Үҙ атамаһы |
Kurd |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Төркиә: | |
Тел |
курд телдәре |
Дин |
күпселеге ислам динен тота 7 быуаттан (сөнниселек, шулай уҡ шиғисылыҡ һәм алевизм), |
Раса тибы |
европеоид раса |
Халыҡ |
иран халыҡтары |
Этник төркөм |
езидтар, заза |
Килеп сығышы |
Мидийлылар |
Курдтар (курд. کورد Kurd) — Яҡын Көнсығышта, башлыса Төркиәнең көнсығыш өлөшөндә (Төньяҡ Курдистан), көнбайыш Иранда (Көнсығыш Курдистан), төньяҡ Ираҡта (Көньяҡ Курдистан) һәм төньяҡ Сүриәлә (Көнбайыш Курдистан) йәшәүсе этник төркөм. Курд теленең бик күп диалекттары иран телдәренең төньяҡ-көнбайыш төркөмсәһенә ҡарай. Курдтарҙың күпселеге ислам динен, әҙселеге — езидизм, христианлыҡ һәм йәһүдселек динен тота.
Курдтарҙың килеп сығышы хәҙерге ваҡытта бәхәсле булып тора. Курдтарҙың сығышы тураһында төрлө фараздар әйтелә: атап әйткәндә, курдтарҙың скиф-мидий һәм Маррҙың яфет (картвелдар, әрмәндәр, халдтар, курдтар) гипотезалары. Хәҙерге курдтарҙың Төньяҡ Месопотамияла һәм Иран платоһында йәшәгән куртийҙарҙан килеп сыҡҡанлығын боронғо антик сығанаҡтар ҙа раҫлай (бор. грек Κύρτιοι, латин. Cyrtii)[15]. Атап әйткәндә, борон-борондан Фарсыстанда йәшәгән Куртийҙар ҡәбиләһе хаҡында хәбәр ителә. Куртийҙар Фарсыстан һәм Мидий Атропатенаһының[16] таулы өлкәләре тоташҡан урында, шулай уҡ Әрмән ҡалҡыулығында һәм Курдистанда, Каспий буйы өлкәләрендә һәм Иран Әзербайжанында[17]йәшәгән һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән юлбаҫар ҡәбилә була[18]. Боронғо фарсы монархияһы осоронда курдтар, моғайын, Әрмәнстан провинцияһы составына ингәндер.
Курдтарҙың исемдәре (kwrt) телгә алына урта фарсы сығанаҡтарында (Карнамак-һәм Ардашер-һәм Папакан)[19] телгә алына, ләкин, тикшеренеүселәр билдәләүенсә, ултыраҡ йәшәгән иран халҡы таулыларҙың тирмәләрендә Иран платоһының[20] көнбайышында йәшәгән күскенселәрҙе атап йөрөткән иртә урта быуатта иң элек социаль-иҡтисади термин була, һәм был ҡылыҡһырламаларға тап килгән теләһә ҡайһы иран телле ҡәбиләгә ҡарата ҡулланыла. Фәҡәт шуның өсөн дә Яңы осорға саҡлы «курд» атамаһы Загроста, Үрге Месопотамияла һәм Әрмән ҡалҡыулыҡтарында таралып ултырған һәм төрлө телдәрҙә/диалекттарҙа: курманджалар, зазактар, сорандар, лак, келхури, горандар, авромани телдәрендә һөйләшкән халыҡтарҙы иран халыҡтарына берләштергән.
Төп «курд» телдәре/диалекттары тип хәҙерге заманда ҡорманжи, сорани һәм көньяҡ курд телдәре/диалекттары төркөмөн (лактар, келхури, фейли) атайҙар. Тикшеренеүҙәренә ярашлы, Д. Н. Маккензи, бөтөн төньяҡ-көнсығыш иран телдәре араһынан белуж һәм курд телдәренең көньяҡ-көнбайыш телдәренә (фарсы һәм уға ҡәрҙәш телдәргә)[21] ҙур яҡынлығын билдәләй. Был теория буйынса, был яҡынлыҡ үҙәк Иранда (Мидия) фарсы-курд-белуж берҙәмлеген сағылдырған, шул ваҡытта пракурдтар башта Луристандың Исфаһандан[22] көнбайышта урынлашҡан таулы ерҙәрендә йәшәгән. Загрос тауҙарында йәшәп ятҡан көньяҡ курд теле һәм лур-бахтиар диалекттары араһындағы күсеү һөйләштәре курд һәм фарсы телдәре араһындағы «күпер» тип һаналыуы мөмкин[23].
