Анастасия Кузьмина ![]() | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
![]() | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәғлүмәт | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тулы исеме |
Анастасия Владимировна Кузьмина | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Йәшәгән урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Буйы/Ауырлығы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Титулдары | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Олимпия чемпионы |
3 (2010, 2014, 2018) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя чемпионы |
1 (2019) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя кубогы, спринтерские гонки |
1 (2017/18) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя кубогы, массовый старт |
1 (2018/19) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Атыу мәргәнлеге | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Мәғлүмәттәр буйынса |
2017/2018 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәргәнлек |
81% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ятып |
80% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тороп |
81% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера (Кубок мира) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ярыш |
228 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Еңеү |
18 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Подиум | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Подиумов в эстафетах | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Миҙалдар | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
![]() |
Анастаси́я Влади́мировна Кузьмина́ (Шипу́лина) (словак. Anastasia Kuzminová; 28 август 1984[1] (40 йәш), Төмән[1]) — Словакия биатлонсыһы (башта Рәсәй өсөн сығыш яһаған). Өс тапҡыр Олимпия чемпионы, Олимпия уйындарының өс тапҡыр көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе, донъя чемпионы һәм донъя чемпионатының ике миҙалы (көмөш һәм бронза) менән бүләкләнеүсе, ике тапҡыр 2009 йылғы Европа чемпионы.
2010 йылда Словакия өсөн ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге алтын миҙал алыуға ирешә. 2014 йылда Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындарын ябыу тантанаһында Словакия йыйылма командаһының байраҡ тотоусыһы була[2].
2010 һәм 2014 йылдарҙа Словакияның иң яҡшы спортсыһы. Словакияның иң яҡшы биатлонсыһы (2009—2014, 2018).[3].
Анастасия һәм уның ҡустыһы Антон Шипулин Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Надежда Дмитриевна Коврижных етәкселегендә саңғы ярыштары менән шөғөллөнә башлайҙар. Биатлон менән Анастасия 1999 йылда тренер Сергей Шестов етәкселегендә шөғөлләнә башлай.
Юниорҙар беренселектәрендә 2003 һәм 2005 йылдарҙа эстафетала 1-се урын алған. Европа чемпионаттарында 2004 йылда эстафетала 1-се урын һәм 2005 йылда эҙәрлекләү ярышында 1-се урын, 2006 йылда Европа кубогы этабында спринтта 1-се урын алған.
Донъя кубогы этаптарында Рәсәй йыйылма командаһы өсөн 2005/06 һәм 2006/07 миҙгелдәрҙә сығыш яһай. Иң яҡшы һөҙөмтәһе — 2006/07 миҙгел башында шәхси ярышта 13-сө урын.
2007 йылдың апрелендә Израиль саңғысыһы Даниэль Кузьминға кейәүгә сыға. Улы Елисейҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнә[4].
Ире менән Словакияға күсә, 2008 йылдың декабренән ошо ил өсөн сығыш яһай, Банска-Бистрицала йәшәй һәм ярыштарға әҙерләнә.
2009 йылдың февралендә Пхёнчханда (Корея Республикаһы) үткәрелгән донъя чемпионатында масс-стартта көмөш миҙал яулай. 2009 йылдың 28 февралендә һәм 2009 йылдың 1 мартында Өфөлә (Башҡортостан, РФ) уҙғарылған Европа чемпионатында спринт һәм эҙәрлекләү ярыштарында алтын миҙал яулай.
Донъя кубогының 2009/10 миҙгеленең декабрь этаптарында Поклюкала (Словения) шәхси ярышта 3-сө урын һәм Хохфильценда (Австрия) спринтта 5-се урын алғандан һуң, Обертиллиахта тренировка ваҡытында һул ҡулын йәрәхәтләй[4].
2010 йылдың 10 декабрендә Хохфильценда спринт ярышында Донъя кубогы сиктәрендә тәүге тапҡыр алтын яулай[5].
2010 йылдың 13 февралендә Ванкуверҙа (Канада) уҙғарылған XXI ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса спринт ярышында алтын миҙал яулай. Был Словакия өсөн ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге алтын миҙал булып тора.
2010 йылдың 16 февралендә эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай.
Йыл | Уҙғарыу урыны | Инд | Спр | Пр | МС | Эст |
---|---|---|---|---|---|---|
2010 | ![]() |
39 | 1 | 2 | 8 | 13 |
Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, Эст — эстафета.
2014 йылдың 9 февралендә Сочиҙа (Рәсәй Федерацияһы) уҙғарылған XXII ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса спринт ярышында алтын миҙал яулай.
Йыл | Уҙғарыу урыны | Инд | Спр | Пр | МС | См | Эст |
---|---|---|---|---|---|---|---|
2014 | ![]() |
26 | 1 | 6 | 24 | 5 |
Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, См — ҡатнаш эстафета, Эст — эстафета.
2018 йылдың 12 февралендә Пхёнчханда (Корея Республикаһы) уҙғарылған XXIII ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса эҙәрекләү ярышында көмөш миҙал яулай[6].
15 февралдә биатлон буйынса шәхси ярышта йәнә көмөш миҙал яулай[7].
17 февралдә биатлон буйынса масс-старт ярышында алтын миҙал яулай.[8].
Йыл | Уҙғарыу урыны | Инд | Спр | Пр | МС | См | Эст |
---|---|---|---|---|---|---|---|
2018 | ![]() |
2 | 13 | 2 | 1 | 20 | 5 |
Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, См — ҡатнаш эстафета, Эст — эстафета.
Словакия өсөн
Йыл | Уҙғарыу урыны | Ярыш төрө | Урын |
---|---|---|---|
2010 | ![]() |
Спринт | 1-се |
2010 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы | 2-се |
2014 | ![]() |
Спринт | 1-се |
2018 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы | 2-се |
2018 | ![]() |
Шәхси ярыш | 2-се |
2018 | ![]() |
Масс-старт | 1-се |
Йыл | Уҙғарыу урыны | Ярыш төрө | Урын |
---|---|---|---|
2009 | ![]() |
Масс-старт | 2-се |
2011 | ![]() |
Спринт | 3-сө |
2019 | ![]() |
Спринт | 1-се |
Йыл | Уҙғарыу урыны | Ярыш төрө | Урын |
---|---|---|---|
2002 | ![]() |
Эстафета (ҡыҙҙар) | 2-се |
2003 | ![]() |
Эстафета (ҡыҙҙар) | 1-се |
2003 | ![]() |
Шәхси ярыш (ҡыҙҙар) | 2-се |
2003 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы (ҡыҙҙар) | 2-се |
2004 | ![]() |
Эстафета (юниорҙар) | 2-се |
2005 | ![]() |
Эстафета (юниорҙар) | 1-се |
2005 | ![]() |
Спринт (юниорҙар) | 3-сө |
Йыл | Уҙғарыу урыны | Ярыш төрө | Урын |
---|---|---|---|
2004 | ![]() |
Эстафета (юниорҙар) | 1-се |
2004 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы (юниорҙар) | 2-се |
2005 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы (юниорҙар) | 1-се |
2005 | ![]() |
Спринт (юниорҙар) | 2-се |
2009 | ![]() |
Спринт | 1-се |
2009 | ![]() |
Гонка преследования | 1-се |
Миҙгел | Уҙғарыу урыны | Ярыш төрө | Урын |
---|---|---|---|
2009/10 | ![]() |
Шәхси ярыш | 3-сө |
2009/10 | ![]() |
Масс-старт | 3-сө |
2010/11 | ![]() |
Спринт | 1-се |
2010/11 | ![]() |
Спринт | 2-се |
2010/11 | ![]() |
Спринт | 2-се |
2010/11 | ![]() |
Спринт | 1-се |
2011/12 | ![]() |
Масс-старт | 2-се |
2011/12 | ![]() |
Ҡатнаш эстафета | 3-сө |
2012/13 | ![]() |
Спринт | 1-се |
2012/13 | ![]() |
Спринт | 3-сө |
2012/13 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы | 3-сө |
2012/13 | ![]() |
Масс-старт | 2-се |
2012/13 | ![]() |
Спринт | 2-се |
2013/14 | ![]() |
Шәхси ярыш | 2-се |
2013/14 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы | 1-се |
2013/14 | ![]() |
Масс-старт | 1-се |
2017/18 | ![]() |
Спринт | 2-се |
2017/18 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы | 1-се |
2017/18 | ![]() |
Спринт | 1-се |
2017/18 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы | 2-се |
2017/18 | ![]() |
Спринт | 1-се |
2017/18 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы | 1-се |
2017/18 | ![]() |
Масс-старт | 2-се |
2017/18 | ![]() |
Спринт | 1-се |
2017/18 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы | 2-се |
2018/19 | ![]() |
Масс-старт | 1-се |
2018/19 | ![]() |
Спринт | 1-се |
2018/19 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы | 1-се |
Миҙгел | Уҙғарыу урыны | Ярыш төрө | Урын |
---|---|---|---|
2004/05 (ю) | ![]() |
Спринт | 1-се |
2004/05 (ю) | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы | 3-сө |
2005/06 | ![]() |
Спринт | 1-се |
2005/06 | ![]() |
Эҙәрлекләү ярышы | 3-сө |
2009/10 | ![]() |
Спринт | 2-се |
2010/11 | ![]() |
Спринт | 3-сө |
Ҡустыһы — Антон Шипулин (1987 й.т.), Рәсәй йыйылма командаһы составында Олимпия уйындары һәм донъя чемпионаты чемпионы.
2007 йылда Израиль саңғысыһы Даниэль Кузьминға кейәүгә сыға[9], улы — Елисей (2007 й.т.)[10]. 2015 йылдың 12 июлендә ҡыҙҙары Оливия тыуған[11].
Рәсәй эске эштәр министрлағының Төмән юридик институтын тамамлай.[12]