим-географ һәм сәйәхәтсе П. Семёнов (Тян-Шанский) етәкселек иткән Эске эштәр министрлығының статистика комитетына эшкә килә. Кропоткин 1868 йылда Император Рус география йәмғиәтенең ағзаһы, һәм һуңыраҡ, шул уҡ йылда, Рус география йәмғиәтенең Физик география бүлеге секретары итеп һайлана[8], Олёкминск-Витимский экспедицияһы тураһында отчёт өсөн алтын миҙал менән бүләкләнә.
Тәржемә (шул иҫәптән Спенсер, Дистервег), «Санкт-Петербург хәбәрҙәре» гәзите өсөн ғилми фельетондар яҙыу менән менән аҡса таба. Шул уҡ ваҡытта бер нисә йыл таулы Азия төҙөлөшө, уның һырттары һәм яҫытаулыҡтарының урынлашыуы темаһына фәнни эш менән шөғөлләнә.
«Был эште фәнгә индергән төп өлөшөм, тип иҫәпләйем. Тәүҙә мин Себерҙең орографияһына ҡарашым тураһында, һәр һыртты ентекле итеп тикшереп, ҙур күләмле китап яҙырға уйланым, әммә 1873 йылда мине тиҙҙән ҡулға аласаҡтарын аңлап, минең ҡараштарым күрһәткән карта төҙөнөм һәм аңлармалы очерк бирҙем. Карта ла, очерк та Петропавловский ҡәлғәһендә ултырған саҡта географик йәмғиәт тарафынан ағайымдың күҙәтеүе аҫтында нәшер ителде.
Ул саҡта Азияның картаһын төҙөгән һәм алдағы хеҙмәттәремде яҡшы белгән Петерман Штиллер атласы һәм үҙенең кеҫә атласы өсөн минең схеманы ҡабул итә, ҡорос гравюрала орография яҡшы күренә. Һуңынан уны күп картографтар ҡабул итә», — тип яҙа.
Уның Рус география йәмғиәтендә яҙған башҡа эштәре араһында «Төньяҡ диңгеҙҙәргә экспедицияны йыһаҙландырыу» («Известия ИРГО», VII, 1871) тигән яҙыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Был яҙмала Яңы Ерҙән Беринг боғаҙына ҙур диңгеҙ экспедицияһы ойоштороу тәҡдим ителә. Кропоткин ошо разведка экспедицияһы етәкселегендә булырға күҙаллай, ләкин Финанс министрлығы судно һатып алыуға аҡса бүлмәй. Шул уҡ ваҡытта, үрҙә телгә алынған яҙмалар өсөн әҙәбиәтте өйрәнгәндә, Кропоткин түбәндәге һығымтаға килә:
Яңы Ерҙән төньяҡҡа Шпицбергенға ҡарағанда юғарыраҡ киңлектә ятҡан ер булырға тейеш. Быға Яңы Ерҙән төньяҡ-көнбайышта боҙло баҫыуҙарҙа булған таштар һәм бысраҡтар, башҡа ваҡ билдәләр — асыҡ дәлилдәр. Бынан тыш, әгәр бындай ер юҡ икән, Беринговтан Гренландияға һыуыҡ ағым Нордкапҡа барып етер һәм Кольский ярымутрауының ярҙарын Гренландияның төньяғындағы һымаҡ боҙ ҡаплар ине.
Кропоткин әйткән ер 1873 йылда Австрияның Пайер — Вейпрехт экспедицияһы тарафынан асылған, күрәһең, Кропоткиндың мәҡәләләре нигеҙендә, һәм кайзер хөрмәтенә Франц-Иосиф Ере тип аталған[9].
1871 йылдың йәйендә Кропоткин Географик йәмғиәтенән глетчерҙарҙы өйрәнеү маҡсатында Финляндия һәм Швецияға фәнни-тикшеренеүгә юлланған. Әммә донъялағы «ҡапма-ҡаршылыҡтар» уны ғилми эшмәкәрлекте икенсе планға ҡуйырға мәжбүр итә.
Көҙ, Мәскәүгә ҡайтҡас, атаһының үлеме тураһында хәбәр ала.
1872 йылда Кропоткин сит илгә сәфәргә рөхсәт ала. Бельгияла һәм Швейцарияла ул Рәсәй һәм Европа революцион ойошмалары вәкилдәре менән осраша, шул уҡ йылда Беренсе Интернационалдың Юр Федерацияһына инә (лидеры Михаил Бакунин).
Рәсәйгә ҡайтҡас, Рус география йәмғиәтенең физик география бүлеге секретары вазифаһын бер юлы башҡарып, Кропоткин халыҡ ойошмалары ағзаһы — «Ҙур агитация йәмғиәтенең» «Чайковец» түңәрәге ағзаһы булараҡ билдәле була. Ул түңәрәктең башҡа ағзалары менән бергә Петербург эшселәре араһында революцион агитация алып бара, «халыҡҡа сығыу» инициаторҙарының береһе була.
1874 йылдың 21 мартында 31 йәшлек Пётр Кропоткин Географик йәмғиәттә бик алыҫ булмаған дәүерҙә боҙлоҡ осоро булыуы тураһында сенсацион доклад яһай. Ә икенсе көндө ул йәшерен революцион түңәрәк ағзаһы булараҡ ҡулға алына һәм Петропавловск ҡәлғәһенең Трубецкий бастионындағы төрмәгә оҙатыла.
Ғалимдың фәндә булған әһәмиәте шул тиклем ҙур булған, уға, Александр II-нең шәхси бойороғо буйынса, төрмәлә эшләү мөмкинлеге булһын өсөн, ҡәләм, ҡағыҙ бирелә һәм Кропоткин Ер фәненең иң мөһим теорияһын — боҙлоҡ теорияһын яҙа.
