Курессааре | |
эст. Kuressaare | |
Нигеҙләү датаһы | 1154 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Kuressaare |
Дәүләт | Эстония |
Административ үҙәге | Сааремаа[d] һәм Сааремаа[d] |
Административ-территориаль берәмек | Сааремаа[d][1] |
Халыҡ һаны | 13 185 кеше (1 ғинуар 2024)[2] |
Майҙан | 15,53 км² (5 апрель 2023)[3] |
Почта индексы | 93813 |
Изге ҡурсалаусы | Иоанн Евангелист[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1381 |
Номер тамғаһы коды | K |
Курессааре Викимилектә |
Курессааре (эст. Kuressaare — курга (мн. куред) аист (ҡауҙы) тигәнде аңлата , ә саар — утрау,йәғни — Ҡауҙы утрауҙары, 1917 йылдға тиклем Аренсбург (нем. A(h)rensburg) — Орлиный замок, örn (ислами.) — бөркөт замогы, 1952—1988 йылда Кингисепп; эст. Kingissepa) — Эстония ҡалаһы, Саарема утрауында урынлашҡан, ҡасандыр бөтә архипелагты шулай атағандар, ә утрау Курессааре тип аталған, ул Сааремаа өйәҙенең иң эре тораҡ пункты һәм административ үҙәге. Ҡалала Роомассааре диңгеҙ гаваны һәм шул исемдәге аэропорт урынлашҡан.
Курессааре ҡалаһы Рига ҡултығында, Сааремаа ҙур эстон утрауының көньяҡ ярында, урынлашҡан. Эстонияның иң көнбайыш ҡалаһы.
Ҡала климатҡа уртаса-диңгеҙ климатынан уртаса-континенталь климатҡа күсеүсе, ҡышын йылы, йәйҙәре һалҡынса. Уртаса һауа дымлылығы — 82 % (74 % май — июндә) ҡышын — 87 процент)[4]
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 11,3 | 13,8 | 15,1 | 26,0 | 29,5 | 33,4 | 34,9 | 35,0 | 29,5 | 25,6 | 18,6 | 16,4 | 35,0 |
Уртаса максимум, °C | 3,2 | 3,8 | 3,8 | 10,5 | 16,6 | 21,6 | 24,7 | 22,0 | 18,1 | 11,9 | 8,8 | 4,6 | 10,5 |
Уртаса температура, °C | −0,2 | −0,7 | 3,4 | 5,6 | 13,0 | 15,5 | 17,9 | 17,4 | 12,9 | 8,4 | 2,8 | 1 | 6,9 |
Уртаса минимум, °C | −4,9 | −4,2 | −2,8 | 3,4 | 6,7 | 12,4 | 15,1 | 14,7 | 9,8 | 6,7 | 3,6 | −3,1 | 4,5 |
Абсолют минимум, °C | −17,6 | −19,8 | −15,6 | −7 | 1,8 | 5,0 | 8,7 | 6,3 | −0,1 | −6 | −14,4 | −18,6 | −19,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 44 | 31 | 33 | 35 | 32 | 49 | 58 | 63 | 71 | 72 | 72 | 59 | 617 |
Һыу температураһы, °C | 2 | 2 | 2 | 7 | 11 | 16 | 19 | 21 | 16 | 10 | 8 | 4 | 9,7 |
Сығанаҡ: EMHI Туристический портал |
Археологтар фекеренсә, башта һарай урынында баҙар һәм ағас ҡаралтылары булған
Хәҙерге Курессааре элекке руханиҙар замогы урынында тора. Был турала 1381 йылғы йылъяҙмаларҙа телгә алына.
1559 йылда ҡаланы Дания короллегенә һатҡандар, шунан һуң, 1563 йылдың 8 майында, уға ҡала хартияһы һәм, Ригаға оҡшатып, ҡала статусы бирелә.
Бремсебрус килешеүе буйынса ҡала 1645 йылда Швед короллеге идараһы аҫтына бирелә һәм уның юрисдикцияһы аҫтында 1721 йылға тиклем тора.
Тәүге тапҡыр ҡаланың швед контролендә тотолоуы 1710 йылда өҙөлә, 15 (26) августа рус армияһы ҡаланы яндыра. 1721 йылда, Ништадт тыныслыҡ килешеүе буйынса, ҡала рәсми рәүештә Рәсәй империяһының составына индерелә.
