Кэри Грант | |
Cary Grant | |
| |
Исеме |
Арчибальд Лич |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр |
Карьераһы |
1932—1966 |
Наградалары |
Почётлы «Оскар» (1970) |
IMDb | |
Кэри Грант Викимилектә | |
Кэри Грант (ингл. Cary Grant; ысын исеме Арчибальд Александр Лич (ингл. Archibald Alexander Leach); 18 ғинуар 1904 йыл — 29 ноябрь 1986 йыл) — Англия һәм АҠШ актёры, «Оскар» премияһына ике тапҡыр номинант.
Грант бөтә ғүмере дауамында үҙгәрмәҫ тапҡырлыҡ, бошмаҫ һәм һалҡын ҡанлылыҡтың кәүҙәләнеше булып ҡалды. «Стилле кейенгән ир-егет» һәм «джентльмен» төшөнсәләре унан айырылғыһыҙ булды, ә Грант эйә булған бик көслө тәбиғи янғанлыҡ (загар) күҙ яуын алды. Ир-егеттәргә хас натураһына һәм иң сибәр ир статусына ҡарамаҫтан, Гранттың ғүмере буйы уның ике енеслелеге тураһында имеш-мимештәр тынманы.
Үҙенең иң билдәле ролдәрен бурлеск комедияларҙа (бигерәк тә һуғышҡа тиклемге) һәм олоғайған көндәрендә Альфред Хичкоктың фильмдарында уйнай. Америка кино сәнғәте институты уны тарихта, Хамфри Богарттан һуң, иң бөйөк актёр тип таныны.
Грант инглиз ҡалаһы Бристоль ҡасабаһында тыуған[1]. Атаһы тегеү фабрикаһында тегеүсе булып эшләй, әсәһе лә тегенсе була[2]. Уның бала сағы ауыр була: атаһы алкоголик[3], әсәһе клиник депрессия менән яфалана[4].
1910 йылдың йәйендә ул «The Penders» исемле акробатик бейеүселәр төркөмө менән таныша һәм был төркөмдөң турына ҡушыла. 1915 йылда Грант Бристолда Fairfield Grammar School мәктәбенә йөрөй башлай[3]. 1918 йылдың 13 мартында күрше Алмондсбери ҡалалаһында ике иптәшенә магазинды урлауҙҙа ярҙам иткәне өсөн мәктәптән ҡыуыла. Ваҡиғанан һуң өс көн үткәс ул «The Penders» төркөмөнә ҡушыла. Уның атаһы труппа менән өс йыллыҡ контракт төҙөй, контрактҡа ярашлы труппа улына аҙна һайын түләргә, йәшәргә урын, ашатырға һәм актёр оҫталығы буйынса дәрестәр бирергә тейеш.
Уның бөтә кинокарьераһы Голливуд менән бәйле. Үҫмер саҡта ул күсеп йөрөгән акробаттар труппаһына ылығып китә, океан аръяғына сыға һәм бер тирә Бродвей мюзиклдарында сығыш яһап йөрөй. Тиҙҙән ул урта атлантик тип исемләнгән һәм йыш көлкө итеп күрһәтелгән үҙенсәлекле һөйләште үҙләштереп ала.
Актёр 1932 йылда тәүге тапҡыр Голливудҡа эләккәс, «Paramount Pictures» компанияһы бостары уға «Грант Кэри» сәхнә псевдонимын уйлап табалар. Был исем Гэри Купер исеменең бигүк теүәл булмаған анаграммаһы була, бостары, күрәһең, йәш актёрҙа Куперҙың потенциаль дәғүәсеһен күрәләр. Танылыу осраҡлы ғына килә — йондоҙ булып танылған Мэй Уэст уның һөйәркәһен «Ул уны алданы» (1933) һәм «Мин фәрештә түгел» (1934) фильмдарында нәҡ Грант уйнауын талап итә.