Кропоткин Франц-Иосиф Еренең, Төньяҡ Ерҙең һәм Кропоткин карьерының (Баренц һәм Кар диңгеҙҙәренең төньяғындағы поляр утрауҙарының — Франц-Иософ Еренән Төньяҡ Ергә тиклем) барлығын иҫбатлай һәм координаталарын иҫәпләй[10], шуның менән сит ил экспедицияларының бында беренсе булыуына ҡарамаҫтан, үҙе тарафынан асылған ерҙәргә Рәсәй суверенитеты һаҡлап ҡалына[11].
Төрмә шарттары, көсөргәнешле хеҙмәт Кропоткиндың сәләмәтлеген ҡаҡшата. Зәңге билдәләре менән ул Николаев хәрби госпиталенең арест бүлексәһенә күсерелә. 1876 йылдың 30 июлендә Кропоткин арест бүлексәнән (ике ҡатлы флигель, төп бина артында) ҡаса.
Ҙур Николай хәрби госпитале, минең хәтерләүемсә, ике меңгә тиклем дауаланыусы һыйҙырған урамға ҡараған фасадлы төп корпустан, шулай уҡ эргәһендә урынлашҡан флигель һәм барактарҙа торған. Ошо биналарҙың береһе һаҡ аҫтына алынған ауырыуҙарға тәғәйенләнә һәм «арестантский бүлеге» тип атала. Унан 1876 йылда Кропоткин П. А. бик шәп ҡасыу ойоштора.
Николаев госпитале буйынса дежур итеүгә шул уҡ полктан икешәр офицер ҡуйыла. Кесеһе дежурҙа ҡулға алыу бүлегендә генә дежурлыҡ иткән, унан китергә хоҡуғы булмаған. Өлкәне бөтә госпиталде күҙәтә, шулай уҡ арестант бүлеге, уға яңғыҙ полкташ иптәшен күрергә килгән.
— В. Г. Чертков, «Дежурство в военных госпиталях»
Тиҙҙән Кропоткин Рәсәй империяһын ҡалдыра. Христиания, Финляндия, Швеция һәм Норвегия аша уҙғас, Гуллгә (Бөйөк Британия) диңгеҙ аша китә.
Рәсәйҙән китер алдынан, Кропоткин бер нисә айҙан, әүҙем эҙәрләүҙәр туҡтатылһа, икенсе исем аҫтында ҡайтырға өмөтләнә. Тәүҙә ул Бөйөк Британияға килә, унда оҙаҡ булмай. Революцион ҡараштары уны Швейцарияға әйҙәй һәм, мөмкинлек булғанда (1877 йылдың ғинуарында), ул Лондондан китә.
Швейцарияла Пётр Алексеевич Ла-Шо-де-фон — башлыса сәғәт һөнәре менән шөғөлләнгән халыҡ йәшәгән ҙур булмаған ҡалала урынлаша. Был һөнәр кешеләре анархияны пропагандалаусыларҙың төп өлөшөн тәшкил итә, Улар араһынан ошо хәрәкәттең лидерҙары ла сыҡҡан.
Кропоткин һәр ваҡыт эш менән булды: төрлө ғалми органдары өсөн яҙа, беҙҙең айлыҡ журналдар өсөн сит телдәрҙән тәржемә итә, телдәрҙе ул белә; әммә уның күп ваҡыты анархистарҙың йыйылыштарында йыш сығыш яһау булды. Ул оҫта оратор тип иҫәпләнә. Ысынлап та, Кропоткин массаға йоғонто яһау өсөн кәрәкле бөтә сифаттар: матур тышҡы ҡиәфәткә, яҡшы тауыш һәм дикцияға эйә була. Һис шикһеҙ, ул үҙенең күп яҡлы булыуы менән ул саҡтағы Бакунин шәкерттәренән дә, Реклюны ла иҫәпкә алып, күпкә юғарыраҡ була… Рус һәм сит ил кешеләренең барыһы ла уға һәм хөрмәт менән ҡарай[12].
— Л. Г. Дейч, «Русская революционная эмиграция 70-х годов».
1877 йылдың 18 мартында, Париж коммуннаһының алтынсы көнөндә, Юр федерацияһының башҡа ағзалары менән бергә Берлинда үткән демонстрацияла ҡатнаша. Сентябрҙә, Швейцария Юраһынан делегат сифатында, Бельгияла анархистар конгресында ҡатнаша: 6—8 сентябрҙә Вервье ҡалаһында, 9—15 сентябрҙә Гентеҙа (бында уны полиция уны ҡулға алырға уйлай. Ләкин ул ҡасып ҡотола ала һәм Лондонға юллана. Унан Кропоткин Парижға китә һәм француз социалистары менән осрашҡан.
1878 йылдың яҙында, Париж коммуннаһының сираттағы көнөн уҙғарғанда, бер нисә тапҡыр репрессиялар үткәрелә, шуның арҡаһында Пётр Алексеевич, ҡулға алыныуҙан ҡасып, Франциянан китә. Ул йәнә Швейцарияға килә һәм Женевала урынлаша.
1878 йылда, үҙенең 36 йәшендә, Пётр Алексеевич Томскиҙан Швейцарияға уҡырға килгән йәш ҡыҙға, Ананьева Софья Григорьевнаға — Рабиновичҡа, өйләнгән. Өйләнешкәндән һуң күп тә үтмәй, улар Женеванан Кларан ҡалаһына күсә.
Роман илдәре Кропоткиндың эшмәкәрлегендә төп арена булды. Пропагандалау һәм агитацияны француз телендә алып бара. 1879 йылдың февралендә Кропоткин һәм уның ярҙамсылары тарафынан ойошторолған «Le RardvoltСКО» (" Бунтарь ") гәзите сыға башлай.
1881 йылда Швейцария хөкүмәте, Рәсәй империяһы хөкүмәте тәҡдиме буйынса, Кропоткинға, хәүефле революционер булараҡ, илдән китергә ҡушҡан. Кропоткин Францияға күсә.