Киреһенсә, шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш төркөмсәгә ҡараған һәм шуға ярашлы урта Загроста һәм Тигр һәм Евфрат сығанаҡтарында таралыш тапҡан гурани һәм зазаки кеүек «курд» телдәренең сығышы төп курд диалекттары менән бәйләнмәгән. Был телдәр каспий буйы регионынан сыҡҡан һәм уларҙың таралышы Иран тәпәш яҫы таулығының плато көнбайышына дейлемиттарҙың күсенеүе миграцияһы менән бәйле, һәм дейлемиттар артабан курдтар менән тығыҙ бәйләнешкә ингән. Шуның өсөн гурани һәм зазаки йоғонтоһо төньяҡ (ҡорманжи) һәм үҙәк курд (сорани) телдәрендә күренә[23].
Курдтар — күп һанлы һәм йыш ҡына үҙҙәренең эпонимдары[24]менән аталған төрлө ырыуҙар тупланмаһы берлеге. Традицион курд йәмғиәтендәге ижтимағи социаль мөнәсәбәттәрҙә ҡәбилә сығышы хәҙерге көндә лә бик мөһим[15].
Фарсы телле XVI быуат курд тарихсыһы Шәрәф-хан Бидлиси курдтар дүрт халыҡҡа бүленә: ҡорманжи, лурҙар, келхури һәм гурани. Шулар араһынан көньяҡ-көнбайыш иран диалектында һөйләшкән лурҙарҙы әлеге ваҡытта ғәҙәттә курдтар составына индермәйҙәр. Келхури (лактар һәм фейлиҙар менән бергә) гурани менән ҡушылған һәм көньяҡта лурҙар менән тоташҡан ныҡ айырымланған дифференцированный көньяҡ курд берлеген тәшкил итә. Көньяҡ курдтар Керманшах һәм Илам иран остандарында, шулай уҡ Ираҡтың көнсығыш райондарында йәшәй.
Ҡорманжи — ҡалған күпселектең төп ҡәбилә өҫтө үҙатамаһы — заза курдтары ла ингән үҙәк һәм төньяҡ курдтар. Асылда ул иҫке мәғәнәләге «курд» терминына оҡшаған һәм тау ҡыуғын малсылығына нигеҙләнгән билдәле бер ижтимағи-иҡтисади ҡоролош йөрөтөүсеһен аңлата[15]. Шуға ҡарамаҫтан ғилми әҙәбиәттә «ҡорманжи» термины менән ғәҙәттә фәҡәт төньяҡ курдтарын атайҙар, «үҙәк» курдтары артынан сиктәш өлкә биләмәләре менән ираҡ Сөләймәненә һәм Иран Курдистанына (курд. Kurdmancî Xwarû «көньяҡ ҡорманжи») фарсы атамаһы сорани нығынған.
Лингвистик яҡтан ҡарағанда, хәҙер «курд» тип аталған телдәр/диалекттарҙы түбәндәге төркөмдәргә бүлергә мөмкин:
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, көндәлек ҡулланышта ла, фәнни әҙәбиәттә лә йыш ҡына «курд теле» һәм уның диалекттары тураһында һүҙ барһа ла, иң яҡын курд телдәре — ҡорманжи һәм сорани һөйләшеүселәр араһында ла аңлашыу ныҡ ҡатмарлаша. Курдтарҙың күпселеге билингвтар һәм үҙҙәре йәшәгән дәүләттең төп телен: төрөк, ғәрәп, фарсы һәм башҡа телдәрҙе белә.
Заза — күскенсе ҡәбиләләр вариҫтары; баштараҡ хәҙерге Ирандың төньяғында, Каспий диңгеҙе ярында йәшәгән, шунан, ХVI быуаттан башлап, Әрмән ҡалҡыулығы биләмәләренә күскән. ХХ быуат башындағы геноцид осоронда зазалар күп әрмәндәрҙе ҡотҡарып алып ҡалған. Шулай, мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, 1876—1921 йй. әрмәндәр ҡыйралышы, геноциды барышында, 150 меңдән ашыу әрмәнде, башлыса тол ҡатын-ҡыҙҙы һәм етем балаларҙы зазалар ғаиләләре йәшертеп алып ҡалған. Минорский фекере буйынса, зазаны башҡа курдтарҙың дөйөм рәтенән айырыу дөрөҫ түгел[25].
Генетик анализ яҡын көнсығыш регионының төньяҡ өлөшөндө уртаҡ ата-бабаһы булғанын күрһәтеп, әзербайжан, әрмән, грузин , йәһүд халыҡтары менән тығыҙ бәйләнгән[26].