1935 йылда Paramount компанияһы менән контракт срогы үтә һәм актёр уны ҡабаттан таң ҡалырлыҡ шарттар менән төҙөй — ул конкурент булған компанияларҙың проекттарында ҡатнашыу һәм шулай итеп үҙе өсөн ролдәрҙе һайлау хоҡуҡтарын ала. Бындай бойондороҡһоҙлоҡ шул уҡ ваҡытта бер студия ла, «Оскар»ҙарҙы тапшырған саҡта, уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙы кәрәк тип тапмай— шуға күрә ул бер ҡасан да был награданы «уйын» буйынса ала алмай. Ошо өҫтөнлөктәрҙән тыш, Грант, Джимми Стюарт һымаҡ, үҙе ҡатнашҡан фильмдарҙан йыйылған килемдән процент алыу хоҡуғын ала.
1930 йылдар аҙағында Грант уйнаған фильмдарҙың күпселеген комедиялар, дөрөҫөн әйткәндә, фарстар тәшкил итә. 1940 йылда ул үҙенең иң билдәле ролен «Филадельфия тарихы» фильмында, ә ике йылдан — иң яратҡан ролен «Яңғыҙ йөрәк кенә» фильмында уйнай. Шул уҡ осорҙа Альфред Хичкок менән хеҙмәттәшлеге башлана. Хичкок, Гранттан башҡа, бер актёрҙы ла яратмауы һәм хөрмәт итмәүе тураһында аныҡ ҡына белдерә. Хичкокта уйнаған ролдәренән — «Шөбһә» (1941), «Алама дан» (1946), «Уғрыны тоторға» (1955), «Төньяҡҡа төньяҡ-көнбайыш аша» (1959) фильмдарын айырып атап була.
1960 йылдарҙа К. Грант Голливудтың иң юғары хаҡ түләнмәле актёрҙарының береһе булып тора.
Ян Флеминг әйтеүенсә, Грант агент 007 прототиптарының береһе була, әммә, йәшенә һылтанып, ролде уйнарға ризалашмай: 1962 йылда экранға "бондиана"ның беренсе бүлеге сыҡҡан саҡта, Грантҡа 60 йәш тирәһе була.
Уның ҡатнашлығындағы аҙаҡҡы иң эре фильмдар араһында Одри Хепбёрн менән бергә уйнаған «Шарада» детективы (1963) һәм «Атлап бар, йүгереп түгел» олимпия комедияһының ремейкы (1966) булалар. Ошо фильмдар экранға сыҡҡандан һуң актёр үҙенең кинокарьераһын тамамлауы тураһында белдерҙе.
1970 йылда Америка кино сәнғәте академияһы, һуңлап булһа ла, уға коллегалары исеменән «иҫ китерлек оҫталығы өсөн хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән» почетлы «Оскар» тапшырҙы.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Грант Faberge косметика компанияһының директорҙар советы ағзаһы булып китә һәм компанияға үҙ аҡсаһынан ҙур ғына өлөш индерә.
Һуңғы йылдарҙа Грант кеше менән аралашмайынса йәшәй, интервью ла бирмәй, тиерлек. Төрлөлөк өсөн ул Америка ҡалалары буйлап хушлашыу турын үткәрергә була. 1986 йылдың ноябрь аҙағында 82 йәшлек Грант Айова штатындағы Давенпорт ҡалаһына килә, бында уға урындағы телевидениела уның ҡатнашлығындағы картиналарҙан өҙөктәр күрһәтеп, 90 минутлыҡ «Кэри Грант менән һөйләшеү» программаһын бағышларға тейеш булалар. 29 ноябрҙә репетицияла актёр үҙен һәйбәт тоя, әммә репетиция тамамланғас, хәле насарая башлай. Кисекмәҫтән Изге Люк госпиталенә килтерелә һәм бында киң инсульттан 23:22 сәғәттә вафат була. Булған мөлкәтен Грант берҙән-бер ҡыҙына һәм аҙаҡҡы ҡатынына ҡалдырған.