1882 йылдың 22 декабрендә Кропоткин Лион анархистары менән бергә, Лионда шартлауҙарҙы ойоштороуҙа ғәйепләнеп, француз полицияһы тарафынан ҡулға алына. 1883 йылдың ғинуарында Лионда суд була; Рәсәй империяһы хөкүмәте ҡарары менән Пётр Алексеевич «Интернационалда торған өсөн» ғәйепләүе буйынса биш йыллыҡ төрмәгә хөкөм ителгән.
Франция парламенты һул депутаттарының протесы да, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре Спенсер, Гюгю, Ренан, Суинберн һәм башҡалар тарафынан төҙөлгән петицияһы ла ярҙам итмәй. Судҡа тиклем, шулай уҡ унан һуң да Кропоткин ике ай дауамында Лион төрмәһендә тотола.
Март уртаһында Кропоткинды Лион процесында ҡатнашҡан 22 тотҡон менән Клерво ҡалаһындағы үҙәк төрмәгә күсерәләр. Төрмәлә бер йыл эсендә уның һаулығы ҡаҡшай: ҡабырғалары ауырта, цинг һәм малярия эләктерә. Ләкин ҡатынының уның төрмәлә булыу осорҙарында хәстәрлеге арҡаһында, тиҙҙән йәшәү шарттары яҡшыра, эшләү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Клервола Кропоткин инглиз телендә «Чем должна быть география» мәҡәләһен (тәүге тапҡыр 1885 йылда «The Nineteenth Century» («Девятнадцатый век») баҫылып сыға) яҙа. 1886 йылдың ғинуар уртаһында һул депутаттарҙың һәм Кропоткин тотош бер төркөм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең протестары ярҙамында иреккә сыға.
1886 йылдың яҙында ул ғаиләһе менән Бөйөк Британияға күсеп китә, унда 1917 йылға тиклем йәшәй. Бында Кропоткин Британ энциклопедияһы менән хеҙмәттәшлек итә: 1875—1911 йылдарҙа ул «Russia» (1908 Encyclopedia), «Cossacks» (1911 Enyclopedia) кеүек Рәсәй географияһы буйынса мәҡәләләр яҙа. Иң әһәмиәтлеһе — күпселек үҙенең тикшеренеүҙәренә һәм асыштарына нигеҙләнеп яҙылған «Siberia» мәҡәләһе (1902 Encyclopedia).
Кенәз Кропоткин «Чемберстың энциклопедияһы» нда ла әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
1897 йылда Кропоткин Канадала була һәм Канаданың һәм Себерҙең геологик туғанлығы тураһында фекер әйтә.
1912 йылда Европа, Америка һәм Австралия анархистары Кропоткиндың тыуыуына 70 йыл тулыуҙы билдәләй.
1914 йылда, Беренсе донъя һуғышы башында, кенәз Кропоткин «Русские Ведомостей» биттәрендә Антантаға ҡаршы позицияһын белдерә.
Февраль революцияһынан һуң 74 йәшлек Кропоткин Рәсәйгә ҡайта. 1917 йылдың 30 майында ул Петроградтағы Фин вокзалына 2 сәғәт 30 минутта килә. Залда уны хәрби министр Александр Керенский һәм Февраль революцияһынан һуң Петроград эшселәр һәм һалдат Советы депутаты итеп һайланған элекке дуҫы Николай Чайковский көтөп алалар.
Матбуғат ҡарт эмигранттың килеүен киң билдәләй. Кропоткиндың ҡайтыуы уңайынан шәхси кешеләрҙән, шулай уҡ йәмәғәт һәм дәүләт ойошмаларынан ҡотлауҙар ала.
17 июндә Семёновск полкы һалдаттарын сәләмләп Кропоткин, элекке оборона мәҡәләләре һәм хаттары рухында, уларҙы, беренсенән, беҙҙең революция биргәнде һаҡлап ҡалырға, Германия, Австрия императорҙарына ысын азатлыҡты бирмәҫкә саҡырҙы, һәм, икенсенән, яңы ижтимағи тормош ҡоролошонда һәр кемгә тулы үҫеш мөмкинлектәрен биргән һәм үҫеш өсөн тулы мөмкинлек биргән йәмғиәт ҡоролошон төҙөүҙә аңлы ҡатнашырға саҡырҙы[13][14].
Февраль революцияһынан һуң барлыҡҡа килгән комитеттар, клубтар, йәмғиәт ойошмалар Кропоткин исеме менән бәйләргә тырышалар. 22 июндә Ирекмән отрядын булдырыу буйынса комитет уны үҙенең почетлы ағзаһы итеп тәғәйенләй.
Присяжныйҙар Советы рәйесе адвокат Карабчевский хәтирәләренән:
Миңә, хәрбиҙәргә ҡарата тейелгеһеҙ яуызлыҡты тикшереү буйынса комиссия рәйесе булараҡ, ике тапҡыр хәрби әсирҙәр өсөн хәйриә маҡсатында ойошторолған ошондай концерт-митингтарҙа ҡатнашырға тура килде.
Шуларҙың береһендә, Петроград тамашасыһы алдында тәүге тапҡыр күренгән «анархист», яңы ғына Англиянан килгән ҡартайған кенәз Кропоткин булғанында,, мин рәйеслек иттем. Мин уны Мария театры залын тултырып ҡул сабыуҙар аҫтында тәҡдим иттем.
Уның союздаштарыбыҙҙың дуҫлығын, айырыуса инглиздәрҙең, маҡтауы күптәрҙе ҡыуандырҙы.
— Т. А. Семёнова (Рихтер), «От Февраля к Октябрю 1917 года»[15]}}
3—4 июлдә Петроградта большевиктар ойошторған ҡораллы концерт-демонстрация үтә. 1917 йылдың июнендә Советтарҙың 1-се Бөтә Рәсәй съезында һайланған Бөтә Рәсәй Башҡарма комитеты баш ҡалала большевистик килешеү менән бәйле ваҡиғаларҙы иғлан итте һәм Ваҡытлы хөкүмәттең вәкәләттәрен һәм сикләнмәгән хакимлығын таныны.
Июль көрсөгө ике властлылыҡты бөтөрҙө. Яңы хөкүмәтте эсер Александр Керенский етәкләне. Петроградта ғәҙәттән тыш хәлдә тип иғлан ителде. Большевиктарҙы ҡулға алыу башланды, ҡораллы фетнә ойоштороуҙа һәм Германия файҙаһына шпионажда ғәйепләүсе Ленинҡасып китә алды.
Июль көрсөгөнән һуң Керенский Кропоткинға Ваҡытлы хөкүмәт составына инергә тәҡдим итә. Кропоткиндың көндәлегендә яҙыу бар: 1917 йылдың 20 июле. "А. Ф. К. килде. Көндәлек ситендә уның менән «NB министрлығы. Баш тартыу»,— тигән яҙыу өҫтәлгән. Керенский ҙур тырышлыҡтар һалған: Ул Кропоткинды Ваҡытлы хөкүмәткә инергә өгөтләгән, уға министрҙың теләһе ҡайһы вазифаһын һайларға тәҡдим иткән, —тип иҫкә төшөрә Эмма Гольдман. — Кропоткин баш тарта[16]. — «Итек таҙартыусының һөнәре намыҫлыраҡ һәм файҙалы», тип белдерә ул[17]. Ул шулай уҡ Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан тәҡдим ителгән йыллыҡ пенсиянан: 10 мең һумдан баш тарта. Кропоткин Февраль революцияһын ҡабул итмәне һәм Рәсәй анархистарын хупламаны. Әммә, дөйөм һәм тотош алғанда, хөкүмәтте ул хуплап сыҡты.
1917 йылдың август уртаһында Кропоткин Ваҡытлы хөкүмәт позицияһын нығытыуға йүнәлтелгән һәм Ваҡытлы хөкүмәт башлығы Керенский инициативаһы менән ойошторолған Дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша. Ул Мәскәүҙә Ҙур театрҙа 12 (25)—15 (28 август) үтә. Кәңәшмә эшенә «азатлыҡ хәрәкәте» эшмәкәрҙәре: кенәз Кропоткин П.А, Брешкова-Брешкова Е. К., Лопатин Г. А., Плеханов Г. В. һәм Морозов Н. А. йәлеп ителә. Кропоткин тыныс, эволюцион үҫеш яҡлы булды[18]. Ул барыһын да революция мәнфәғәттәре өсөн синыфтар араһында тыныслыҡҡа ихлас өндәне, бөтә рус халҡын һуғышты еңеүгәсә дауам итергә саҡырҙы. Кропоткин Петр Алексеевичтың Дәүләт кәңәшмәһе эшендә ҡатнашыуын уны анархизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип иҫәпләгән һәм бик хөрмәт иткән украин анархо-коммунисы Нестор Махно хупламай[19].
Июль айынан Юғары Баш командующий булған генерал Лавр Корнилов 25 августа хәрби диктатура урынлаштырыу һәм Советты юҡ итеү, пролетариаттың ҡораллы төркөмдәрен баҫтырыу маҡсатында фронттан Петроградҡа ғәскәр килтерә. Корнилов менән теләктәш министр-кадеттар хөкүмәттән сыға. Үҙ сиратында, Керенский Корниловты фетнәсе тип иғлан итә һәм вазифаһынан ситләтә. Керенскийҙың эшмәкәрлеге революция яҡлы Петроград гарнизоны һәм Балтика флоты частары, большевиктар контроле аҫтында булған эшсе Ҡыҙыл гвардия отрядтары хупланы. Корнилов ғәскәрҙәре 30 августа туҡтатыла, ә үҙе ҡулға алына. Шул уҡ көндө Керенский Юғары баш командующий вазифаһын биләй. Был революцияның һул радикаль төркөмдөң көсәйеүенә килтерҙе.
16 октябрҙә Короленко В. Г. , Шаляпин Ф., Бунин И һәм Чайковский менән бер рәттән «Халыҡ эше» мәҙәни-ағартыу йәмғиәте Кропоткинды ойоштороусылар ағзалығына саҡырған.
Кропоткин Мәскәүҙә йәшәгән ваҡытта Октябрь революцияһы башлана.
Уға тиклем ике көн алда анархист Атабекян А. М. хеҙмәтсәндәрҙе ҡанлы синфи көрәштән һәм "урам большевизмы"нан ҡурсалаған анархистик социаль революцияны етәкләргә саҡырыусы «Кропоткинға асыҡ хат» баҫтырып сығара.
Мәскәүҙә ҡораллы восстание 25 октябрҙә (7 ноябрҙә) башлана һәм ноябрь башында ғына большевиктар ҡаланы яулап ала алды. Кропоткин ул саҡта Ҙур Никитскийҙа йәшәй һәм революция ваҡиғаларына шаһиты була[20].
Октябрь революцияһына Пётр Алексеевичтың ҡарашы бер төрлө булмай: ул үҙе буржуазияны түңкәреүҙе хуплай һәм властың Совет формаһында булыу фактын сәләмләне, әммә ул ошо власҡа эйә булған партия уны кем менән бүлешергә теләүен белдерҙе. Иң мөһиме — революция халыҡ, бөтә класс эше булһа ла власты халыҡҡа бирергә теләмәҫ.
Махно Н. И. хәтирәләре буйынса, 1918 йылда ул үҙенең уҡытыусыһы һымаҡ хөрмәт иткән Кропоткин менән осраша. Махно Кропоткиндан украиндар крәҫтиәндәре араһында революцион эшмәкәрлеккә ҡағылышлы кәңәш менән мөрәжәғәт итергә теләгән, Ләкин һуңғыһы ҡәтғи рәүештә кәңәштәр биреүҙән баш тарта: «Был һорау ҙур хәүефкә бәйле…тик һеҙ үҙегеҙ генә хәл итә алаһығыҙ». Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, тап Махно Кропоткиндың ғаиләһен 1921 йылға тиклем (Петр Кропоткиндың үлеме һәм Нестор Махноның Румынияға китеүе) ҡараған[21].
Большевиктар Кропоткинға Кремлдән фатир, кремль паегы тәҡдим итә, өҫтәүенә, мәғариф халыҡ комиссары Анатолий Луначарский Петр Алексеевич дәүләт ярҙамынан баш тартмаһын һәм уны өгөтләү маҡсатында ҡатыны Софья Григорьевнаға хат яҙа. Әммә Кропоткин ярҙамдан ныҡлы баш тарта.
Кропоткинға өс тапҡыр фатирҙы алмаштырырға тура килә, сөнки ул йәшәгән «элекке буржуй» өйҙәре реквизитлана.
1918 йылдың июлендә Кропоткин, халыҡ комиссары Рәйесе Ульянов-Ленин В. И. ҡул ҡуйған «һаҡ танытма» алып[22], ҡатыны менән Мәскәү өлкәһе Дмитров ҡалаһында төпләнә. Унда былай тиелгән: «Петр Алексеевич Кропоткин йәшәгән урындарҙағы совет властары Кропоткин Петрға һәр төрлө һәм бөтә яҡлап ярҙам күрһәтергә тейеш… был ҡалала Совет власы вәкилдәренә Петр Алексей улының тормошон еңеләйтер өсөн бөтә саралар күрергә кәрәк»…
Лев Толстойҙың дуҫы граф М. А. Олсуфьев, элек өйәҙ дворянлығы етәксеһе, уға Советская тип үҙгәртелгән элекке Дворяндар урамындағы (хәҙер — Кропоткинская тип үҙгәртелгән) буш торған йортто символик рәүештә һата. Ҡатмарлы тормош шарттарына ҡарамаҫтан, Кропоткин әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеген дауам итә, Дмитровск кооперативтары союзы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, яңы китап («Этика») өҫтөндә эшләүен дауам итә. "Анархистар кенәзе"нең Дмитровтағы йәшәгән осорона С. Н. Марков «Кропоткин Дмитровта. 1919 йыл» шиғырын арнай.
Артабан ваҡиғалар үҫеше, ҡыҙыл террор һәм большевиктар диктатураһы урынлашыуы Октябрь революцияһына ҡарашын үҙгәртергә мәжбүр итә.
1921 йыл башында Кропоткин үпкә елһенеүе менән ҡаты ауырып китә. Ленин ашығыс рәүештә Дмитровҡа һаулыҡ һаҡлауҙың халыҡ комиссары Семашко Н. А. һәм Бонч-Бруевивич В. Д. етәкселегендәге иң яҡшы табиптар төркөмөн ебәргән. Кропоткинға көсәйтелгән туҡланыу, махсус паёк тәҡдим итәләр. Әммә Пётр Алексеевич бер ниндәй өҫтөнлөктәр ҡабул итмәй һәм паёктан баш тарта. Ул, һиҙҙермәйенсә, «тыйнаҡ», бер кемгә лә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫҡа тырышып үлә[23].
1921 йылдың 8 февралендә П. Кропоткин «иртәнге 3 сәғәт 10 минутта 78 йәшендә» тыныс ҡына йән бирә. 9 февралдә үҙәк гәзиттәр Мәскәү эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы Президиумының "самодержавиеға һәм буржуазияға ҡаршы көрәшеүсе революцияның сыныҡҡан көрәшсеһе"нең үлеме тураһында иғлан итәләр.
10 февралдә Дмитровҡа махсус матәм поезы килеп, уның мәйете менән табутты Мәскәүгә алып китә һәм хушлашыу өсөн Союздар йортоноң Ҙур Дмитровтағы Колонна залында (Мәскәүҙең Дворян йыйылышының элекке бинаһында) урынлаштырылған. Бынан һуң күп йыллыҡ совет традицияһы башланды. Кропоткин менән хушлаштыу ике көн дауам итте — Мәскәү заводтарынан, фабрикаларынан һәм учреждениеларынан йөҙҙәрсә делегация, меңдәрсә ябай кеше килде. Уның табуты янында анархистар ҙа, шулай уҡ шул иҫәптән ерләшеү өсөн, төрмәнән, һүҙ биреп, ваҡытлыса сығып тороусы ҡулға алынғандар ҙа Почетлы ҡарауылда торҙо. 13 февралдә Кропоткинды Новодевичье зыяратында ерләйҙәр[24].
Дмитровта Кропоткин П. А. хөрмәтенә урам аталған, ғалим һәм аҡыл эйәһе йәшәгән йортта музей ойошторола.
Кропоткиндың фекеренсә, анархизм шул уҡ революцион протестан, шул уҡ кеше ризаһыҙлығынан башлана, хатта социализм да; революцияның һөҙөмтәһен ул «дәүләткә ҡарамаған коммунизм» урынлаштырыуҙа күрә. Яңы ижтимағи төҙөлөш уға ирекмәнлек принцибына нигеҙләнгән һәм үҙ аллы идара ителеүсе берәмектәрҙең (дөйөмләштерелгән территориялар, ҡалалар) ирекле Федератив союзы булараҡ күренде. Етештереүҙе коллектив алып барыу, ресурстарҙы коллектив бүлеү һәм, дөйөм алғанда, иҡтисадҡа, хеҙмәттәр өлкәһенә, кеше мөнәсәбәттәренә ҡараған бөтә өлкәлә коллективлыҡ күҙаллағайны. Коллектив үҙенең эшмәкәрлегендә ҡыҙыҡһыныу тапҡан, нимә менән, кем өсөн шөғөлләнгәнен аңлаған төркөмдө тәшкил итә.
