Кубань дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 19 сентябрь 1920 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | КубГУ |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Краснодар |
Урынлашҡан урамы | Ставропольская улица[d] |
Уҡыусылар һаны | 29 000 |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Краснодар, Рәсәй |
Адрес | г. Краснодар, ул. Ставропольская, 149 |
Рәсми сайт | kubsu.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Кубанского университета[d] |
Кубань дәүләт университеты Викимилектә |
Кубань дәүләт университеты (КубДУ) — Краснодарҙа юғары уҡыу йорто. Рәсәйҙең көньяғындағы иң ҙур һәм боронғо университеттарҙың береһе булып тора.
1920 йылдың 5 (18) сентябрендә[2] Халыҡ мәғарифы институты кеүек нигеҙ һалына, һуңынан Кубань юғары педагогия институты тип үҙгәртелә. 1924 йылдың 19 сентябрендә РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән Кубань юғары педагогия инстиуты илдең алты уҡыу бүлексәһе составында башҡа педагогик институттар иҫәбендә раҫлана. 1931 йылда Кубань агрономия педагогия институты итеп үҙгәртелә. 1933 йылда ВЛКСМ-дың 15-йыллығы исемендәге Краснодар дәүләт педагогия һәм уҡытыусылары институты тип 1970 йылдың 18 февралендә Кубань дәүләт педагогия институты Краснодар дәүләт университеты итеп үҙгәртелә.
2002 йылда Рәсәй-Швейцария бизнес-клубы тарафынан эшлекле репутация өсөн алтын миҙал менән бүләкләнә. 2004 һәм 2005 йылдарҙа университет Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ юғары уҡыу йорттары исмелегенә инә һәм «Европа сифаты» алтын миҙал менән билдәләнә[3].
2006 йылдың ғинуарында Рәсәй Фәндәр академияһы академигы В.А. Бабешко Берлин ҡалаһының Юғары техник-иҡтисад мәктәбенең почетлы сенаторы итеп һайлана. Билдәле ғалимдар, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре КубДУ-ның почетлы профессоры исемен йөрөтә: Рәсәй Федерацияһының экс-премьер-министры, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты академик Е. М. Примаков, Русия Дәүләт Думаһы депутаты академик М. Залиханов, 2002-2005 йылдарҙа Германияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе. Ф. Фон Плётц, Мәскәү дәүләт университеты ректоры В. Садовничий, Теннесси университеты профессоры Р. Уильямс, Урта Көнбайыш колледждары ассоциацияһының элекке президенты Э. Хейфорд.
2008 йылда 14 ноябрендә КубДУ-ның ректоры булып М. Б Астапов тора, ул элек Краснодар крайының мәғариф департаментын етәкләй
Кубань дәүләт университеты О. Дерипасканың «Ирекле эштәр» хәйриә фонды партнеры булып тора[4]
2009 йылда, бойондороҡһоҙ «РейтОР» рейтинг агентлығы буйынса Кубань дәүләт университеты донъяла 314-се урынды биләй, Рәсәй вуздары араһында 10-сы була.
2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы вузды , Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы уҡыу йорттары исемлегенә индерә унда «Е» рейтинг класы бирелә[5].
Кубань дәүләт университетының ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенең үҙенсәлеге булып ғәмәли тикшеренеүҙәргә фундаменталь фәндәрҙе киң таратыу һәм һөҙөмтәләрҙе практикаға индереү тора. Ил һәм сит илдәрҙә академик КубДУ ректоры В.А. Бабешконың ғилми мәктәбе ҡаҙаныштары танылыу яулай. 2001 йылда ошо мәктәптең өс вәкиле Рәсәйҙең Дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Сейсмология өлкәһендәге уникаль асыштар сейсмик фараздың нигеҙле теорияһын булдырырға, шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүҙең яңы һөҙөмтәле ысулдарын әҙерләргә мөмкинлек бирә. Кубань университетында әҙерләнгән тупраҡтың биоремедиацияһы технологияһы киң ҡулланыла, ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бысранған тупраҡтарҙың микроблы биотөрлөлөгөн тергеҙергә мөмкинлек бирә. Юғары уҡыу йортонда һирәк ер элементтары нигеҙендә етештерелгән лазерлы кристалдарҙы АҠШ, Япония, Франция, Германия компаниялары һатып ала. Ғалимдарҙың эше нанотехнологиялар өлкәһендә лә алып барыла, ул телекоммуникация системаларының, компьютер техникаһының, электр һәм химия микродвигателдәренең яңы кимәленә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк.
Кубань дәүләт университеты донъяның төрлө илдәренең университеттары һәм тикшеренеү үҙәктәре менән бик күп фәнни һәм белем биреү бәйләнештәренә эйә, Европа, Америка, Азия илдәре вуздары менән 50-нән ашыу килешеү төҙөгән. КубДУ Көнсығыш һәм Евразия ассоциациялары ағзаһы, АҠШ-тың Урта Көнбайыш колледжы ассоциацияһы, IREX, ACIE, Fulbright, DAD, EAD һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итә. Интернет-үҙәк базаһында CISCO төбәк селтәр академияһы асыла[6]