Көнсығыш Себер диңгеҙе | |
---|---|
Майҙаны | 944 600 км² |
Күләме | 60 700 км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 358 м |
Уртаса тәрәнлек | 66 м |
Көнсығыш Себер диңгеҙе Викимилектә |
Көнсығыш Себер диңгеҙе (саха Илин Сибиирдээҕи байҕал) — Яңы Себер утрауҙары һәм Врангель утрауы араһында урынлашҡан Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙе. Майҙаны — 944 600 км². Яр буйы административ рәүештә Рәсәй Федерацияһының Саха Республикаһына һәм Чукот автономиялы округына ҡарай.
Атамаһы Ю. М. Шокальский тәҡдиме менән Рус география йәмғиәте тарафынан бирелгән, 1935 йылдың 27 июнендә СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты тарафынан раҫлана[1].
Диңгеҙ боғаҙҙар аша Чукот диңгеҙе һәм Лаптевтар диңгеҙе менән тоташа.
Уртаса тәрәнлеге — 66 м, иң тәрән урыны — 155 м. Йылдың күп өлөшөндә диңгеҙ боҙ менән ҡаплана. Тоҙлолоғо йылғалар тамағы эргәһендә 5 ‰-дән төньяҡта 30 ‰-гә барып етә.
Йылғаға ҡойоусы ҙур йылғалар: Индигирка, Колыма.
Диңгеҙ ҡултыҡтары: Чаун, Омулях, Хром, Колыма.
Ҙур утрауҙар: Яңы Себер утрауҙары, Ляхов утрауҙары, Де-Лонг утрауҙары, Врангель. Диңгеҙ үҙәгендә утрауҙар юҡ.
Балыҡ тотоу, морж һәм тюлендәрҙе аулау тармаҡтары үҫеш алған. Төп порт — Певек.
Көнсығыш Себер диңгеҙе Викимилектә | |
Көнсығыш Себер диңгеҙе Викияңылыҡтарҙа |
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |