Кәбир

Кәбир
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1398[1][2][3][…]
Тыуған урыны Варанаси[d]
Вафат булған көнө 1518[1][2][3][…]
Вафат булған урыны Магхар[d], Һиндостан
Ерләнгән урыны Магхар[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Һинд теле
Һөнәр төрө ткач, шағир, фәлсәфәсе, яҙыусы
Статус канонизации святой[d]
Сәнғәт йүнәлеше Бхакти[d] һәм Сант мат[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Kabir
 Кәбир Викимилектә

Кәбир (Кабирнатх, Кәбир Дас, Санта Сахиб Кәбир; хинди: कबीर, панджаби: ਕਬੀਰ, урду: کبير; 1440, Бенарес, Пенджаб — 1518, Һиндостан) — һиндостандың урта быуаттарының мистик шағиры, сант-шағир, бхакти хәрәкәтенең күренекле реформаторы, хинди әҙәбиәте классигы.

Һиндостандың дини тарихында Кәбир күренекле урын биләй. Хиндиҙар өсөн ул изге бхакта, мосолмандар өсөн — пир, сикхтарға — бхагат, кабирпантх ордены ағзалары өсөн — аватара, әлеге ваҡытта был идеяға эйәреүселәр һаны 1 миллиондан ашыу, уның хөрмәтенә ғибәҙәтханалар төҙөлә, шуларҙың иң танылғаны — «Кабир чаура матх», ул Бенарес ҡалаһында урынлашҡан. Һиндостандың прогрессив даирәләрендә Кәбирҙе шағир-реформатор, брахманизмды һәм каста айырмалыҡтарының асыҡтан-асыҡ, социаль дискриминацияның бөтә формаларын һәм ҡағылырға хоҡуғы булмаған институттарҙың асыҡтан-асыҡ дошманы, һинд-мосолманберҙәмлеге йырсыһы булараҡ таный.

Шулай уҡ Кәбир гимны, Хәҡиҡәттең абруйлы сығанағы булараҡ, сикхтарҙың «Адигрантх», йәки «Гуру Грантх Сахиб» тип исемләнгән китабына индерелгән, уны китап итеп әҙерләү эше 1604 йылда сикхтарҙың бишенсе гуруһы Ардон заманында тамамлана.

Сығышы һәм донъяға килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәбир Бенареста[4] (икенсе версия буйынса — Азамгархтан алыҫ түгел, Велхар, йәки Магхаря[5]) туҡыусылар ғаиләһендә дрнъяға килә. Ул уллыҡҡа алынған булған, тигән фекер ҙә йәшәй. Легендаға ярашлы, ниндәйҙер бер брахмандың йәшләй тол ҡалған ҡатыны йәш аскет менән ғонаһ ҡыла. Малай тыуғас, әсәһе уны юл буйында ташлап китә. Туҡыусы булып эшләгән Ниру исемле бер мосолман баланы табып ала, һәм ҡатыны Нима менән бергәләп был баланы тәрбиәләп үҫтерәләр, малайға Кәбир тигән исем бирәләр, уның мәғәнәһе «Бөйөк» тигәнде аңлата (Алланың 99 исеменең береһе). Һинд әҙәбиәте белгесе Х. П. Двиведь фекеренсә, шағирҙың ата-әсәһе (йәки уны тәрбиәгә алыусылар) ислам динен ҡабул иткән йога ҡәбилә вәкилдәренең береһе була.[6]

Кәбир ғаиләһе вәкилдәре түбәнге ҡатламға ҡараған, һәм ул ғүмере буйы туҡыусылыҡ һөнәре менән шөғөлләнә.

Кәбирҙең йәшәгән заманы һинд-мосолман мәҙәниәтенең формалашҡан мәленә, бхакти хәрәкәтенең сәскә атҡан һәм демократлаштырыу осорона тап килә. Тап шул осорҙа ниргун-бхакти — Абсолютҡа ҡарата күренмәгән һәм тормошҡа ашмаған мөхәббәт тураһындағы тәғлимәт таралыш таба. Изге шағир ғүмеренең иң ҙур өлөшөн үткәргән Бенарес ҡалаһы ниргун-бхактиҙың рухи үҙәге булып һаналған[7].

Ниргун-бхакти шиғриәте, Кәбирҙе лә был шиғриәт вәкиле тип иҫәпләргә була, ведантаның, суфыйсылыҡтың Алла менән кеше күңеле араһындағы мистик мөхәббәт концепцияһының кешелеклек идеяларын үҙенә алған. Шулай уҡ араларында мосолмандарҙағы шикелле ҡатламдар айырмаһын ҡабул итмәгән, абстракт Илаһҡа табыныу хөкөм һөргән натх, сиддх һәм тантрик буддистарҙың ҡараштарын үҙ иткәндәр ҙә була.[7]

Кәбир үҙенең әҫәрҙәрендә төрлө дини-фәлсәфәүи мәктәптәр терминологияһын иркен ҡуллана. Ул Рам, Хари, Кешав Хужаларын, Мурари, Аллаһ, Әмир, Хәҙрәт, Пир, Алакх, Ниргун, Анант, Брахман, Атма, Джйоти, Ниранджан, Сатгурҙы телгә ала[8]. Кәбир өсөн Алла — бар халыҡтар өсөн дә бер булғаны, Аллаһ һәр кемдең йөрәгендә урын алған, һәм ул аралашсыларға мохтаж түгел.

Вишнуиттар кеүек үк, шағир-сант Хоҙайға илтеүсе төп юл тип бхактиҙы иҫәпләй[9], был иһә үҙ-үҙеңде яратыуҙанү һәм донъяуи ваҡ-төйәктәрҙән баш тартыуҙы күҙ уңында тота. Шуға күрә лә бхакти юлын ябай тип әйтеп булмай, һәм уның ауыр икәнлеген шағир һәр ваҡыт билдәләп барған[10].

Кәбирҙең шиғри мираҫы ике традицияға — яҙма һәм һөйләү телмәренә бүленгән[11]. Һөйләү телмәренә, тәү сиратта, шағир-санттың дини эйәрсәндәре — кабирпантх ордены ағзалары араһында таралыу тапҡан шиғыр-гимндары инә. Шулай уҡ һөйләү телмәренә Кәбирҙең афоризмдарын һәм тапҡыр һүҙҙәрен дә индерергә мөмкин, улар орден сиктәрен үтеп, алыҫ Төньяҡ Һиндостан кешеләре араһында киң таралыш ала һәм, ниндәйҙер кимәлдә, фольклор менән үрелеп китә.

Яҙма традицияларға Кәбирҙең тапҡыр һүҙҙәренән торған йыйынтыҡтарҙа — «Биджак», «Кәбир Грантхавали», шулай уҡ изге китаптарҙың төрлө традицияларына, мәҫәлән, сикхтарҙың изге «Ади Грантх» китабына индерелгән гимндар урын алған. Кәбирҙең иң мөһим йыйынтыҡтарының берһе булып «Биджак» иҫәпләнә, ул ғибәҙәт ҡылыуҙың төп объекты булып тора, һәм кабирпантх ордены ағзалары өсөн изге китап булып ҡала[12].

Кәбир шиғырҙарында ҡабатланып килеүсе төп мотивтарҙың береһе — кешенең әхлаҡи яҡтан камиллашыуы, был иһә, үҙ сиратында, ғүмүми донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тейеш. Ихлас күңелдән инаныу дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм ҡанундарҙы үтәүҙә генә түгел, ә, бәлки, «йөрәктәрҙе таҙа тотоуҙа».

Мөхәббәт «бөтә ергә таралған», тигән фекер Кәбиргә бик тә ҡәҙерле. Мөхәббәт менән Дөрөҫлөк изге урындарҙа ғына түгел, улар — һәр урында, Мөхәббәт һәм Дөрөҫлөк кешенең көндәлек эш-хәрәкәтендә сағыла. Кәбир ижадында айырылыу — «вирах» менән бәйле мөхәббәт лирикаһының символикаһы айырым урынды биләй[13]. Илаһи Рух менән ҡушылыу теләгенең көслө булыуы идеяһына нигеҙләнгән айырылыу концепцияһы бхакттар һәм суфыйҙар традицияларында киң сағылыш таба. Кәбир, суфый шағир булараҡ, айырылышыу һәм һөйөүҙең берлеген, уларҙың бүленгеһеҙлеген, береһенең икенсеһендә иреп юҡҡа сығыу мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Кәбир ғәҙел йәмғиәт тураһында хыяллана, бындай йәмғиәттә донъяуи шөһрәт артынан ҡыумағандар, башҡаларҙы үҙҙәренә тиң күргәндәр, үҙенең тормош бурыстарына тоғро ҡалғандар ғына ләззәт алыуға өлгәшә. Бындай йәмғиәттең нигеҙен бхакти (Аллаға һөйөү) генә түгел, ә шулай уҡ прем да (кешеләрҙең бер-береһен яратыуҙары)[14] тәшкил итә. Аллаһ һәр кешенең йөрәгендә булырға тейеш, Аллаға һөйөү аша, йөрәктә кешеләргә лә һөй тыуырға тейеш.

