Кулинич-Сорокина Анна Юрьевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 июнь 1992[1] (32 йәш) |
Тыуған урыны | Чебоксар, Рәсәй |
Һөнәр төрө | еңел атлет |
Спорт төрө | паралимпийская лёгкая атлетика[d] |
Ҡатнашыусы | Летние Паралимпийские игры 2024[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Кулинич-Сорокина Анна Юрьевна Викимилектә |
Анна Юрьевна Кулинич-Сорокина (ҡыҙ фамилияһы Сорокина; 27 июнь 1992 йыл, Чебоксар, Рәсәй Федерацияһы) — Рәсәй еңел атлеты. 2012 йылғы Йәйге паралимпия уйындарының көмөш призеры, һөңгө ырғытыу буйынса донъя һәм Европа чемпионы. Йүгереүҙә Европа чемпионатының ике тапҡыр призеры (400 м һәм 200 м). Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
Анна Юрьевна Кулинич-Сорокина Чебоксар ҡалаһында тыуған. Атаһы — Сорокин Юрий Флорович — Сыуашстандың Аликово районы Үрге Татмыш ауылынан[2].
Анна — Чебоксар һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсус (коррекцион) дөйөм белем мәктәбенең еңел атлетика секцияһы тәрбиәләнеүсеһе[3]: 2004 йылда 12 йәшенән секцияға килә. Башҡортостан физик культура институтын (филиалы УралГАФК) тамамлай[2].
14 йәшкә тиклемге спортсылар араһында еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты (2005): оҙонлоҡҡа һикереү буйынса — ; 60 метрға йүгереү буйынса — ; 200 метрға йүгереүҙә — .
Юниорҙар араһында Европа чемпионаты (2006): оҙонлоҡҡа һикереү, 800 һәм 400 метрға йүгереү буйынса — .
II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (10 сентябрь 2012 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, 2012 йылда Лондонда XIV йәйге паралимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштар өсөн (Бөйөк Британия)[4].
Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2012)[5].
Ире — Иван Кулинич — еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы массажисы[6].
Ҡыҙы София.