Парадокс булып күренһә лә, ҡатын-ҡыҙҙар фекеренсә, Гранттың һөйкөмлөлөгө һәм популярлығы олоғайған һайын арта ғына бара. Кэри Грант биш тапҡыр өйләнә. Уның ҡатындары актрисалар Вирджиния Черрилл (1934—1935), Бетси Дрейк (1949—1962), Дайан Кэннон (Dyan Cannon, 1965—1966, был никахта Гранттың ҡыҙы Дженнифер тыуа), бөтә донъяға билдәле Барбара Хаттон (1942—1945) һәм Барбара Харис булалар.
Тәүге тапҡыр Грант актриса Вирджиния Черриллға өйләнә, уның менән Кэри бер йыл ғына йәшәй . Айырылышу процесында ҡатыны уны көсләүҙә ғәйепләй, киң мәғлүмәт саралары быны бик тиҙ эләктереп алалар. Грант оҙайлы депрессияға бирелә, хатта психоаналитикка мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Ошо инцидент сәбәпле актёр ғүмеренең аҙағына тиклем наркотик препараттар, бер осор хатта ЛСД ла, ҡабул итә.
Гранттың иң ғауғалы никахы сәйер (эксцентрик) миллионерша Барбара Хаттон менән була. Эргә-тирәлә Грант Хаттонға байлығы өсөн өйләнгән тигән хәбәрҙәр ҡуйырһа ла, Грант үҙе был имеш-мимештәрҙе инҡар итә:
Мин беләм, беҙҙе «Cash and Cary» тип йөрөтәләр («Наличка» һәм Кэри, икеләтә үпкәләрлек ҡушамат, сөнки инглиз телендәге «cash and carry» — «түлә һәм алып ҡас» тигәнде аңлата һәм ошо һүҙҙәр менән үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү универмагтарын исемләйҙәр[5]), әммә мин бер ҡасан да Барбаранан бер пенни ла һораманым. Мин аҡса өсөн өйләнмәнем, Аллаға шөкөр, был ысын хаҡлыҡ. Мин өйләнгән саҡта, бәлки, төплө аҡылға таянып өйләнмәгәнмендер, әммә аҡсаның бында бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булманы. |
Айырылышҡандан һуң, Грант үҙе Хаттонға, мөмкин булғансы, финанс яҡтан ярҙам итергә тырыша.
Никахтарҙан башҡа, Грант үҙенең романдары менән билдәле булған. Мәҫәлән, «Йөҙөп йөрөгән йорт» фильмын төшөргән саҡта актёр Софи Лоренға ҡарата мөхәббәт хистәрен кисерә, әммә Софи өҫтөнлөктө продюсер Понти Карлоға бирә.
Гранттың күп кенә никахтарына ҡарамаҫтан, Голливудта уның гомосексуаллеге, айырып әйткәндә, актёр Рэндольф Скотт менән бәйләнештәре тураһында, хәбәрҙәр бер ҡасан да тынманы. Әммә 2011 йылда актёрҙың ҡыҙы Дженнифер белдереүенсә, уның атаһы ир-аттар менән бер ҡасан да мауыҡмаған, Рэндольф Скотт менән мөнәсәбәттәре тураһында — бары тик уйҙырмалар. Грант, һәр ваҡыттағыса, һалҡын ҡанлылыҡ менән уның гомосексуаллеге тураһында матбуғат таратҡан имеш-мимештәргә яуап итеп: «Үҙемдең автобиографиямды яҙырға пландарым юҡ, был эште мин башҡаларға ҡалдырам. Улар минән гомосексуалист, нацист шпионы йәки тағы ла берәй кемде эшләрҙәренә шигем юҡ» — тигән.
Йыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1932 | ф | Һары сәсле Венера | Blonde Venus | Ник Таунсенд |
1933 | ф | Алиса Мөғжизәләр илендә | Alice in Wonderland | Черепаха Квази |
1933 | ф | Ул уның менән намыҫһыҙ ҡыланды | She Done Him Wrong | капитан Каммингс |
1936 | ф | Иҫ киткес мажаралар | The Amazing Adventure | Эрнест Блисс |
1936 | ф | Туй бүләге | Wedding Present | Чарли |
1937 | ф | Ҡот осҡос ысынбарлыҡ | The Awful Truth | Джерри Уорринер |
1937 | ф | Топпер | Topper | Джордж Керби |
1937 | ф | Нью-Йорк уны яратты | The Toast of New York | The Toast of New York / Nicholas "Nick" Boyd |
1938 | ф | Байрам | Holiday | Джон «Джонни» Кэйс |
1938 | ф | Бәләкәсте тәрбиәләү | Bringing Up Baby | доктор Дэвид Хаксли |
1939 | ф | Ганга Дин | Gunga Din | сержант Арчибальд Каттер |
1939 | ф | фәрештәләрҙең генә ҡанаттары бар | Only Angels Have Wings | Джефф Картер |
1940 | ф | Уның ҡыҙы Йома | His Girl Friday | Уолтер Бернс |
1940 | ф | Филадельфия тарихы | The Philadelphia Story | Декстер Хэвен |
1941 | ф | Шикләнеү | Suspicion | Джонни |
1941 | ф | Бер тинлек серенада | Penny Serenade | Роджер Адамс |
1942 | ф | Бер ваҡыт туйҙан һуңғы айҙа | Once Upon a Honeymoon | Патрик О’Тул |
1942 | ф | Бөтә ҡала һөйләй | The Talk of the Town | Леопольд Дилг |
1944 | ф | Мышьяк һәм иҫке селтәрҙәр | Arsenic and old Lace | Мортимер Брюстер |
1946 | ф | Алама дан | Notorious | Т. Р. Дэвлин |
1947 | ф | Буйҙаҡ һәм ҡыҙыҡай | The Bachelor and The Bobby-Soxer | Дик |
1947 | ф | Епископ ҡатыны | The Bishop’s Wife | Дадли |
1948 | ф | Һәр ҡыҙ кейәүгә сығырға тейеш | Every Girl Should Be Married | доктор Мэдисон Браун |
1948 | ф | Мистер Блэндингз хыял йортон төҙөй | Mr. Blandings Builds His Dream House | Джим Блэндингз |
1949 | ф | Мин хәрби кәләш булдым | I Was a Male War Bride | капитан Анри Рошар |
1951 | ф | Халыҡ ни әйтер | People Will Talk | доктор Ной Преториус |
1952 | ф | Бер нәмәгә кәрәкмәгән эш | Monkey Business | Барнаби Фултон |
1952 | ф | Бер кеше өсөн урын бар | Room for One More | Джордж Роуз |
1955 | ф | Бурҙы тот | To Catch A Thief | Джон «Кот» Роби |
1953 | ф | Идеаль ҡатын | Dream wife | Clemson Reade |
1957 | ф | Онотолмаҫлыҡ роман | An Affair to Remember | Никки Ферранте |
1957 | ф | Минең урыныма уларҙы үп | Kiss Them for Me | Лейтенант Энди Крюсон |
1957 | ф | Ғорурлыҡ һәм һәм ғишыҡ | The Pride and the Passion | Энтони |
1958 | ф | Йөҙөп йөрөгән өй | Houseboat | адвокат - отец одиночка |
1958 | ф | Һөйкөмлө сэр | Indiscreet | Филип Адамс |
1959 | ф | Төньяҡҡа төньяҡ-көнбайыш аша | North by Northwest | Роджер Торнхилл |
1959 | ф | «Эске юбка» операцияһы | Operation Petticoat | Командир Шерман |
1960 | ф | Үлән йәшелерәк | The Grass Is Greener | Виктор |
1962 | ф | Ошо шәшке тиреһе | That Touch of Mink | Филип Шейн |
1963 | ф | Шарада | Charade | Питер Джошуа |
1964 | ф | Ата ҡаҙ | Father Goose | Уолтер Кристофер Иклэнд |
1966 | ф | Атлама, йүгери | Run, Don't Walk | Сэр Уильям Ратлэнд |