Ғалим һәм юғары белемле кеше булараҡ, Кропоткин П. А. анархизмдың ниндәйҙер ғилми нигеҙен һәм уның кәрәклеген күрһәтергә маташҡан. Уның өсөн анархизм — кеше йәмғиәтенең философияһы. Кропоткиндың танып-белеү методы теләктәшлек законына һәм үҙ-ара ярҙам итеүгә нигеҙләнә. Ул Дарвиндың йәшәү өсөн көрәш теорияһын төрҙәр араһында көрәш һәм улар араһында үҙ-ара ярҙам икәнен иҫбатларға тырыша. Бер-береңә ярҙам итеү һәм теләктәшлек — үҫеште алға этәреүсе.
Кропоткин бушмендар, готтентоттар, эскимостар араһындағы үҙ-ара ярҙамды тикшерә, ырыу һәм община кеүек формаларын булдырыуҙа уның ролен асыҡлай; Урта быуаттар осоронда — цехтар, гильдиялар, ирекле ҡалалар; Яңы ваҡытта — страховка йәмғиәттәре, кооперативтар, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса халыҡ берләшмәләре (фәнни, спорт һәм башҡалар). Бындай кешеләр ойошмаларында етәкселәр, ниндәйҙер мәжбүри власть юҡ, ә барыһының да үҙ эшенең кәрәклеген аңлау, кешеләрҙең үҙ эше менән мауығыуына нигеҙләнгән. Йыш ҡына бындай хәл барлыҡҡа килә: кеше үҙ һәләттәрен үҫтерә алмай һәм, ғөмүмән, ул нимәне барыһынан да яҡшыраҡ башҡара алыуын күҙ алдына килтерә алмай. Быларҙың барыһы ла дәүләттең иғтибары һәләттәре төрлө кешеләргә түгел,ә идеаль тип иҫәпләнгән (ысынбарлыҡта ул юҡ) шәхескә йүнәлтелә
Германияла йәмәғәтселек менән дәүләтте бутағанған, шәхси һәм урындағы иреккә дәүләт баҫымы булмаған йәмғиәтте күҙ алдына килтермәгән яҙыусылар мәктәбе булған, бынан анархистарҙы йәмғиәтте һәм дәүләтте емерергә теләүҙә һәм кешенең бер-береһе менән туҡтауһыҙ һуғышҡа өндәүҙә ғәйепләү килеп тыуа.
— П. А. Кропоткин, «Государство и его роль в истории» (изд. 1921)
Кропоткин П. А. фекеренсә, хөкүмәтте һәм дәүләтте бер үк тип уйларға ярамай, һуңғыһы үҙ эсенә йәмғиәттең бер өлөшө өҫтөнән власть булыуҙан тыш, бер үҙәктә идара итеүҙе, йәмәғәт тормошон булдырыуҙы ла үҙ эсенә ала. Дәүләттең булыуы халыҡтың төрлө төркөмдәре, шулай уҡ айырым йәмғиәт ағзалары араһында яңы мөнәсәбәттәр булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Кропоткин П. А. билдәләүенсә, цивилизация тарихында «ике ағым», ике бер-береһенә дошман традиция: «Рим һәм халыҡ, император һәм федерация; власть һәм азатлыҡ традицияһы була. …Беҙгә ошо ике үҙ-ара көрәшеүсе ағымдың ҡaйһыһын һайларға… — Шик булырға тейеш түгел. Беҙ һайланыҡ та инде. Беҙ кешеләрҙе ирекле килешеүҙәргә нигеҙләнгән ойошмаға, иреле федерацияһына алып барған ағымға ҡушылабыҙ. Башҡалар, император Рим йолаларына ҡолаҡ һалырға теләһәләр, тырышһын!»[25].
Быларҙы нигеҙләү өсөн XIII—XVI быуаттарҙа Европала бик күп бай ҡалалар булған, тип билдәләй, уның һөнәрселәре, ғалимдары, зодчийҙары сәнғәт мөғжизәләрен етештергән, төрлө белем өлкәләрендә күп нәмә асҡан, уларҙың университеттары фәнгә нигеҙ һалған, каруандар, океандар аша үтеп, ҡаҙнаны тулыландырып ҡына ҡалмаған, география фәнен яңы белем менән тулыландырҙылар ҙа инде. Заманса сәнғәт иһә, Кропоткин П. А. фекеренсә, Урта быуаттан, сифат менән түгел, тик юғары тиҙлектәге үҫеш динамикаһы менән айырылып тора.
Кропоткиндың бөтә эштәренең характерлы һыҙаты булып кеше шәхесенә айырыуса иғтибарлы булыу тора. Шәхес — революция күңеле, һәр айырым кешенең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, уға үҙ-үҙен танытыу иреклеге биреп кенә, йәмғиәт сәскә атасаҡ..
Халыҡ массаһына һәр ваҡыт үҙ-ара ярҙам хас, Бер формация сиктәрендә горизонталь бәйләнештәр барлыҡҡа килә һәм мәнфәғәттәрҙе координациялауға һәм яраштырыуға нигеҙләнгән тейешле учреждениелар төҙөлә: ырыу, ябай хоҡуҡ, урта быуат ҡалаһы, гильдия.
Тарих — бер туҡтауһыҙ үҫеш линияһы түгел, ә цикл. Мысыр, Азия, Урта диңгеҙ яры, Үҙәк Европа сиратлап тарихи үҫеш аренаһында булдылар һәр саҡ бер үк сценарий буйынса. Барыһы ла элекке тәүтормош ҡәбиләнән башланған, һуңынан ауыл ойошмаһы стадияһына әүерелә, артабан ирекле ҡалалар, һуңынан үҫеше оҙаҡ дауам итмәгән дәүләттәр килә, ә һуңынан барыһы ла туҡтап ҡала.