Ираҡ Курдистананында яҡынса Y-хромосомалы J2 гаплогруппаһы 28,5 % етә, I һәм R1b гаплогруппаһы — 17 %, R1a һәм J1 гаплогруппалары — 11,5 % , E гаплогруппаһы — 7,5 %, G гаплогруппаһы — 4 %, T гаплогруппаһы — 3 % тәшкил итә[27]. Төрөк Курдистанында яҡынса: I гаплогруппаһы — 20 %, R1a — 16 %, E — 11,5 %, J2 — 10,5 %, J1 — 9,5 %, R1b — 6 %, T һәм Q — 5 %, L — 4,5 %, G — 2,5 %, башҡалары — 9 % тәшкил итә[27].
Әлеге ваҡытта курдтар 40 миллион кешенән дә кәм түгел. Курдтарҙың күпселеге Курдистан тәбәгендә йәшәй. 2,5 миллионға яҡын курд Европа һәм Америка илдәренә таралған, һәм улар ҡеүәтле һәм ойошҡан общиналар төҙөгән.
Төркиәнең көньяҡ-көнсығыш һәм көнсығышында Ван күле һәм Диярбаҡыр ҡалаһы районындағы территорияларҙы курдтарҙың ойошоп йәшәгән иң ҙур урыны. Шулай уҡ айырым курд биләмәләре барлыҡ Анатолия буйынса таралған, ҙур курд диаспоралары илдең көнбайышындағы ҙур ҡалаларҙа тупланған. Эксперт баһалары халыҡтың 20-23 % тураһында һөйләй[3], һәм был 16-20 млн тәшкил итеүе мөмкин. Был иҫәпкә Төркиәнең төп курд халҡы һәм заза халҡы (зазаки телендә һөйләшкән) — 1,5 миллион тирәһе кеше, шулай уҡ, төрки теллегә әйләнгән байтаҡ төрөк курд ҡәбиләләре — 5,9 миллион тирәһе кеше[28]). инә. Төркиәлә Төрөк Курдистананында, традиция булараҡ, юғары кимәлдә наҙанлыҡ күҙәтелә.
Иранда курдтар Илам һәм Керманшаһ (көньяҡ курдтар: келхури, фейли, лактар, гурани, авромани), Курдистан (сорани) һәм Көнбайыш Әзербайжан (сорани һәм курманжи) остандарында, шулай уҡ уларға сиктәш Хәмәдан һәм Зәнжан остандары райондарында йәшәй. Шулай уҡ курд торлаҡтары Ирандың башҡа бөтә остандарында ла таралған. Курдтарҙың (башлыса ҡорманжиҙарҙың) компакт ултырған бик ҙур районы XVII быуатта Аббас I шаһ яугир курд ҡәбиләләрен Хөрәсәнде төркмәндәрҙән һәм Хиуа ханлығынан һаҡлау маҡсатында ултыртҡан Төньяҡ Хөрәсәндә урынлашҡан. Иранда барлығы 5,5 миллионға яҡын курд иҫәпләнә[29].
Монархия Иранында барған интеграцион процестар һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр Иран Курдистанындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр характерында сағыла. Шаһ режимын ҡолатҡанға саҡлы илдә йәшәүсе милләттәрҙең бер ни тиклем яҡынайыуын иран милләтселеге сәйәсәте гарантиялаған. Ул капиталистик ҡоролошҡа хас йәмғиәт мөнәсәбәттәренең традицион формаларын емереүгә, ижтимағи структура һәм хужалыҡ формалашыуына йүнәлтелгән, дөйөм иран мәҙәниәте формаларын таратыуға, фарсы телен тормоштоң бөтә өлкәләренә индереүгә һ . б. йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта илдең фарсы булмаған халыҡтарының милли-мәҙәни ихтыяждарына әһәмиәт бирелмәгән. Иран курдтарының ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади ҡәнәғәтләнмәгәнлеге, уларҙың милли-дәүләт статусын ҡыҫыу һәм башҡа сәбәптәр власть структураларына, өҫтөнлөклө этнос вәкилдәренә (фарсы телле ирандарға) ҡарата дәғүәләр тыуыуына сәбәп этномәҙәни интеграцион процестар менән бәйләнеш һөҙөмтәһе ул. Шул уҡ ваҡытта хәрби һәм репрессив институттарҙы файҙаланыу дөйөм алғанда шаһ режимына милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә билдәле бер баланс һаҡларға мөмкинлек биргән[30].
Шулай уҡ Ираҡта өс курд субэтносы (көрьяҡтан төньяҡҡа): гураниҙан көньяҡ курдтар, сорани (Киркук һәм Сөләймән районында) һәм илдең көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш биләмәләрендә ҡорманжи (Мосул районында) йәшәй. Ираҡ курдтарының этник территорияһының тик бер өлөшө генә баш ҡалаһы Эрбиль булған Ираҡ Курдистаны автоном берәмегенә индерелгән. Ираҡта барлығы 5,6 млн курд йәшәй[31].
Курдтар, Ҡултыҡтағы ике илдең бер-береһе менән көрәше, Иран-Ираҡ һуғышы, арҡаһында сыҡҡан ығы-зығы менән файҙаланып, үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып ҡалыу мөмкинлеге булһа ла, тик төп курд төркөмдәре араһында көсөргәнешлек кенә ҡырҡыулашҡан[32].
Төньяҡ Сүриәлә 3,8—4 млн курд[33], башлыса ҡорманжи йәшәй. Сүриәнең курд әҙселеге халыҡтың яҡынса 15 % тәшкил итә. Сүриә курдтары Ҡамышлы, Кобани, Амудэ, Деррика, Африн, Хемко ҡалаларында ойошоп компактно йәшәй.
Курдтарҙы депортациялау. Әзербайжан курдтары.
Грузия, шулай уҡ Гяндж, Ҡарабах һәм Шәкин ханлыҡтары Рәсәй империяһы составына ингәндән һуң (1801 йылдан), курдтарҙың бер өлөшө рәсәй подданныйлығын алған. Шулай уҡ урыҫ-фарсы һуғыштарынан һуң (1804—1813, 1826—1828 йылдар) айырым ғаиләләр һәм ырыу-ҡәбилә төркөмдәре рәсәй Кавказ аръяғында ҡалалар. Был кешеләр Гөлөстан (1813 йыл) һәм Туркманчай (1828 йыл) килешеү шарттарына ярашлы, рәсәй подданныйлығына ингән ауылдарҙа йәшәгән, йә иран һәм төрөк властары ҡыҫымынан Әзербайжанға (өлөшләтә — Әрмәнстанға) ҡасып һәм яҡшы көтөүлектәр эҙләп күсеп килгән халыҡ булған.
XIX быуатта аҙағына Кавказ аръяғына, иген уңмау һәм аслыҡ сәбәпле, Төркиәнән һәм Ирандан бик күп курдтар күсеп килгән.
1937 йылда Әрмәнстан һәм Әзербайжан курдтары, ә 1944 йылда — Грузия курдтары Ҡаҙағстанға һәм Урта Азияға көсләп күсерелгән депортацияланған. 1989-90 йылдарҙа курдтар Урта Азиянан, Ҡаҙағстандан, Кавказ аръяғынан Рәсәйгә (Краснодар һәм Ставрополь крайҙарының, Ростов өлкәһенең, Адыгеяның айырым райондарына) күсеп килгән.
Курдтар элекке СССР илдәрендә: Әзербайжанда[34], Әрмәнстанда[35], Грузияла[36], Төркмәнстанда һәм Ҡаҙағстанда курдтар йәшәй.
2010 йыл халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Рәсәйҙә асылда 23,2 мең курд йәшәгәне күренә. Айырым иҫәпкә алынған езидтар — 40,6 мең булған.
Субъект федерации | 2010 йылда курдтар һаны, кеше. ([11]) |
---|---|
Краснодар крайы | 5 899 |
Адыгей Республикаһы | 4 528 |
Һарытау өлкәһе | 2 851 |
Ставрополь крайы | 1 790 |
Орел өлкәһе | 1 358 |
курдтарҙың һаны 1000-дән артыҡ кеше тәшкил иткән субъекттар күрһәтелгән |
Адыгеяла курдтар XX быуаттың 80-се — 90-сы йылдарында Ҡарабах конфликтынан ҡасып килгән ҡасаҡ курдтар һәм Кавказ аръяғының башҡа төбәктәренән, шулай уҡ Урта Азиянан килгән курдтар Красногвардейский районының Еленовское, Преображенское һәм Садовое ауылдарында ойошоп йәшәйҙәр[37].
Курдтарҙың күпселеге — башлыса шәфи мәҙһәбе менән барған мосолман-сөнниселәр. Яҡынса 5-7 % курдтар шиғисылар ислам диненә ҡарай. Шиғисы ағымдарының береһе — алевизм — Төркиә курдтары иң тәүҙә заза халҡы ышанған дин. Исламдың икенсе шиғисы йүнәлеше Ахл-е Хакк («хәҡиҡәт кешеләре») үҙәген гурани һәм көньяҡ курдтар тәшкил итә. Иң үҙенсәлекле курд телле конфессиональ төркөмдәрҙең береһе булып езидтар һанала, улар ғәрәп шәйех Ади Мосафир (XII быуат) тәғлимәтенән килеп сыҡҡан синкретик дингә инана.