1721-1917 йылдарҙа ҡала рәсми рәүештә Рәсәй империяһы составында тора, унда юғары класс кешеләре өсөн курорт булдырыла Екатерина II тарафынан 1785 йылдың 30 апрелендә (11 май) Аренсбург ҡәлғәһе ҡәмәлдән сығарыла.
Шул уҡ йылда бындағы швед милләтле халыҡтар Бөйөк Екатерина указына ярашлы утрауҙы ташлап Украинаның Старошведский ауылына күсеп китергә мәжбүр була.
Беренсе донъя һуғышы барышында ҡала 1917 йылдың 1 (14) октябрендә Германия ғәскәрҙәре тарафынан Моонзунд хәрби операцияһы ваҡытында оккупациялана.
1918 йылдың аҙағында бынан Германия оккупацион ғәскәрҙәре сығарылға, ҡала бойондороҡһоҙ Эстон Республикаһы сотавына инә һәм Сааремаа өйәҙенең административ үҙәге була. Эстон бойондороҡһоҙлоғо осоронда ҡала — Курессааре тип атала.
1940 йылда ҡала Эстон ССР-ы составына инә.
Бөйөк ватан һуғышы осоронда, 1941 йылдың 22 сентябрендә, ҡала германия ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. 1944 йылдың 7 октябрендә Ленинград фронтының 8-се армияһы Моондзун десант операцияһы барышында уҡсылар корпусы һәм 7-се эстон уҡсылар дивизияһы тарафынан азат ителә.
26 сентябрь, 1950 йыл. Ҡала Курессааре районының үҙәгенә әйләнә.
Йәй 1980 йыл. Курессааре һарайында һәм уның тирә-йүнендә «Укртелефильм» студияһы тарафынан «Лючия ди Ламмермур» фильмы төшөрөлә
1825[5] | 1833[6] | 1840[7] | 1847[8] | 1856[9] | 1863 | 1867 | 1881[10] | 1897[11] | 1922[12] | 1934[13] | 1939[14] | 1940[14] | 1941[14] | 1959[15] | 1970[16] | 1979[17] | 1989[18] | 2000[18] | 2010 | 2012 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1691 | 1685 | 2993 | 2725 | 3736 | 3378 | 3256 | 3454 | 4603 | 3364 | 4478 | 4948 | 4474 | 3936 | 9720 | 220 12 | 260 14 | 356 16 | 830 14 | 977 14 | 441 13 |
Милләте | 1881[19] | 1897[20] | 1922[21] | 1934[22] | 1989[23] | 2000[23] | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
иҫәптән | % | иҫәптән | % | иҫәптән | % | иҫәптән | % | иҫәптән | % | иҫәптән | % | |
Барыһы | 3454 | 100 | 4603 | 100 | 3364 | 100 | 4478 | 100 | 16166 | 100 | 14925 | 100 |
эстондар | 1685 | 48,8 | 2896 | 62,9 | 2666 | 79,3 | 3938 | 87,9 | 14999 | 92,8 | 14548 | 97,5 |
рус | 248 | 7,2 | 341 | 7,4 | 156 | 4,6 | 119 | 2,7 | 833 | 5,2 | 211 | 1,4 |
немец | 1421 | 41,1 | 1198 | 26,0 | 401 | 11,9 | 321 | 7,2 | 334 | 2,1 | 166 | 1,1 |
башҡа | 100 | 2,9 | 168 | 3,6 | 141 | 4,2 | 100 | 2,2 |
Дин тотоу | 1881[24] | 1897[25] | 1922[26] | 1934[27] | 2000[28] | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
иҫәптән | % | иҫәптән | % | иҫәптән | % | иҫәптән | % | иҫәптән | % | |
Барыһы | 3454 | 100 | 4603 | 100 | 3364 | 100 | 4478 | 100 | 11848 | 100 |
лютеран | 2673 | 77,4 | 3106 | 67,5 | 2129 | 63,3 | 2710 | 60,5 | 2592 | 21,9 |
православие | 643 | 18,6 | 1430 | 31,0 | 1093 | 32,5 | 1504 | 33,6 | 562 | 4,7 |
башҡа дин тотоусы, динһеҙҙәр, атеистар |
138 | 4,0 | 67 | 1,5 | 142 | 4,2 | 277 | 6,2 | 8694 | 73,4 |
Иҫкәрмә.2000 йылдарҙағы мәғлүмәткә бары тик 15 йәшкә тиклемге кешеләр генә индерелгән..
Ҡаланың төп шөғөлө — балыҡ тотоу, туризмд, ауыл хужалығы.
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] .