Кәрешкә (үҫемлек)

Кәрешкә
Кәрешкә. Үҫемлектең дөйөм күренеше
Баҫыу кәрешкәһе.
Үҫемлектең дөйөм күренеше.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Vicia L.

Төр өлгөһө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  26329
NCBI  3904
EOL  13463
GRIN  g:12701
IPNI  23780

Кәрешкә (рус. горошек, вика , лат. Vicia)— ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ингән теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле үҫемлек; теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле ҡуҙаҡлы үлән[2]; ҡуҙаҡлы мал аҙығы үҫемлеге[3]; ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ингән теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле үҫемлек; бал ҡорттары уның татын яратып йыя; шәкәрлелеге 70 кг/га[4].


120 төрө билдәле.

Тамыр системаһы үҙәкле, азот туплаусы бүлбеләре бар. Ботаҡтары нәҙәк, 1 метрға тиклем оҙонлыкта, япраҡтары пар ҡаурый һамаҡ, 4-10 пар япраҡсыҡ һәм икегә айырылған мыйыҡсалы. Япраҡ ҡыуышлығында сәскәләре 1-3 әр була, үҙенән һеркәләнә, таждары төрлө төҫтә - аҡһыл шәмәхә, ҡуйы ҡыҙыл, алһыу, аҡ. Емеше − 4-10 яҫы орлоҡло ҡуҙаҡ, 1000 орлоҡтоң авырлыгы 50-60 г. Мал аҙығы үҫемлеге, еңел үҙләштерелә торған йәшел масса һәм 35%-ҡа тиклем аҡһымлы бөртөк бирә. Бесән, сенаж, үлән оно булараҡ ҡулланыла; һаламы һәм кәбәге лә мал аҙығы итеп файҙаланыла.

Кәрешкә көн яҡтылығы оҙон ваҡытта үҫә, тупраҡҡа һәм йылылыҡка талапсан түгел, дым ярата. Ҡоро йылдарҙа уңышы кәмей. Тупраҡ шарттарын яҡшыртҡанда: ашлама, известь кереткәндә, тупраҡты тирән эшкәрткәндә, һыу режимын көйләгәндә яҡшыраҡ үҫә. Күп осраҡта һоло һ.б. мал аҙығы культуралары ҡатнашында үҫтерелә. Ашламалар (яртылаш серегән йә иһә тулыһынса серегән тиреҫ, минераль ашламалар) 1 гектарҙан 30-35 т йәшел масса йә иһә 2,5-3 т бөртөк алыу маҡсаты ҡуйып керетелә. Кәрешкәнең 1 т йәшел массаһы тупраҡтан 3,5-4 кг азот (ҡатнашмалағы культуралар нисбәтенә бәйле), 1-1,3 кг Р2О5, 3-4 кг К2О үзләштерә, 1 т бөртөк, тиңдәшле рәүештә, 60-65, 15-20 һәм 15-20 кг.

Һулдан уңға:
Япрағы (Vicia americana). Сәскәләре. Йөнтәҫ кәрешкә ҡүҙағы. Орлоғо
  1. Entry for Vicia L. (ингл.). NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0 (Sept 24, 1997). Дата обращения: 3 ноябрь 2010.
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  3. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)
  4. Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г.Д.Зайнуллина, 2001)
  • Митрофанов А.С., Рожков М.М. Вика (яровая и озимая). М., 1961; Зиганшин А.А., Исмагилов Х.Х. Зернофуражное поле. Казань, 1985; Чекмарев П.А. Рекомендации по возделыванию вико-овсяных смесей на полях Республики Татарстан. Казань, 1993.
  • Федченко Б. А. Род 825. Горошек — Vicia L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Б. К. Шишкин и Е. Г. Бобров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1948. — Т. XIII. — С. 406—475. — 588 с. — 4000 экз.
  • Вика, растения из семейства мотыльковых // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Г.Д. Зәйнуллина. Өфө- 2001 йыл Урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса умарталыҡ һүҙлеге.