Кэрол Грейдер (ингл. Carol Greider, 15 апрель 1961, Сан-Диего) — Америка ғалимы, молекуляр биолог, 1971 йылда Алексей Оловников тәҡдим иткән теория буйынса «хромосомаларҙың теломерҙар менән һаҡланыу механизмдарын һәм теломераза ферментын асҡан өсөн» Элизабет Блэкбёрн һәм Джек Шостак менән берлектә физиология һәм медицина буйынса 2009 йылғы Нобель премияһы лауреаты[11]. Джонс Хопкинс университеты профессоры (2014). АҠШ Милли фәндәр академияһы (2003) һәм Америка философия йәмғиәте ағзаһы (2016)[12].
Санта-Барбарала Калифорния университетын тамамлай (1983). Философия докторы дәрәжәһен 1987 йылда Берклиҙа Калифорния университетында ала.