Мәҫәлән, Боронғо Греция: тәүтормош ҡәбилә осоро, яйлап община ҡоролошона күсеү, сәскә атыусы республика ҡалалары осоро, әммә Көнсығыштан деспотик традициялар һулышы килгәс, башланған һуғыштар Александрҙыү Бөйөк Македония империяһын төҙөргә ярҙам иткән. «Цивилизацияның тормош һутын һыға башлаған дәүләт барлыҡҡа килде», — тип яҙған Кропоткин П. А.[26], — һәм бындай миҫалдар байтаҡ: Боронғо Египет, Ассирия, Фарсы, Палестина һәм башҡалар.
Халыҡ массаһы өсөн хас тенденцияны нигеҙләп, Кропоткин уртаҡ мәнфәғәттә булған крәҫтиәндәр, ауыл общинаһы хаҡында һөйләй: хужалыҡ, күрше; берләшеп һаҙлыҡ киптереү, ер һуғарыу, ер һөрөү эштәре һәм башҡалар. Һәм, тимәк, был проблемаларҙы бергәләп хәл итеү еңелерәк. Сауҙагәрҙәрҙең гильдиялары, һөнәрселәрҙең цехтары менән дә ошондай уҡ хәл.
Кропоткиндың анархик теорияһы капитализмды һәм дәүләттең капитализм осорондағы тәртибен тәнҡитләгәндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ғәҙәттәгесә, дәүләт йәмғиәттә юғары ғәҙеллек идеяларын раҫлай, тип иҫәпләйҙәр һәм капитализм ҡыҫылмау теорияһын (франц. «laisser faire, laissez passer») — нимә теләйҙәр, шуны эшләһендәр әйҙә. Әммә шул уҡ революцион Францияла хөкүмәт, бөтөнләй ҡыҫылмайынса, эшселәр иҫәбенә байығырға мөмкинлек бирә. Якобин конвенты: баш күтәреү, дәүләт эсендә дәүләт төҙөү өсөн — үлем!
Был хәлдән ҡотолғоһоҙ дилемма килеп сыға, тип яҙа Кропоткин П. А. : «Йәки дәүләт емерелергә тейеш, бындай осраҡта яңы тормош меңәрләгән, ҡеүәтле, шәхси һәм төркөм башланғысы нигеҙендә, ирекле килешеү нигеҙендә барлыҡҡа киләсәк. Йәки дәүләт шәхесте һәм урындағы тормошто батыра, кеше эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрен үҙләштерә, хакимлыҡ итеү маҡсатында һуғыштар һәм эске көрәш алып килә, һәм — аҙағы ҡотолғоһоҙ — үлем[27]. Әгәр һеҙ беҙҙең һымаҡ индивидтың азатлығы һәм уның ғүмере хөрмәт ителеүен теләһәгеҙ, кеше өҫтөнән хакимлыҡты мәжбүри кире ҡағырға тейешһегеҙ; шул тиклем һеҙҙең тарафтан оҙаҡ ваҡыт кире ҡағылған анархизм принциптарын ҡабул итергә мәжбүр булаһығыҙ».
Кропоткин үҙенең фәлсәфәүи ҡараштарында Огюст Конт һәм Герберт Спенсерҙың эйәрсене була. «Метафизик» традицияларына тәнҡит күҙлегенән ҡарай. Немец классик идеализмы вәкилдәрен «схоластикала», тәү сиратта Гегелды, тәнҡитләй. Кропоткин иҫәпләүенсә,"тарҡау фәлсәфәгә" «ысын ғилми алым» алмашҡа килергә тейеш. Кропоткиндың ижтимағи идеалы анархистик (дәүләткә ҡарамаған) коммунизм булған, унда революция юлы менән (социаль революция) шәхси милек тулыһынса бөтөрөлә. Дәүләт власының һәр формаһының дошманы булараҡ, Кропоткин пролетариат диктатураһы идеяһын ҡабул итмәй.