Курдтар шулай уҡ христиан динендә тора. Башлыса улар католиктар һәм автокефаль сиркәү: халдейҙар, ассирийҙар, сүриә правослауҙар]] вәкилдәре. Улар барыһы ла арамей телдәрендә һөйләшәләр. Христиан курдтар шулай уҡ Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә, Европала һәм Америкала йәшәй, Төньяҡ һәм Көнбайыш Курдистанда уларҙың общиналары бар.
Бер нисә мең курд бахаизм[38] динен тота.
Төркиәлә, Иранда һәм Ираҡта курд райондарының географик торошо ошо илдәрҙең үҙәк хөкүмәттәренә ҡаршы тороусы курд сәйәси ойошмаларының «йәшәү һәләтен» һәм көсөн билдәләүсе мөһим фактор булып тора. Географик фактор булараҡ, курдтарҙың таралып ултырыу проблемаһы власть өсөн оло ярыш барған һәм төбәк-ара конфликттар зонаһында нисек итеп этник хәрәкәткә кире йоғонто яһауын күрһәтә демонстрирует. Яҡын киләсәктә курд проблемаһының хәл ителеүен фаразлап булмай, ләкин был дәүләттәрҙең ысын федераль системалары сиктәрендә күпмелер дәрәжәлә курд автономияһы булыуы мөмкин[39].
Төрөк-курд конфликты
Төрөк киң мәғлүмәт сараларында курд телен файҙаланыу тыйылған. Һуңғы йөҙйыллыҡта инглиз, рәсәй һәм һәм франция ғалимдары курд алфавитын төҙөгән. Әммә донъя йәмәғәтселеге фекере баҫымы, илдең яйлап демократлашыуы һәм Курд эшселәр партияһының әүҙемлеге кәмеүе менән бәйле, Төркиә аҙымлап поэтапно курд телен ҡулланыу өлкәһендәге тыйыуҙы әкренләп йомшартҡан. 2009 йылдың ғинуарынан Төркиә курд телендә тәүлек әйләнәһенә даими телетапшырыуҙар алып бара[40].
Хәҙерге ваҡытта курд мәсьәләһе Төркиәнең артабанғы евроинтеграцияһында мөһим сығанаҡ мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Европа күпселек курдтарҙың төбәкләштерелеүен һәм автономлаштырылыуын, шулай уҡ уларҙың хоҡуҡтарының, европа стандарттарына ярашлы, үтәлешен талап итә[41].
Тарих күрһәтеүенсә, курд проблемалары, ҡағиҙә булараҡ, үҙенең традицияларына, мәҙәни һәм ҡәбилә автономияһына ныҡ бәйләнгән был халыҡты шуларҙан мәхрүм итергә тырышыуҙан барлыҡҡа килгән. Икенсе яҡтан, автономия барлыҡҡа килһә лә, уның ғәмәли әһәмиәткә эйә булыуында шик барлыҡҡа килә[42].
Үҙенең "Башҡорд һинд-герман философияһы нигеҙҙәре" тигән 4-томлығында ғалим Салауат Абдрахман улы Ғәлләмов күп һанлы тарихи факттар һәм мәҙәниәт өлкәһендәге оҡшашлыҡтарға таянып, Урал башҡордтары менән Месопотамия курдтарының ҡан-ҡәрҙәш булыуын дәлилләне[43]. "Урал батыр" эпосын[44] анализлап һәм башҡорд халыҡ байрамдарын борон Уралда йәшәүселәрҙең - Куру ведий арийҙарының, иран Аландарының, артабан дорий Эллиндарының ҡорбан килтереү йолалары менән сағыштырып, хәҙерге заман башкорд эстетикаһының һинд-герман тамырҙарын билдәләне. Башҡорт, ҡорд, инглиз, шумер телдәрен сағыштырып өйрәнде[45] [46]
With an estimated population of 67 million in 2004, Iran is one of the most populous countries in the Middle East. ... Iran’s second largest ethnolinguistic minority, the Kurds, make up an estimated 5 percent of the country’s population and reside in the provinces of Kerman and Kurdistan as well as in parts of West Azerbaijan and Ilam. Kurds in Iran are divided along religious lines as Sunni, Shi'ite, or Ahl-e Haqq.
Genetic analysis has shown that the Kurdish people are closely related to the Azeri, Armenian, Georgian, and Jewish peoples, descending from some common ancestors in the northern Near East region. |
http://www.allufa.ru/news/society/164/ (Сайт телекомпании «Вся Уфа»)