Көньяҡ себер расаһы

Көньяҡ себер расаһы
Кем хөрмәтенә аталған Туран[d]

Көньяҡ себер расаһы (туран расаһы[1], тураниҙар[2]) — СССР һәм Рәсәй антропологияһы термины, монголоид һәм европеоид расалар ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән расаға ҡарата ҡулланыла (метислыҡ]). Көньяҡ себер расаһын ҡайһы саҡ турани тип атайҙар[3]. Рәсәй антропологияһында «туран расаһы» термины иҫкергән тип һанала.

2 башҡорт һыбайлыһы

Көньяҡ себер расаһы совет антропологы А. И. Ярхо тарафынан өйрәнелгән[4]. Башлыса Көньяҡ Себерҙең көнбайышында һәм Урта Азияла киң таралған, бигерәк тә ҡаҙаҡтар һәм ҡырғыҙҙарға хас[5].

Был расаға хас билдәләр: йөҙө оҙон, киң, һиҙелерлек яҫы, сәстәре тура йәки тулҡынланып тора, ғәҙәттә ҡара, күҙ төҫтәре төрлө, танау көмөрөрәк йәки тура, ғәҙәттә ярайһы ҙур, ирендәре уртаса ҡалынлыҡта. Уға оҡшаш урал расаһынан монголоид һыҙаттары көслөрәк булыуы менән айырыла: йөҙө һәм башы ҙур, эпикантус йышыраҡ осрай, тән тиреһе ҡуңырыраҡ, көмөрө танаулылар әҙерәк осрай[5]. [6].

Көньяҡ себер расаһы монголоидтар һәм европеоидтар ҡатнашыуы арҡаһында килеп сыҡҡан. Былай тип әйтергә боронғо дәлилдәр етерлек. Башлап евразия далаларында табылған европеоид һәм монголоид һыҙаттары ҡушылған баш һөйәктәре ярайһы аныҡлыҡ менән б.э.т. I мең йыл элекке тип билдәләнә, әммә көньяҡ себер расаһы төркиҙәр һәм монголдар тулҡын-тулҡын булып экспансия эшләүе арҡаһында ныҡлап барлыҡҡа килгән һәм үҫешкән. Монголиянан, ә һуңғараҡ Ҡаҙағстандан ҡәбиләләр көньяҡтан көнбайышҡа табан күсенә барғандар. Шул мәлдән көньяҡ себер расаһының хәҙерге заманғаса үҫешен күҙәтергә була[3].

Башҡорт антропологияһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм алғанда, башҡорттар европеоид һәм монголоид раса аралығындағы һыҙаттарға эйә. Антропологик тикшеренеүҙәр башҡорттарҙың дүрт төп антропологик тибын асыҡлаған: аҡ йөҙлө европеоид, субурал, понтий , көньяҡ себер расаһы. Көньяҡ себер расаһы башҡорттар араһында ярайһы һуң барлыҡҡа килгән һәм был IX—XII быуаттарҙағы төркиҙәр һәм XIII—XIV быуаттарҙағы ҡыпсаҡтар менән ҡушылыуға бәйле[7].

  1. Антропологические типы Сибири и их генезис — Страница 5
  2. Расы Европы
  3. 3,0 3,1 Хрисанфова Е. Н., Перевозчиков И. В. Антропология. — Москва: Высшая школа, 2002
  4. Л. В. ОШАНИН, В. Я. ЗЕЗЕНКОВА. ВОПРОСЫ ЭТНОГЕНЕЗА НАРОДОВ СРЕДНЕЙ АЗИИ В СВЕТЕ ДАННЫХ АНТРОПОЛОГИИ, 1953 2017 йыл 4 февраль архивланған.
  5. 5,0 5,1 Богатенков Д. В., Дробышевский С. В. Антропология 2016 йыл 10 сентябрь архивланған., 2004
  6. C.S. Coon. The Races of Europe. 1939. P. 635—636
  7. Р. М. Юсупов «Башкиры: этническая история и традиционная культура»
  • [ Южносибирская раса] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • А. П. Пестряков. Южносибирская раса. БРЭ
  • Р. М. Юсупов «Башкиры: этническая история и традиционная культура»