Швейцарияның Женева ҡалаһында француз телендә популярлыҡ менән файҙаланылған «Le RquvoltY» гәзитен булдыра һәм сығара; гәзит Кропоткин П. А. үҙе яҙған мәҡәләләр менән тулылана тиерлек; революцион пропагандалаң өсөн Швейцариянан Францияға ебәрелгән, унда пропагандистик эшмәкәрлекте дауам иткән. Англия ижтимағи-сәйәси гәзитенә Freedom (Свобода) нигеҙ һала һәм баҫтырып сығара. 1917 йылдың йәйендә Кропоткин П. А. Көнбайыш Европанан Тыуған иленә ҡайта. 12 июндә Петроградтағы вокзалда поезд вагонынан сыҡҡанда уны күмәк халыҡ ҡаршы ала. Ҡаршылаған меңдәрсә кеше араһында Ваҡытлы хөкүмәт министрҙары була. Керенский А. Ф. Кропоткинға хөкүмәттәге теләһә ниндәй вазифаны, шул иҫәптән Хөкүмәт Рәйесе вазифаһын үтәргә тәҡдим итә. Кропоткин тәҡдимдән баш тарта — ләкин шул уҡ йылдың август айында Дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Октябрь революцияһынан һуң 1917 йылдың ноябрендә беренсе Халыҡ комиссарҙары Советы Рәсәй яңы хөкүмәтенең беренсе Декреттарын ыңғай ҡабул итә. Артабан Кропоткин большевиктарҙың яңы власы демократик хоҡуҡты һәм иректәрҙе бөтөрөүен һәм үҙ эшмәкәрлегендә диктатура, террор һәм ҡораллы көскә таяныуын аңлай. Кропоткин, инанған демократ булараҡ, ғәмәлдәге власҡа әүҙем оппозиция яғына күсә. Кропоткин ике тапҡыр Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе Ульянов В. И. менән осраша. Ул Ульянов-Ленинды яңы бюрократия синыфын булдырыуҙа, Граждандар һуғышын тоҡандырыуҙа һәм «ҡыҙыл террорҙа» ғәйепләй. Кропоткин П. А. үҙенең граждан һәм сәйәси ҡараштарын аңлатып бер нисә тапҡыр хат яҙа. Кропоткиндың Ульянов-Ленинға хаттары СССР осоронда дәүләт архивтарында йәшерен һаҡлана һәм тик 1990-сы йылдарҙа ғына тарихсылар тарафынан табыла һәм нәшер ителә. Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе яҙған бер хатында Кропоткин: «Ҡыҙыл террор ойоштороу, аманаттар алыу социалистик революция партияһына һәм етәкселәренә килешмәй. Ҡыҙыл террор эраһын башлау революцияның көсһөҙлөгө, был юл менән барыу тиҙҙән еңелеүҙе аңлата. Полиция яңы тормош төҙөүсеһе була алмай. Шуға ҡарамаҫтан, полиция һәр ауылда, ҡалала юғары власть була бара. Был Рәсәйҙе ҡайҙа алып бара? Ҡапма-ҡаршылыҡҡа!» — тип яҙа[28]. Кропоткин П. А. атылыуҙан һәм төрмәгә ябылыуҙан күп кенә ғәйепһеҙҙе алып ҡала ала, улар араһында билдәле тарихсы Мельгунов С. П. һәм Пальчинский бар ине. Ульянов-Ленин «ҡартҡа теймәҫкә» ВЧК-ГПУ органдарына бойороҡ бирә, әммә һуңғы йылдарҙа Дмитровта йәшәгән осорҙа Кропоткин П. А. чекистарҙың күҙәтеүе аҫтында була.
«Биология» ғилми хеҙмәт йылъяҙмаһын ҡалдыра һәм «The Nineteenth Centure» инглиз журналында биология мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр серияһын яҙа.
«Эволюция факторы булараҡ үҙ-ара ярҙам» (1907) китабында Дарвиндың прогрессив эволюцияла (шул иҫәптән кеше) конкуренция алдынан үҙ-ара ярҙам итеү өҫтөнлөгө тураһында гипотезаһын әйтә[31][32].
Кропоткин Петр һәм Ананьева-Рабинович Софья араһында никах сиркәү йолаһынан тыш, анархия принциптарындағы тулы тиң хоҡуҡлылыҡ формаһында өс йыллыҡ килешеү төҙөлә. Был килешеү буйынса айырылышыу йәки никахты оҙайтыу мөмкинлеге өс йыл һайын күҙ уңында тотола.
Был килешеү бер туҡтауһыҙ рәүештә 14 тапҡыр оҙайтыла, һөҙөмтәлә уларҙың никахы 43 йыл оҙайтыла, Петр Кропоткиндың 78 йәшкә тиклем, үлеменә тиклем, дауам итә[35].
Кропоткин исеме менән урамдар
Мәскәү[36]:
Кропоткин хөрмәтенә атала һәм уның исемен йөрөтә:
Инанған анархист, ғалим-материалист һәм дәүләтте юҡҡа сығарыуҙы яҡлаусы булараҡ, Кропоткин А. П., ҡайһы берҙә уны «кенәз» тип атағанға, ироник ҡарай. Ул үҙенә ҡарата бер ҡасан да был дворян титулын ҡулланмай.
Революцияға тиклемге бөтә рәсми документтарҙа Пётр Алексеевич, уның ағаһы Александр кеүек, «Крапоткин» тип телгә алынған. Был дөрөҫ түгел. 1917 йылғы революцияға тиклем ике вариант — «а», «о» аша ла осрай. Брокгауза һәм Ефронаның яңы Энциклоциклопедик һүҙлегендә — «Кропоткин». «Британия энциклопедияһы» нда — шулай уҡ «о» аша.
Революционерҙың үлеме тураһында гәзитәрҙең күпселеге 1921 йылдың 8 февралендә уның фамилияһын «Крапоткин» тип яҙа. Тик «Беднота» гәзитендә, Памяти борца" белдереүендә, элекке кенәз фамилияһын «о» аша яҙа.
1921 йылдың 15 февралендә Мәскәү эшсе һәм крәҫтиән депутаттары советы пленумы менән «иптәш Кропоткин Петр Алексеевичтың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында» ғы ҡарар ҡабул ителгәс, тарихта заманса яҙыу нығытыла. Шуға ҡарамаҫтан, күп кенә таҡтаташтарҙа оҙаҡ ваҡыт фамилияны яҙыу «Крапоткин» тип һаҡлана. Ә 1918 йылда революционер хөрмәтенә үҙе иҫән саҡта уҡ аталған селигер пароходтарының береһе 1945 йылға тиклем «Крапоткин» тип йөрөтөлә. Ҡайһы бер швед авторҙары уның фамилияһын Krapotkin тип яҙған.
Портал «Анархизм» | |
[[b:Lua хатаһы: not enough memory.|Кропоткин, Пётр Алексеевич]] Викидәреслектә | |
Кропоткин, Пётр Алексеевич Викиөҙөмтәлә | |
Кропоткин, Пётр Алексеевич Викикитапханала | |
[{{localurl:Commons:Category:Lua хатаһы: not enough memory.}}?uselang=ru Кропоткин, Пётр Алексеевич] Викимилектә | |
[[n:Lua хатаһы: not enough memory.|Кропоткин, Пётр Алексеевич]] Викияңылыҡтарҙа | |
[[voy:Lua хатаһы: not enough memory.|Кропоткин, Пётр Алексеевич]] Викигид |
Lua хатаһы: not enough memory.