Кәррамиҙар

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Кәррамиҙар (ғәр. الكرامية‎) — ислам дини мәҙһәбе. Нигеҙ һалыусыһы — Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн әл-Кәррам (806—869 йылдар).

Мөхәммәт ибн әл-Кәррам Сиджистанда тыуған. Ул Хөрәсән һәм Мәккәлә уҡыған. Мәккәнән ҡайтҡасИерусалимда, ә һуңынан Фәләстиндә һәм Хөрәсәндә хәнәкәгә нигеҙ һала. Ошо сәбәптән кәррамиҙарҙың күп кенә эйәрсендәре була, улар һуңынан бер нисә мәҙһәбкә тарҡала.

X быуатта кәррамиҙар Ғәзнәүиҙәр династияһынан ярҙам ала. Яйлап уларҙың йоғонтоһо кәмей, ә монголдар баҫып ингәндән һуң уларҙың йәшәүе бөтөнләй туҡтай[1].

Кәррамиҙар Аллаһты субстанция, ә уның акциденцияһы тип матди донъя предметтарын иҫәпләгән. Улар Аллаһты тән (есем) тип тасуирлаған[2]. Ихтыяр ирке мәсьәләһендә кәррамиҙар Аллаһты бөтә нәмәнең барлыҡҡа килтереүсеһе тип иғлан итә, әммә шул уҡ ваҡытта кешегә үҙ ғәмәлдәрендә ниндәйҙер ихтыяр бирә. Кәррамиҙар Аллаһ донъяны үҙ эсенә ала һәм уның бер ижады ла уның тәҡдиренә буйһонмай тигән идеяны тәҡрар иткән[1].

Улар иман — ул бары тик кешенең Аллаһты һүҙ менән таныуы һәм ул ғәмәлдәр менән бәйле түгел, тип раҫлаған. Ошо сәбәптән шәһәҙәт әйткән һәр кем мосолман тип иҫәпләнгән [1].

  1. 1,0 1,1 1,2 Ислам: ЭС, 1991
  2. Ирада возникает во времени и символизирует развертывание воли в пространстве и времени.