Көнсығыш Африка рифт үҙәне (шулай уҡ Бөйөк рифт үҙәне йәки Көнсығыш Африка ярылған урыны[1]) — Көнсығыш Африкала рельефтың ҙур рифт ҡатламы. Төньяҡ Эфиопиянан үҙәк Мозамбикка ҡәҙәр яҡынса 6000 км-ға һуҙылған. Атаманы XIX быут аҙағында британ тикшеренеүсеһе Джон Уолтер Грегори уйлап сығарған.
Үҙәндең киңлеге — 30 километрҙан 100 километрға, тәрәнлеге — бер нисә йөҙ метрҙан мең метрға тиклем барып етә.
Африка һәм Ғәрәбстан тектоник плиталары сигендәге геологик шыуышыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
3—4 миллион йылдан һуң, бөтә ярылған урын буйынса Көнсығыш Африка ҡитғаның төп өлөшөнән утрау барлыҡҡа килтереп айырыласаҡ. Был утрау Ғәрәбстан ярымутрауына йүнәләсәк. Утрау менән ярымутрау киҫешкән урында тауҙар барлыҡҡа киләсәк, ә Ҡыҙыл диңгеҙ 3 тапҡырға оҙонаясаҡ.