Кәбирҙең үлем түшәгендә ятҡан мәле тураһында ла риүәйәттәр бар[15]. Әжәл яҡынлашҡанын һиҙеп, Кәбир Магхарға йыйына башлай. Яҙмыш шаярыуы шунда: риүәйәттәр буйынса, һинд халҡы өсөн изге ҡалаларҙан һаналған Бенареста вафат булыу, яҡлау табыу тигәнде белдергән. Шәхси сифаттарҙың ғына йоғонто яһау көсөн таныған Кәбир ҡәҙимге ҡалала вафат булыуҙы түбәнселек һанамаған. Кәбирҙең уҡыусыһы раджа Бирсингх остазының Магхараға табан юлға йыйынғанын белеп ҡалыу менән, тиҙ арала ғәскәрен туплап, гуруһына ҡаршы сыға. Магхараның хакимы, мосолман Биджли Хан да, Кәбирҙең килгәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Сант Магхараға үҙенең меңләгән эйәрсәндәре һәм уҡыусылары менән килеп инә. Кәбир Амия йылғаһы ярындағы бәләкәй генә өйҙә туҡтай. Өйгә инеү менән, ул лотос сәскәләре һәм ике япма килтерергә ҡуша, шулай уҡ үҙен тыныслыҡта ҡалдырыуҙарын үтенә. Әммә бер аҙ ваҡыттан, бөтә тыйыуҙарҙы үтеп, раджа Бирсингх килеп инә, һәм уның вафатынан һуң, кәүҙәһен утта яндырып, индуизм ҡануниәтенә ярашлы йола атҡарырға рөхсәт һорай. Шул уҡ мәлдә мосолман наваб Биджли Хан килеп инә лә ялбарырға тотона: «Уҡытыусыны хинди ғөрөф-ғәҙәте буйынса ерләйек! Минең барлыҡ яуғирҙарым ергә түшәлергә әҙер! Мин уҡытыусыныМөхәммәт Пәйғәмбәр ҡушҡанса ерләйәсәкмен!». Уҡыусыларының ҡоралға тотонарға һәм үҙҙәренең генә түгел, хатта ике яҡ армияның ҡанын ҡойорға әҙер икәндәрен күргән Кәбир ҡысҡырып ебәрә: «Һаҡ булығыҙ! Был мәсьәләне үҙ-ара тикшермәгеҙ һәм ҡоралға тотонмағыҙ!» Остаздары алдында оятҡа ҡалған уҡыусылары, баш баҫып, сығып китәләр. Бер аҙ ваҡыт үткәс, улар уҡытыусыларының өйөнә инергә баҙнат итәләр, әммә Кәбирҙең кәүҙәһен таба алмайҙар. Кәбирҙең ятҡан урынында улар ни бары ике япманы һәм уның өҫтөнә һибелгән лотос сәскәләрен генә күрәләр. Һиндтәр япманың берәүһен һәм сәскәләрҙе алалар һәм йолалары буйынса яндыралар (көлө әлеге көндә лә Бенарестағы кәбирпантх ордены резеденцияһында һаҡлана). Икенсе япманы мосолмандар Магзарҙа үҙ йолаларына ярашлы күмәләр. Һуңынан был урындарҙа ике аҡһыл төҫтәге ҡәбер таштары ҡуйыла: береһе-һиндтәрҙеке, икенсеһе — мосолмандарҙыҡы. Хәҙер был урын һиндтәрҙең һәм мосолмандарҙың зыярат ҡылыу урынына әйләнгә.

  • Кәбир // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге : 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907.
  • Кабир Грантхавали: (Собрание) / Пер. с браджа и комментарии Н. Б. Гафуровой. Введение Н. Б. Гафуровой и Н. М. Сазоновой. Отв. ред. Н. М. Сазонова. — М.: Наука, 1992. — 143 с. — (Памятники письменности Востока, XCV). — ISBN 5-02-016764-9.
  • Кабир. Лирика. / Пер. с хинди С. Липкина. — М.: Художественная литература, 1965. — (Сокровища лирической поэзии).
  • Гафурова Н. Б. Кабир и его наследие. — М.: Наука, 1976.
  • Зограф Г. А. Глагольная система в «шлоках» Кабира // Проблемы истории языков и культуры народов Индии. Сборник статей памяти В. С. Воробьева-Десятовского. — М., 1974.
  • Грек Т. В. Образ Кабира в индийской миниатюре могольской школы XVII в. // Страны и народы Востока. Вып.5. Индия-страна и народ.. — М., 1967. — С. 229—235.
  • Балин В. И. Стихи Кабира в переводах Рабиндраната Тагора // Ученые записки ЛГУ. Серия востоковедческих наук. — 1961. — В. 12. — № 294.
  • Тагор Рабиндранат. Поэмы Кабира / Пер. Б.Васина. — М., 1916.